Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 276


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АНАУЛАЙ
АНАУЛАЙ (Р.: туда; И.: in that direction; T.: oraya) р. һөйл.
1. Анау яҡҡа. □ Туда, в ту сторону, в том направлении. Быҙау яңы ғына анаулай китте.
2. Эш-хәлдең билдәле бер рәүешенә тоҫҡағанда әйтелә; ана шулай. □ Вот таҡ. ■ [Сәғиҙә:] Яланбикәбеҙ анаулай булып у леп ҡалды. Һ. Дәүләтшина.
АНАУЛАЙТЫП (Р: вот так; И.: like this; T.: böyle) р. һөйл.
Билдәле бер эш-хәлгә тоҫҡағанда әйтелә. □ Вот таҡ. М [Сәғиҙә:] Яланбикәһе анау-лайтып йәтим ҡалып ултыра, һ. Дәүләтшина.
АНАУ-МЫНАУ (Р: то дасё; И.: different; T: bu şu) курһ. а.
Тегеһе-быныһы. □ То да сё.
АНАУЫНДА (Р: там; И.: yonder; T: orada) р. һөйл.
1. Анау ерҙә. □ Там, вон там. Салғы анауында, тал төбөндә тора. И Анауында, аҫта, — тип Шамилға һөйләгән һуҙен өҙмәй генә дауам итә Сабир, — Манышты, Төлмәй ауылдары ята. Д. Шәрәфетдинов.
2. Анау ергә. □ Туда, вон туда. Туныңды анауында эл.
АНАФОРА [рус. < гр. anaphora ‘ҡабатлау’] (Р: анафора; И.: anafora; T.: anafora) и. әҙ.
Йәнәш торған юлда, строфала бер үк өн, һүҙ, һөйләмде ҡабатлау алымы. □ Анафора. Анафора алымын ҡулланыу.
АНАХРОНИЗМ [рус. < гр. апа ‘ҡаршы’ + chronos ‘ваҡыт’I (Р: анахронизм; И.: anachronism; T: anakronizm) и.
1. Тәбиғи хронологияны боҙоп, бер осор ваҡиғаларҙы икенсе осорға күсереп күрһәтеү. □ Анахронизм.
2. Замана шарттарына тап килмәгән күренеш, төшөнсә. □ Анахронизм.
АНАХРОНИК (Р: анахронический; И.: anachronistic; T: kronolojik hatayla ilgili) с.
Анахронизм булған, иҫкергән. □ Анахронический, анахроничный.
АНАЭРОБТАР [рус. < гр. ап + аег ‘һауа’ + bios ‘йәшәү’] (Р: анаэробы; И.: апае-robies; T: anaerob) и. купл. биол.
Тирә-яҡ мөхиттә ирекле кислород булмаған шарттарҙа йәшәй һәм үрсей алған организмдар. □ Анаэробы. Анаэроб бактериялар.
АНГАЖЕМЕНТ [рус. < фр. engagement ‘бурыс’] (Р: ангажемент; И.: engagement; T: angajman) и.
1. Артисты йәки коллективты билдәле бер ваҡытҡа спектаклдә, концертта ҡатнашырға саҡырыу. □ Ангажемент. Ангажемент алыу.
2. Шул ҡатнашлыҡҡа килешеу. □ Ангажемент.
АНГИДРИД [рус. < гр. ап + hydör ‘һыу’] (Р: ангидрид; И.: anhydride; T: anhidrid) и. хим.
Һыу менән ҡушылғанда кислота хасил итә торған әсемә. □ Ангидрид. Көкөрт ангидриды.
АНГИДРИТ [рус. < гр. ап + hydör ‘һыу’] (Р: ангидрит; И.: anhydrite; T: anhidrit) и. мин.
һыу менән ҡушылғанда гипс барлыҡҡа килтерә торған аҡһыл йәки зәңгәрһыу минерал. □ Ангидрит. ■ Ҡайһы бер убалар тотош тиерлек гипс йәки ангидриттан тора. М. Хисмәтов.
АНГИНА [рус. < лат. angina < angere ‘быуыу’] (Р: ангина; И.: quinsy; T.: anjin) и. мед.
Тамаҡ һәм айырыуса аңҡау биҙҙәренең шешеүе менән билдәләнгән йоғошло ауырыу. □ Ангина. Катараль ангина. Сифилис ангинаһы. Скарлатина ангинаһы. Фолли-куляр ангина. ■ Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. «Йәшлек», 30 июнь 2009.
АНГЛОМАН [рус. < лат. angli ‘инглиз’ + гр. mania ‘ҙур теләк’] (Р: англоман; И.: Anglomaniac; T.: İngiliz hayranı) и.
Инглизсә булған бөтә нәмә менән ма- . уыҡҡан кеше. □ Англоман.
276