АМАНАТ
АЛЮМИН I [рус. < лат. alumen + inis ‘әсеүташ’I (Р.: алюминий; И.: aluminium; T.: alüminyum) и. хим.
Химик элемент, аҡ төҫтәге йомшаҡ еңел металл. □ Алюминий. Саф алюмин.
АЛЮМИН II [рус. < лат. alumen + inis ‘әсеүташ’] (Р.: алюминиевый; И.: aluminium; T.: alüminyum) с.
Алюмин металдан эшләнгән. □ Алюминиевый. Алюмин ҡалаҡ. Алюмин һауыт. ■ Уның матурлығы һәм еңеллеге менән Н. Чернышевский ҙа һоҡланған. Тотҡонлоҡта яҙыусыға бер стакан сәй менән алюмин ҡалаҡ килтергәс, ул: «Был — киләсәк металы!» — тип баһа биргән. «Йәшлек», 5 сентябрь 2009.
А ЛЯ КАРТ [рус. < фр. a la carte ‘карта буйынса’] (Р: а-ля карт; И.: a la carte; Т.: а 1а carte) и.
Ресторан менюһының (ирекле һайлау хоҡуғы) төрө. □ А-ля карт.
АЛ-ЯЛ БЕЛМӘҮ (ал-ял бел-) ҡ. ҡар. алды-ялды белмәү.
А ЛЯ ФУРШЕТ [рус. < фр. a la four-chette ‘тиҙ генә’] (Р: а-ля фуршет; И.: buffets; T.: açık büfe) и.
Ултырмайынса, еңелсә ашау. □ А-ля фуршет.
АЛ ЯУЛАУ (ал яула-) (Р: стараться быть первым; И.: strive to be better; T.: birinci olmaya çalışmak) ҡ.
Кешенән уҙҙырырға тырышыу. □ Стараться быть первым, лучше. ■ [Күсәрбай] ал яуланы, ләкин кеше төҫлө бер донъя рәхәте күрмәне. Т. Хәйбуллин.
АМАЗОНКА [рус. < гр. amazones] (Р: амазонка; И.: Amazon; Т.: Amazon) и.
1. миф. Грек мифологияһындағы һуғышсан ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ҡәбилә ағзаһы. □ Амазонка.
2. Махсус кейем кейгән һыбай ҡатын-ҡыҙ. □ Амазонка.
3. һыбай йөрөү өсөн махсус өлгө менән тегелгән оҙон ҡатын-ҡыҙ күлдәге. □ Амазонка (одежда для всадницы).
АМАЗОНКАЛАР (Р: амазонки; И.: Amazon; Т: Amazon) и. күпл.
Боронғо грек мифологияһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына ойошҡан ҡәбилә. □ Амазонки.
АМАЛЬГАМА [рус. < лат. amalgame] (Р: амальгама; И.: amalgam; T.: malgama) и.
Ниндәйҙер металдың терегөмөш менән ҡушылмаһы йәки металдың терегөмөштәге иҙмәһе. □ Амальгама. Цинклы амальгама.
АМАЛЬГАМАЦИЯ [рус. < лат. malag-то\ (Р: амальгамация; И.: amalgamation; T.: malgama) и.
Ҡайһы бер металдарҙың амальгама биреү үҙенсәлегенә нигеҙләнеп, терегөмөш ярҙамында мәғдәндән саф металл алыу ысулы. □ Амальгамация.
АМАН I (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзянцев.
АМАН II [ғәр. JU ‘тыныслыҡ, хәүефһеҙлек’] (Р: невредимый; И.: safe; T.: aman) c. hup.
Иҫән-Һау, имен. □ Невредимый, здоровый, благополучный. ■ Һай, Ер-әсә, һаман бул аман. С. Кулибай. Ерҙә тик бер таяныс бар, исеме — иман. Шунһыҙ һеҙҙең тормошоғоҙ булмаҫ аман. М. Ямалетдинов. • Ай йоро, аман йөрө. Әйтем.
АМАНАТ [ғәр. AjUl ‘ышаныс, тоғролоҡ’] (Р: то, что доверено хранить; И.: testament; T.: emanet) и.
1. Һаҡлар өсөн тапшырылған изге нәмә, □ То, что доверено хранить как святыню. Аманат итеп биреү. Аманат итеп һаҡлау. ■ [Йыһан:] Сәрүәр, балаҡайым, һиңә бер аманат бар ине. Шуны кеше юҡта тапшырайым әле. X. Ибраһимов. Борон был яҙмалар [шәжәрәләр] һәр кем өсөн изге аманат булып һаналған, уны ҡулына алған һәр берәү ныҡ һаҡлаған, ышаныслы ҡулдарға ғына тапшырыр булған. 3. Ураҡсин.
269