АЛЫУСЫ
гать, перемещать, убирать; уводить, отводить. Артҡа алыу. Аранан алыу. Ситкә алыу. Уңғараҡ алыу. Аяғыңды ал әле. ■ Ҡарт һалдаттарҙы стройҙан алдылар. Д. Юлтый.
43. Биләгән урынынан, эшенән төшөрөү. □ Снимать (например, с должности), отстранять, освобождать. Эштән алыу. Директорлыҡтан алыу. ■ [Йыһаншин:] Солтанов иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ныҡлы һынылыш яһамай икән, эшенән алып, судҡа бирергә кәрәк булыр. Б. Бикбай.
44. Мәжбүри түләтеү. □ Брать, взимать, взыскивать. Ҡиммәт алыу. Һалым алыу. Штраф алыу. Яһаҡ алыу.
45. Башҡа берәүҙең файҙаһына мөлкәтте күсереү. □ Изъять, конфисковать, отбирать. Шәхси заводтарҙы дәүләткә алыу. Ҡоралдарҙы алыу.
46. Бер һанды ниндәйҙер икенсе һан дәүмәленә кәметеү. □ Вычитать, отнимать. Биштән икене алыу. Ундан биште алыу. Алыу билдәһе.
М. Билдәле бер нотанан йырлай башлау.
□ Запевать с определённой ноты. Юғарынан алыу.
48. Ниндәйҙер бер сифатты ҡабул итеү, ҡиәфәткә инеү. □ Обретать, принимать, приобретать. Мәғәнә алыу. Борсоулы төҫ алыу. Азатлыҡ алыу. Халыҡ-ара әһәмиәт алыу.
49. миф. Әйбер менән өлөш, ҡайғы, ауырыу алыу. □ Передача через вещь блага, доли, беды, болезни. Ете юл сатында ятҡан әйберҙе алырға ярамай, ауырыу һуғылыр.
50. Ҡайһы бер исемдәр менән килеп, шул исем аңлатҡан эш-хәрәкәтте белдерә.
□ В сочет. с сущ. выражает действие по значению сущ. Дан алыу. Илһам алыу. Имтихан алыу. Ҡос алыу. Ҡушамат алыу. Тәжрибә алыу. Рәхмәт алыу. Шелтә алыу. Яманат алыу. Рөхсәт алыу. Ризалыҡ алыу. Хоҡуҡ алыу. Ял алыу.
51. Хәл ҡылымдың -п формаһында башҡа ҡылымдар менән ҡушма ҡылым яһай.
□ В сочет. с деепр. на -п участвует в обра
зовании слож. гл. Алып ҡарау. Алып ҡуйыу. Алып уҡыу. Алып барыу. Алып биреү. Алып инеү. Алып ҡалыу. Алып менеү. Алып сығыу.
52. ярҙ. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән ҡушма ҡылым яһай һәм эш-хәрәкәткә 1) сикләнгәнлек, дауамһыҙлыҡ, 2) бер тапҡыр башҡарылған эш-хәл мәғәнәһе бирә. □ В сочет. с деепр. на -п осн. гл. выступает в роли вспом. гл. и выражает 1) завершённость, результат действия; 2) однократность, кратковременность действия. Ашап алыу. Йоҡлап алыу. Төшөнөп алыу. Һиҙеп алыу. Уратып алыу.
53. «Булыу» ярҙамсы ҡылымының -п формаһы менән бәйләнештә һөҙөмтәлелекте белдерә. □ В сочет. с деепр. на -п вспом. гл. «булыу» выражает результат действия. Министр булып алыу. Бизнесмен булып алыу.
54. ярҙ. Хәл ҡылымдың -а(й)/-ә(й) формаһындағы һүҙ менән килеп, мөмкинлек, мөмкин түгеллек формаһы яһай. □ В сочет. с деепр. на -а(й)/-ә(й) осн. гл. выступает в роли вспом. гл. и выражает возможность или невозможность действия. Ҡүтәрә ала. Уҡый алманы, һөйләй алманы. Эшләй ала. ■ Ҡеше ерҙә япа-яңғыҙ йәшәй алмай, бөртөк тамсы ҡағыҙҙы ла тишә алмай. М. Ямалетдинов.
АЛЫУСЫ (Р.: получатель; И.: recipient; T.: ahcı) и.
Нимәнелер ҡулына тотоп, үҙенә ҡабул итеүсе. □ Тот, кто берёт что-то, получатель. ■ Әгәр ҙә кешегә аҡсаны кис бирер булһаң, алыусының ҡулына бирмәҫкә. Шулай эшләмәһәң, ырыҫ китә. Экспедиция материалдарынан.
АЛЫУЫС (Р.: черпалка; И.: scoop; T.: kepçe) и. иҫк.
Ҡаҙан төбөнән һыу-фәләнде ҡалдырмай алыу өсөн туҙҙан эшләнгән оҙонса сүмес. □ Черпалка. ■ Алыуыстар яһағанда тәүҙә тар киҫәгенең урта төшөндәге остарын бер аҙ теләләр. Артабан теленгән өлөштәрҙе бер-береһенә һалып .. тегәләр. М. Муллағолов.
266