АМОРТИЗАЦИЯ
АМОРТИЗАЦИЯ [рус. < лат. amortisation ‘түләү’] (Р.: амортизация; И.: amortization; T.: amortisman) и.
1. Ҡулланыуҙан туҙыу арҡаһында төп фондтарҙың — машинаның, йорттоң һ.б. — хаҡы төшә барыу. □ Амортизация. Амортизация ваҡыты.
2. фин. Машина, йорт һ.б. ҡиммәтен эшләп сығарылған продукцияларҙың хаҡына күсерелеүе. □ Амортизация. Амортизация капиталы.
3. Бәрелеү, һуғылыуҙарҙы (техникала) йомшартыу. □ Амортизация.
АМОРФ [рус. < гр. атогрһа ‘дөрөҫ булмаған’] (Р: аморфный; И.: amorphous; T.: biçimsiz) с.
1. хим. Кристаллашмай торған; кристаллашмаған. □ Аморфный. Аморф матдә.
2. лингв. Грамматик формалары булмаған, һүҙҙәр ялғанышы менән генә төҙөлгән.
□ Аморфный. Аморф телдәр.
АМОРФЛЫҠ (аморфлығы) (Р: аморфность; И.: amorphism; T.: biçimsizlik) и.
Кристалл булмаған хәл; формаһыҙлыҡ.
□ Аморфность.
АМПЕР [рус. < фр. amperel\ (Р: ампер; И.: ampere; T.: amper) и. физ.
Электр тогының көсөн үлсәү берәмеге.
□ Ампер.
АМПИР [рус. < фр. empire ‘империя’] (Р: ампир; И.: empire; T.: ampir) и. сәнғ.
XIX быуат башында Францияла антик үрнәктәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән сәнғәт стиле; һуңғы классицизм. □ Ампир.
АМПЛИТУДА [рус. < лат. amplitudo] (Р: амплитуда; И.: amplitude; T.: genişlik) и.
1. Тирбәлгән есемдең тигеҙлек нөктәһенән иң ныҡ тайпылған хәле. □ Амплитуда. Маятниктың тирбәлеу амплитудаһы.
2. Тирбәлеш аралығы. □ Амплитуда. Һауа температураһы уҙгәрешенец йыллыҡ амплитудаһы.
АМПЛУА [рус. < фр. emploi ‘роль’] (Р: амплуа; И.: type; Т: tip) и. театр.
Артистың һәләтенә, тәбиғәтенә тап килгән ролдәр төрө. □ Амплуа. Трагик амплуа.
АМПУЛА [рус. < лат. ampulla ‘быяла көпшә’] (Р: ампула; И.: ampoule; Т.: ampul) и.
1. мед. Дарыуҙарҙы стериль рәүештә һаҡлау өсөн ауыҙы герметик бөтәштерелгән бәләкәй махсус быяла һауыт. □ Ампула. Ампулалы дарыу.
2. анат. Эсе ҡыуыш ағзаның киңәйеп торған өлөшө. □ Ампула.
АМПУТАЦИЯ [рус. < лат. amputatio] (Р: ампутация; И.: amputation; T.: ampüta-syon) и.
Тән өлөшөнөң (ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдың) хирургик юл менән ҡырҡып алыныуы. □ Ампутация.
АМПУТАЦИЯ Л АУ (ампутацияла-) (Р: ампутировать; И.: amputate; T: kesmek) ҡ.
Тән өлөшөн хирургик юл менән ҡырҡып алыу. □ Ампутировать.
АМУЛЕТ [рус. < лат. amuletum < ғәр.
‘йөрөтөү’] (Р: амулет; И.: amulet; T: nazarlık) и.
Ышаныуҙар буйынса, күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан, үлемдән һаҡлаусы әйбер. □ Амулет.
АМФИБИЯ [рус. < гр. amphibion] (Р: амфибия; И.: amphibian; T: amfibi) и.
1. зоол. Һыуҙа ла, ҡорола ла йәшәүгә яраҡлашҡан, ер йөҙөнөң полюс түңәрәгенән башҡа бөтә урынында йәшәй торған умыртҡалы ер-һыу хайуандары. □ Амфибия, земноводные. Тәлмәрйен, әрмәнделәр ер-һыу хайуандарына, йәғни амфибияларға инә.
2. бот. Ер-Һыу үҫемлектәре. □ Амфибия.
3. тех. Ҡоро ергә лә, һыуға ла төшә һәм күтәрелеп китә ала торған самолёт; ҡоро ерҙә лә, һыуҙа ла йөрөй ала торған танк йәки автомобиль һ.б. □ Амфибия.
АМФИТЕАТР [рус. < фр. amphitheatre < лат. amphitheatrum < гр. amphitheatron] (Р: амфитеатр; И.: amphitheatre; T.: amfiteatr) и.
1. Антик дәүерҙәге ярым түңәрәк тамаша ҡоролмаһы. □ Амфитеатр.
272