Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 268


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЛЬБОМ
АЛЬБОМ [рус. < фр. album] (Р.: альбом; И.: album; T.: albüm) и.
1. Төрлө һүрәт, марка, фото, шиғыр өсөн эшләнгән ҡалын дәфтәр. □ Альбом. Фотолар альбомы. Маркалар альбомы. ■ Фәнүзә альбомына төрлө һүрәттәр төшөрҙө. Альбом [Алманың] әсәһенең фото-рәсемдәре менән асыла. Ҡ. Ибәтуллин.
2. Бер тема буйынса тупланған һүрәттәр, чертёждар һ.б. йыйылмаһы. □ Альбом. Халыҡ сәнғәте альбомы.
3. Берәй йырсының йәки музыкаль төркөмдөң аудиотаҫмаға, компактдискыға һ.б. яҙылған музыкаль (вокаль, инструменталь) әҫәрҙәре. □ Альбом. Ф. Килдейәрова альбомы.
АЛЬБУМИН [рус. < лат. albumen] (Р.: альбумин; И.: albumin; Т: albumin) и. биохим.
Ябай тәбиғи аҡһымдарҙың дөйөм атамаһы. □ Альбумин.
АЛЬМА-МАТЕР [рус. < лат. alma mater ‘яҡшы күңелле әсә’] (Р: альма-матер; И.: Alma Mater; T.: gidilen okul) и.
Студенттарҙың уҡып йөрөгән вуздарын атап йөрөткән һүҙе. □ Альма-матер (студенческое название вуза).
АЛЬМАНАХ [рус. < лат. almanachus < ғәр. ‘астрономик календарь’ < al mana] (Р: альманах; И.: literary miscellany; T: yıllık) и.
Замандаш авторҙарҙың әҫәрҙәренән төҙөлөп, ваҡыты-ваҡыты менән сыға торған йыйынтыҡ. □ Альманах. Әҙәби альманах.
АЛЬПЕНШТОК [рус. < нем. Alpenstock ‘Альп таяғы’] (Р: альпеншток; И.: alpenstock; T.: demir uçlu dağcı sopası) u.
Бейек тауҙарға, боҙлоҡтарға менгәндә ҡулланыла торған башы осло тимер оҙон таяҡ. □ Альпеншток.
АЛЬПИНИЗМ [рус. < кельт, alp] (Р: альпинизм; И.: alpinism; T.: dağcılık) и.
Бейек тауҙарға менеү спорты. □ Альпинизм. Альпинизм менән шөғөлләнеү.
АЛЬПИНИСТ [рус.] (Р: альпинист; И.: Alpinist; T.: dağcı) и.
Альпинизм менән шөғөлләнеүсе кеше. □ Алышнист. Болот яллы ҡаяларға үрләй альпинистар — алып батырҙар. Т. Юлдашева.
АЛЬТ [рус. < ит. alto < лат. altus ‘юғары’] (Р: альт; И.: viola; T.: viyola) и. муз.
1. Скрипканан ҙурыраҡ, түбән регистрлы ҡыллы музыка ҡоралы. □ Альт.
2. Ҡатын-ҡыҙ йәки балаларҙың тенорҙан юғарыраҡ һәм сопранонан түбәнерәк ҡалын тауышы, шулай уҡ хорҙа йәки вокал ансамблендә ошондай тауыш башҡарған партия. □ Альт.
АЛЬТСЫ (Р: альтист; И.: viola player; T.: viyolacı) и.
Альтта уйнаусы музыкант. □ Альтистка).
АЛЬТЕРНАТИВ [рус. < фр. | (Р: альтернативный; И.: alternative; T.: alternatif) с.
Башҡа; официаль, дөйөм ҡабул ителгәндән айырылып торған. □ Другой, альтернативный. Альтернатив хеҙмәт.
АЛЬТРУИЗМ [рус. < фр. altruisme < alter] (Р: альтруизм; И.: altruism; T.: özgecilik) и.
Башҡалар тураһында эскерһеҙ хәстәрлек, үҙеңдең мәнфәғәтеңде башҡалар өсөн ҡорбан итергә әҙерлек. □ Альтруизм.
АЛЬЯНС [рус. < фр. alliance] (Р: альянс; И.: alliance; T.: ittifak) и.
Килешеү йөкләмәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән берекмә, союз. □ Альянс. Хәрби альянс.
АЛӘТ [ғәр. <11 ‘ҡорал’] (Р: способ; И.: way; T.: yol) и. иҫк.
1. Сара, әмәл. □ Способ, средство, возможность. ■ Ғилемде сыянәткә аләт ҡылып, күберәк тәфсир, хәдиҫ ҡараһаҡ беҙ .. Муллалыҡ шунда беҙгә бирер файҙа, нәфсе-эттең ҡолағынан бора алһаҡ беҙ. М. Аҡмулла.
2. Ҡорал, эш ҡоралы. □ Орудие труда, инструмент.
268