АНАУ
АНАНАС [рус. < фр. ananas] (Р.: ананас; И.: pineapple; Т.: ananas) и. бот.
1. Ҡалын ҡыяҡ япраҡлы, тыштан ҡабырсаҡланып торған эре, һутлы емешле йылы яҡ үҫемлеге. □ Ананас (лат. Ananas). Ананас ҡабығы.
2. Шул үҫемлектең емеше. □ Ананасный, ананасовый. Ананас консерваһы.
АНАР [фарс. _Л] (Р.: гранат; И.: pomegranate; Т.: паг) и. бот.
1. Ҡып-ҡыҙыл сәскәле, ҡаты ҡабыҡ эсендә уҡмашып торған һутлы ҡыҙыл емешле йылы яҡ ағасы; гранат. □ Гранат (лат. Punica). Анар ағасы. Анар сәскәһе.
2. Шул ағастың емеше. □ Гранат. Анар һуты. ■ Пәйғәмбәребеҙ гранат (анар) шайтандан һәм 40 кон буйы яуыз ниәттән һаҡлар, тигән. «Башҡортостан», 17 февраль
2011.
АНАРХИЗМ [рус. < гр. anarchia ‘влас-һыҙлыҡ, тәртипһеҙлек’I и. ҡар. анархия.
АНАРХИСТ [рус. < гр. anarchia ‘башлыҡһыҙ’] (Р.: анархист; И.: anarchist; T.: anarşist) и.
Анархизм яҡлы кеше. □ Анархист. Анархистар сығышы.
АНАРХИСТИК (Р.: анархический; И.: anarchistic; T.: anarşist) с.
Анархизм хас булған. □ Анархический, анархистский.
АНАРХИЯ [рус. < гр. anarchia ‘влас-һыҙлыҡ, тәртипһеҙлек’] (Р: анархия; И.: anarchy; T.: anarşi) и.
1. сәйәс. Йәмғиәттең дәүләт хакимиәте, ҡанундары, мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре булмаған торошо. □ Анархия. ■ Кеше һис нәмәнән дә ҡурҡмаһа, илдә демократия түгел, анархия урынлаша. «Шоңҡар», № 4,
2010.
2. иҡт. Иҡтисадтың тәртипһеҙ, бер ниндәй нормаларға буйһонмаған барышы. □ Анархия. Етештереү анархияһы.
АНАТОМ [рус. < гр. anatome] (Р: анатом; И.: anatomist; Т.: anatomist) и.
Анатомия буйынса белгес. □ Анатом.
АНАТОМИК (Р: анатомический; И.: anatomical; T.: anatomik) с.
Анатомияға мөнәсәбәтле. □ Анатомический. Анатомик тикшеренеү.
АНАТОМИЯ [рус. < гр. anatome] (Р: анатомия; И.: anatomy; T.: anatomi) и.
Организмдың төҙөлөшөн өйрәнә торған фән. □ Анатомия. Кеше анатомияһы. Үҫемлектәр анатомияһы. Йәш анатомияһы. Сағыштырма анатомия. Анатомия музейы. Патологик анатомия. ■ Йорт хайуандары анатомияһы, биология, физика, химия, трактор һәм автомобилдәр, ауыл хужалығы машиналары, мал аҙығы әҙерләү, физиология һәм гистология, электр техникаһы, микробиология һәм генетика лабораториялары, ике компьютер класы, китапхана тейешенсә йыһазландырылған. «Башҡортостан», 2 апрель 2011.
АНАУ (Р: вон; И.: over there; T.: şu) күрһ. a.
1. Күҙ алдында торған нәмәгә тоҫҡап, ниҙер һөйләгәндә әйтелә. □ мест. указ. Вон, тот, вон тот. ■ [Әбйәлил:] Олатайым анау тал араһында ята, ти. Әкиәттән. «Балаҡайҙарым, миңә үлергә ваҡыт етте, үҙегеҙ донъя ҡороп, тырышып йәшәгеҙ. Бер нәмә әйтеп ҡалдырам: анау шкаф башында бер көҙгө ята. Ул иң егәрле, иң уңған кешенең генә теләген ҡабул итә», — тип әйткән [бабай ]. Әкиәттән.
2. Билдәле булған эш-хәл, кеше йәки нәмә тураһында һүҙ барғанда, шуға иғтибарҙы йүнәлдереү өсөн әйтелә. □ Тот. ■ Анау һунарсыларҙы әйтәм, нишләп кенә шуның балаларына тейәһе булдылар икән? — күрше ҡатын уфтанып ҡуйҙы. Г. Әхмәҙи-шина.
3. Ваҡыт төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр менән килеп, үткән бер ваҡытҡа тоҫҡай. □ В тот, в том, в те. Анау көн. Анау йылды. ■ Анау ваҡыт башын төрмәлә серетергә яйы ла сыҡҡайны, ҡәһәр һуҡҡыр Карый эште боҙҙо. «Йәшлек», 7 октябрь 2008.
275