Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 271


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АМОРТИЗАТОР
АМЁБА Iрус. < лат. amoebiga] (Р.: амёба; И.: amoeba; T.: amip) и.
Хәрәкәт иткәндә тән төҙөлөшөн үҙгәртә ала торған иң ябай төҙөлөшлө бер күҙәнәкле зат. □ Амёба.
АМЕРИКАН (Р: американцы; И.: Amerikan; T.: Amerikan) u.
Америкала йәшәүсе халыҡ. □ Американцы. ■ Американдар беҙгә үҙҙәренең атын йәки йәшәү рәүешен тәҡдим итә, әммә беҙҙең тәбиғәт был нормаларҙы ҡабул итмәй. «Киске Өфө», № 33, 2011.
АМЕТИСТ [рус. < гр. amethystos] (Р: аметист; И.: amethyst; T.: ametist) и. мин.
Ҡыҙыл күк төҫтәге аҫыл таш (кварцтың бер төрө). □ Аметист. ■ Ҡайнар һыу һәм газ менән бергә магманан куп төрлө минерал һәм тау токомдары сыға. Һөҙөмтәлә кварц, кальцит, топаз, аметист, зөбәржәт кристалдары яһала. Д. Бураҡаев.
АМИН [гр. атёп < боронғо йәһүд] (Р: аминь; И.: amen; T.: amin) киҫ. дини.
1. Доғанан, намаҙҙан һуң әйтеп ҡуйыла торған һүҙ. □ Аминь. ■ Муллалар: «Амин», — тип ҡул кутәрҙе. Т. Хәйбуллин.
2. «Шулай булһын», «әйткәнең килһен» тигән мәғәнәлә теләк белдергәндә әйтелә. □ Аминь (говорится при пожелании «пусть будет так, пусть сбудется»). ■ [Мулла:] һуғышта вафат булғандар шәһит китеп, теге донъяла һис бер сөалһыҙ ожмахҡа инеп, мәцге рәхәт йәшәгәй, илаһи амин! Һ. Дәүләтшина.
♦ Фәрештәнең амин тигән сағына {йәки сәғәтенә) тура килһен ниҙер тормошҡа ашҡанда йәки ниҙецдер тормошҡа ашыуын теләгәндә әйтелә. □ Да сбудется всё, дай Бог (пожелание всего доброго). ■ [Һылыу:] Ишдәуләт суфыйҙы сәйгә саҡырып, бөгөнгө төшөмдө юратып алайымсы әле. Ул бик дөрөҫ юрай торғайны, фәрештәнең амин тигәненә тура килһен. Т. Йәнәби.
АМИН ТОТОУ (амин тот-) (Р: благодарить Бога; И.: thank Lord after meals; T.: Allaha teşekkür etmek) ҡ.
Ашағандан һуң ҡулдарҙы күтәреп доға ҡылыу; хуш итеү. □ Благодарить Бога после еды. ■ Сәй эсеп бөттөләр, амин тот-толар. Фәрзәнә ҡашығаяҡ йыйыштырҙы. Ә. Әминев.
АМИТОЗ [рус. < лат. amitosis] (Р: амитоз; И.: amitosis; T.: amitoz) и. биол. анат.
Күҙәнәктәрҙең хромосомалар яһамайынса туранан-тура бүленеп үрсеүе. □ Амитоз.
АММИАК [рус. < греч. hals ammonia-kos ‘нашатырь’] (Р: аммиак; И.: ammonia; T.: amonyak) и. хим.
Азот менән водородтың берләшмәһенән торған еҫле төҫһөҙ газ. □ Аммиак. Аммиак берләшмәләре.
АМНЕЗИЯ [рус. < гр. а ‘юҡлыҡ киҫәксәһе’ + тпете ‘хәтер’] (Р: амнезия; И.: amnesia; T.: amnezi) и. мед.
Хәтер юғалыу. □ Амнезия.
АМНИСТИЯ [рус. < фр. amnistie < греч. amnestia] (Р: амнистия; И.: amnesty; T.: genel af) и.
Хөкөм ителгән кешеләрҙең юғары власть органдары тарафынан язанан тулыһынса йәки өлөшләтә ҡотҡарылыуы. □ Амнистия. Амнистия иғлан итеу. Амнистия буйынса иреккә сығыу.
АМОРАЛЛЕК (амораллеге) (Р: аморальность; И.: immorality; T.: ahlaksızlık) и.
Әхлаҡ нигеҙҙәрен һәм дөйөм ҡабул ителгән тәртип нормаларын инҡар итеү; моралһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ. □ Аморальность, аморализм.
АМОРАЛЬ [рус. < фр. amoral] (Р: аморальный; И.: immorality; T.: ahlaksızlık) с.
Әхлаҡ нигеҙҙәре һәм дөйөм ҡабул ителгән тәртип нормалары инҡар ителгән; әхлаҡһыҙ, боҙоҡ. □ Аморальный. Амораль ҡылыҡ.
АМОРТИЗАТОР [рус. < фр. amortir ‘йомшартыу’] (Р: амортизатор; И.: shock absorber; T.: amortisör) и.
Төрлө машина һәм аппараттарҙа бәрелеү, һуғылыу, һелкенеүҙе йомшарта торған махсус ҡулайлама. □ Амортизатор. Пружиналы амортизатор. Амортизатор ҡуйыу.
271