Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 267


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЬБИНОС
АЛЫШ I (Р.: схватка; И.: skirmish; T.: savaş) и.
1. Ике аралағы бәрелеш, һуғыш. □ Схватка, сражение. Дошман менән алыш. ■ Бик ҡыҫҡа һәм ҡаты алыш барҙы. Беҙҙекеләр һуңғы патронға тиклем һуғышты. 3. Рафиҡов. Ботә табын йорто ҡатайҙарға ярҙамға ташланған. Алыш ҡаты булған. Ә. Вахитов.
2. Көс һынаш, ярыш, көрәш. □ Соревнование, состязание. Алыш майҙаны. Һуҙ алышы. ■ Мәргәндәрҙең хәле беленә атыштарҙа, көрәшсенең көсө куренә алыштарҙа. С. Ҡудаш.
♦ Алыш кәрәкме, атыш кәрәкме икәү-ара һуғышырға саҡырғанда әйтелә. □ Вызов к схватке, сражению. ■ Аҡмырҙа, ҡылысын һуҙып, купер аҫтынан сыҡҡан. «Алыш кәрәкме, атыш кәрәкме?» — тигән дейеу уға. Әкиәттән.
АЛЫШ II (Р.: друг; И.: pal; T.: birader) и. иҫк.
Дуҫ (ирҙәр бер-береһенә өндәшкәндә ҡулланыла). □ Друг (употребляется в обращении мужчин друг к другу). • Тапҡан — табыш, таныған — алыш. Мәҡәл.
АЛЫШ-БИРЕШ (Р: обмен; И.: exchange; T.: alışveriş) и.
1. Ниҙелер ике арала алмашып биреш. □ Обмен, сделка. Үҙ-ара алыш-бирешкә инеу. ■ Йәмғиәтебеҙҙә алыш-биреш мөнәсәбәттәре моронлай башланы бит инде. X. Тапаҡов.
2. Һатыу-алыу эше; сауҙа. □ Купля-продажа, торговля. Алыш-биреш итеу. ■ Ауылға ҡайтҡан саҡта Гәрәй, сауҙа, алыш-биреш әлкәһендә тамам шымарып, ҡылйыуғысҡа әйләнеп өлгөргән ине инде. Б. Бикбай.
3. Үҙ-ара бәйләнеш, мөнәсәбәт. □ Связь, общение. Был көндәрҙә минең дөнъя менән алыш-бирешем, дөрөҫө, һис бер бәйләнешем ҡалмаған ине. М. Ғафури.
АЛЫШ МАЙҘАНЫ (Р: поле битвы; И.: battleground; T.: savaş alanı) и.
Ярыш, көрәш урыны. □ Поле битвы, место состязания. ■ Көс һынашты алыш майҙанында саярағы иһә ир-аттың. М. Кәрим.
АЛЫШТЫРҒЫҺЫҘ с. ҡар. алмаштырғыһыҙ.
АЛ ЫШТЫРЫ Л ЫУ (алыштырыл-) ҡ. ҡар. алмаштырыу.
АЛЫШТЫРЫУ (алыштыр-) ҡ. ҡар. алмаштырыу.
АЛЫШЫНЫУ (алышын ) ҡ. ҡар. алмашыныу.
АЛЫШЫУ I (алыш-) (Р: брать; И.: exchange; T.: almak) ҡ.
1. урт. ҡар. алыу. взаимн. от алыу. Һатып алышыу. ■ Ауыл өҫтөнә тағы ла моң таралды. Ҡыҙҙар, бер-береһенең билдә-ренән алышып, тәҙрә янына баҫҡан килеш, оҙаҡ тыңлап торҙолар. С. Поварисов.
2. Бер-береңә бирешеү; уртаҡлашыу.
□ Обмениваться. Хәбәр алышыу. Буләк алышыу. һуҙ алышыу. Хат алышыу. Сер алышып сәй эсеу.
АЛЫШЫУ II (алыш-) (Р: схватываться; И.: fight; T.: alışmak) ҡ.
1. Бәрелешеү, һуғышыу. □ Схватываться, сражаться. Дошман менән алышыу. Ҡылыс менән алышыу. ■ Юлбарыҫ менән алышҡан ике кеше тиҙ генә аяғына баҫа алманы. Ғ. Хисамов.
2. Ярышта көс һынашыу. □ Соревноваться, состязаться. ■ Ишбулды, бер аҙ алышҡандан һуң, Ниғмәтте лә тас салҡан кутә-реп һалды. Ф. Рәхимғолова.
АЛЫШЫУ III (алыш ) ҡ. ҡар. алмашыу.
АЛЬБАТРОС [рус. < фр. albatros} (Р.: альбатрос; И.: albatross; T.: albatros) и.
Оҙонса суҡышлы, оҙон тар ҡанатлы ҙур диңгеҙ ҡошо. □ Альбатрос. Аҡ һыртлы альбатрос. Ҡуңыр һыртлы альбатрос.
АЛЬБИНИЗМ [рус. < фр. allbinisme] (Р: альбинизм; И.: albinism; T.: albinizm) и.
Тәнгә төҫ биргән пигменттың тыумыштан уҡ өлөшләтә йәки бөтөнләй булмауы.
□ Альбинизм. Хайуандарҙағы альбинизм.
АЛЬБИНОС [рус. < лат. albus] (Р.: альбинос; И.: albino; T.: akşın) и.
Пигментацияһы булмаған организм.
□ Альбинос.
267