АНАЛИЗ
АНАЛИЗ [рус. < гр. analysis} (Р.: анализ; И.: analysis; T.: analiz) и.
1. Бөтөндө өлөштәргә тарҡатып өйрәнеүгә нигеҙләнгән ғилми ысул; киреһе — синтез. □ Анализ. Математик анализ. Иҡтисади анализ. Логик анализ. Әҙәби әҫәргә анализ. ■ Йыллыҡ йыйылыштарҙа байтаҡ анализ яһалды, өҫтәүенә, ваҡытлы матбуғатта ла, теле-радио сығыштарында ла прозабыҙ торошо, уның көнүҙәк проблемалары әленән-әле яҡтыртылып тора. С. Шәрипов.
2. мед. Матдә составының, матдә үҙенсәлектәренең билдәләнеше. □ Анализ. Диагностик анализ. Ҡан анализы. Тупраҡ анализы. Химик анализ. Һауа анализы, һыуға санитария анализы.
АНАЛИЗЛАУ (анализла-) (Р.: анализировать; И.: analyse; T.: analizlemek) ҡ.
Анализ үткәреү, анализ яһау, тикшереү, өйрәнеү. □ Анализировать, проводить анализ. // Анализ. Балансты анализлау. Бюджетты анализлау. Дәресте анализлау. Мәғлүмәттәрҙе анализлау. ■ Яҙыусы — беренсе сиратта аҡыл эйәһе. Ул тормошто анализлай белергә, хәл-ваҡиғаларҙы баһалай белергә тейеш. Ә. Вахитов.
АНАЛИТИК I [рус. < гр. analytikos] (Р: аналитик; И.: analyst; T.: çözümleyici) и.
Төрлө-төрлө анализдар яһау менән шөғөлләнгән белгес. □ Аналитик. Аналитиктар күҙаллауы.
АНАЛИТИК II [рус.] (Р: аналитический; И.: analytical; T: analitik) с.
1. Анализға нигеҙләнгән. □ Аналитический. Аналитик ысул. Аналитик фекерләү. Аналитик тәнҡит.
2. лингв, һүҙьяһалышта үҙ аллы мәғәнәле төп компоненттарға тик грамматик функция үтәгән ярҙамсы һүҙҙәр эйәреү юлы менән яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ҡалыбы, киреһе — синтетик. □ Аналитический. Аналитик юл. ■ 1966 йылда ул [Ә.Ә. Юлдашев] «Төрки телдәрендә ҡылымдың аналитик формалары» тигән темаға док
торлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғ. Ҡаһарманов.
АНАЛИТИК ГЕОМЕТРИЯ (Р: анали тическая геометрия; И.: analytic geometry; T: analitik geometri) и. мат.
Математиканың алгебра һәм анализ методтары ярҙамында геометрик тикшеренеүҙәр үткәргән бүлеге. □ Аналитическая геометрия.
АНАЛИТИК ТЕЛДӘР (Р: аналитические языки; И.: analytical language; T.: analitik diller) и. лингв.
Грамматик мөнәсәбәт йәки мәғәнәне тейешле аффикстар ярҙамында түгел, һүҙ тәртибе, ярҙамсы һүҙҙәр һәм интонация менән белдерә торған телдәр (инглиз, француз һ.б.), киреһе — синтетик. □ Аналитические языки.
АНАЛОГ [рус. < гр. analogos} и. кит. ҡар. окшашлык. Аналогы булмаған.
АНАЛОГИК [рус.] с. ҡар. оҡшаш. Аналогии күренеш. Аналогии хәл.
АНАЛОГИЯ [рус. < гр. analogia} (Р: аналогия; И.: analogy; T.: analoji) и.
Нимәләрҙеңдер үҙ-ара тап килеше, оҡшашлығы. □ Аналогия. Тарихи аналогия. Тулы аналогия.
АНАЛЫ АУ (Р: сеть из трёх частей; И.: net consisting of three parts; T.: üç kısımlı ağ) и.
1. Өс ҡат ay. □ Сеть из трёх частей, ре-жёвка.
2. миф. Эйәле ay. □ Невод с духом.
АНАЛЫҠ (аналығы) (Р: матка; И.: womb; T.: rahim) и. анат.
Ҡатын-ҡыҙҙың бала яралғыһы үҫә торған эске енси ағзаһы; балаятҡы. □ Матка. Аналыҡтан ҡан килеү. ■ Баклажан, авокадо һәм груша ҡатын-ҡыҙҙың аналыҡ һәм балаятҡы муйынтығы эшмәкәрлеген көйләй. «Башҡортостан», 17 февраль 2011.
АН АН (Р: оттуда; И.: from there; T.: oradan) a. һөйл.
Унан. □ От него, оттуда.
274