АМАНГИЛДЕ
2. Әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш булған васыят. □ Завещание предков. Боронғолар үҙҙәренең ҡобайырында һүҙҙе бик ололаған, уны йәштәргә аманат итеп ҡалдырған. Ә. Вахитов. • Аманатҡа итмә хыянат. Әйтем.
3. Берәй шартты үтәтеү, вәғәҙәне боҙоуға юл ҡалдырмау маҡсаты менән ҡаршы тарафтан алынған тотҡон йәки ҡиммәтле нәмә. □ Залог, заложник. Аманат итеп тотоу. ■ [Ҡараһаҡал] аманат булып ятҡан күптәрҙе ҡазаматтан ҡотҡарып, кире Уралға ҡайтҡан. «Ҡараһаҡал». Салауат менән Юлайҙың ҡатын һәм балаларын үҙҙәре тотолғанға тиклем үк аманат итеп Өфөгә алып киткәндәр. Ә. Бейеш.
АМАНГИЛДЕ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев.
АМАНЛАШЫУ (аманлаш-) (Р.: здороваться; И.: greet; T.: selamlaşmak) ҡ.
1. Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашыу; иҫәнләшеү. □ Здороваться с кем, приветствовать кого. // Приветствие. ■ [Сурағол]сәләм алышып, аманлашҡандың һуңында, бик ауыр ғына ҡуҙғалып урындыҡ ситенә ултырҙы. Т. Хәйбуллин. Дандан йортҡа ингәс, йорт хужаһынан иҫәнлек-аманлыҡ һорашҡандан һуң, үҙенең ҡайҙа, ни өсөн барыуын әйтеп бирә. Әкиәттән.
2. Хушлашыу, һаубуллашыу. □ Проститься, прощаться. // Прощание. ■ Ил-йорт менән хушлашып, аманлашып, Тамъян батыр Мәсем ханға китеп ҡалды. «Бабсаҡ менән Күсәк». Урал батыр, бабай менән хушлашып-аманлашып, Тереһыу юлы менән китеп барҙы, ти. «Урал батыр».
АМАН-ҺАУЛЫҠ ҺОРАШЫУ (аман-һаулыҡ һораш-) (Р: здороваться; И.: greet; T.: selamlaşmak) ҡ.
Хәл белешеү, иҫәнләшеү. □ Здороваться с кем, приветствовать кого.
АМАРИЛЛИС [рус. < гр. amarylis] (Р.: амариллис; И.: amaryllis; T.: nergis zambağı) и.
Ҡамыш гөлө. □ Амариллис.
АМБАР [фарс. (Р: амбар; И.: warehouse; T.: ambar) и.
Иген, он һәм башҡа нәмәләр һаҡлай торған бина; келәт. □ Амбар. Таш амбар.
АМБИЦИЯ [рус. < лат. ambition} и. ҡар. тәкәбберлек.
АМБИЦИЯЛЫ (Р: амбициозный; И.: ambitious; T.: hırslı) с.
1. Үтә көслө ғорурлыҡ, тәкәбберлек, мин-минлелек тойғоһо. □ Амбициозный. Амбициялы кеше.
2. Маҡсатҡа ынтылыусан. □ Целеустремлённый.
АМБРАЗУРА [рус. < фр. embraser ‘тоҡандырыу’] и. хәрб.
Ышыҡланып атыу өсөн яһалған төрлө ҡоролмаларҙағы тишек. □ Амбразура. Амбразураны ҡаплау. • Ликунов амбразураның тар ғына төнлөгөнән бинокле менән ҡарай. Ж. Кейекбаев.
АМБРОЗИЯ [рус. < гр. ambrosia] (Р: амброзия; И.: ambrosia; T.: tanrı yemeği) и.
1. Боронғо грек мифологияһында аллаға мәңгелек йәшлек, матурлыҡ биргән хуш еҫле аш. □ Амброзия.
2. Боронғо Грецияла еҫле май. □ Амброзия.
3. Американан башҡа континенттарға таралған зарарлы, башҡа үҫемлектәрҙе юҡҡа сығарыусы сүп үләне, аллерген. □ Амброзия.
АМБУЛАТОР (Р.: амбулаторный; И.: outpatients’; T.: ayakta yapılan tedavi) с.
Медицина учреждениеһына килеп күренеүселәргә йәки өйҙә ауырып ятҡан кешеләргә күрһәтелгән медицина ярҙамы. □ Амбулаторный. Амбулатор карта. Амбулатор дауалау.
АМБУЛАТОРИЯ [рус. < лат. ambula-torius ‘хәрәкәтсән’] (Р: амбулатория; И.: outpatients’ clinic; T.: klinik) и.
Ауырыуҙарға ярҙам күрһәтә торған медицина учреждениеһы. □ Амбулатория.
270