Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 273


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АНАКОНДА
2. Театр, концерт залы, аудиториялар партерының артындағы баҫҡыс-баҫҡыс булып күтәрелгән урындар. □ Амфитеатр.
АМЫРЫҠ (Р.: неуклюжий; И.: clumsy; T.: acemi) с. диал.
һумалтыр. □ Неуклюжий (о человеке).
AHA I [боронғо төрки ан ‘ул’] (Р.: вон; И.: over there; T.: şu) курһ. a.
1. Нимәгәлер тоҫҡап күрһәткәндә әйтелә.
□ Вон, вон там.
2. Нимәгәлер айырым баҫым менән тоҫҡағанда әйтелә. □ Вот. ■ Ана Сәхипкирәйҙәр өс йәнгә бер йомала дисәтинә ярым урған, ти. Һ. Дәүләтшина. Әйттем бит ана, ул минең яҡлы. С. Агиш. һиңә ат нимәгә, ана башмаҡ менән кит. Әкиәттән.
3. Кешенең иғтибарын нимәгәлер йүнәлтеү өсөн әйтелә. □ Вот, вот же. ■ Беҙ яратҡан тауҙар — ана ғына! Тик әйҙәмә мине — төңөлдөм. Т. Ғәниева. Яҙҙар килә ана, тамсы тама, иҫкә төшә уткән ғуме-рем. Ш. Бабич.
4. «Шул», «теге», «шулай» кеүек алмаштар менән килеп, уларҙың мәғәнәһен көсәйтә. □ Вот это, вот так, вот тот. ■ Ер, урман, һыу бирә икән, башҡортҡа ана шул еткән. «Салауат». Ҡуҙыйкурпәстең ана шулай яманаты таралып китте, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
♦ Ана бара юлың китәм тигән кешегә асыу итеп, кит, тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Туда тебе и дорога. ■ [Ғәзим:] Мин артабан былай йәшәй алмайым. [Ғәзизә:] Ана бара юлың! Яр. Вәлиев. Ана тора теләһәң ни эшлә; үҙ иркеңдә тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Как хочешь, воля твоя.
AHA II [дөйөм төрки ана] (Р: мама; И.: Creator; T: anne) и.
1. ҡар. әсә. • Ана куңеле балала, бала куңеле далала. Мәҡәл.
2. миф. Тирә-яҡтағы бөтә нәмәне бар итеүсе, яҡлаусы мифик зат. □ Мифический персонаж, божество, создатель, покровитель природных объектов, растений, стихий, всего вокруг. Һыу анаһы. Арыш анаһы. Ана ағас.
♦ Ана һөтө менән инеү йәштән, бәләкәйҙән үҙләштереү. □ Впитать с молоком матери. Ана кояш хөрәфәт буйынса, ышандырырға тырышып, ант иткәндә әйтелә. □ Клянусь небом. К Валлаһи, Сәғиҙә! Ышанмаһаң, ана ҡояш. М. Тажи.
АНА АНДЫҘ (Р: девясил высокий; И.: elecampane; T: andız otu) и. бот. диал.
Инә андыҙ. □ Девясил высокий (женская особь) (лат. Inula helenium). Ана андыҙ менән ҡатындарҙы дауалайҙар.
АНАБАЗИН [рус. < лат. anabasis] (Р: анабазин; И.: anabasine; T: anabazin) и.
Анабазис тигән үҫемлектән әҙерләнә һәм ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы ағыу итеп ҡулланыла торған органик матдә. □ Анабазин. Анабазин сульфат.
АНАБАЗИС [рус. < лат. anabasis] (Р: анабазис; И.: anabasine; Т: anabazin) и. бот.
Һыу буйҙарында, тигеҙлектә, тау итәктәрендә үҫкән, йыуан ағас тамырлы, 25-75 см бейеклегендәге ярым ҡыуаҡ. □ Анабазис (лат. Anabasis). Анабазистың 30 төрө бар.
АНАБИОЗ [рус. < гр. anabiosis ‘терелеү’] (Р: анабиоз; И.: anabiosis; T: anabiyoz) и. биол.
Ҡайһы бер үҫемлек һәм ябай йән эйәләренең уңайһыҙ шарттарға (һыуыҡлыҡ, һыуһыҙлыҡ һ.б.) яраҡлашып, тереклек итеүҙән күпмелер туҡтап тороу һәләте. □ Анабиоз.
АНАГРАММА [рус. < гр. anagramma ‘хәреф алмаштырыу’] (Р: анаграмма; И.: anagram; Т.: anabiosis) и. әҙ.
Яңы һүҙ яһау өсөн һүҙҙәге хәрефтәрҙе алмаштырыу. □ Анаграмма.
АНА ЕП (Р: цепь плуга; И.: plough chain; T.: pulluk zinciri) и.
1. Һабандың баш ебе, һабан сынйыры.
□ Цепь плуга.
2. Һабандың эйәһе. □ Дух плуга.
АНАКОНДА [рус. < гр. anaconda ‘быуар йылан’] (Р: анаконда; И.: anakonda; Т.: anakonda) и.
Көньяҡ Америкалағы иң эре ағыуһыҙ быуар йылан. □ Анаконда (лат. Eunectes murinus).
273