Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 277


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АНЕСТЕЗИЯ
АНГЛОМАНИЯ [рус. < лат. angli ‘инглиз’ + гр. mania ‘ҙур теләк’] (Р.: англомания; И.: Anglomania; T.: İngiliz hayranlığı) и.
Инглиздәргә ҡағылған бөтә нәмәне артыҡ һөйөү, мауығыу. □ Англомания.
АНГЛОФОБ [рус. < гр. phobos ‘ҡурҡыу’] (Р: англофоб; И.: anglofobo; T.: anglo-fob) и.
Инглиз милләтен, мәҙәниәтен яратмаған кеше. □ Англофоб.
АНДА а. һөйл. ҡар. унда.
АНДА-МЫНДАр. ҡар. анда-һанда.
АНДА-ҺАНДА (Р: там и сям; И.: from time to time; T.: orada burada) р. һөйл.
Унда-Һанда. □ Там и сям; то там, то сям; изредка. ■ [Ғәйникамал:]Анда-һанда уңҡулы менән куҙҙәренә эркелгән бөтмәҫ-төкәнмәҫ куҙ йәштәрен һыпыра. 3. Йәнбирҙина.
АНДЫҘ [боронғо төрки андыз ‘андыҙ үләне’] (Р.: девясил; И.: elecampane; T.: andız) и. бот.
1. Дымлы ерҙә үҫә торған эре киң япраҡлы, һары сәскәле бейек үлән. □ Девясил (лат. Inula). Андыҙ тамыры. Һарыбаш андыҙ. ■ Ильяс та, Аҡназар ағай андыҙлыҡты һәләк иткән, андыҙ барҙа ат улмәй, тигәнде белмәй микән, тип асыулана. .. Улай ҙа андыҙҙы купмелер төп ҡаҙып алып, Зәңгәр шишмә уҙәненә кусереп ултыртып ҡараған егет, ерегеп китһә... Тамыры ҡеуәтле бит уның, тарбайланып төрәндә ята, ҡаҙғанда ныҡ зәғифләнмәһә, мандып та ҡуйыр. Г. Яҡупова.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, 70 төрлө ауырыуға дауа, һаулыҡ, көс, тормош символы. □ Девясил (мифологизированное растение, способное излечить, по поверьям, от 70-и болезней; символ здоровья, силы, жизни). ■ Андыҙҙы ерҙән алғанда, хәйер итеп, ергә икмәк һынығы, тоҙ һалып ҡалдырырға кәрәк. Халыҡ ижадынан. Атай-олатайҙарыбыҙ арыған йә янған атҡа андыҙ ҡайнатып эсергән, һыуытҡан. «Киске Өфө», 23 июль
2011. • Ирәуән барҙа ир улмәҫ, андыҙ барҙа ат улмәҫ. Мәҡәл.
АНДЫҘЛЫҠ [боронғо төрки андыз ‘андыҙ үләне’] (Р: место, где растёт девясил; И.: places of growth Elecampane; T: andiz-hk) u.
Андыҙ үҫкән ер, ялан. □ Место, где растёт девясил. ■ Аҡназар кусты алйотлоҡ эшләне ул яланға тейеп, борон-борондан андыҙлыҡ ине унда. Г.Яҡупова.
АНЕКДОТ [рус. < гр. anekdot < а ‘юҡлыҡ киҫәксәһе’ + ekdoton ‘баҫылған’] и. ҡар. көләмәс.
АНЕМИЯ [рус. < гр. ап + haima ‘ҡан’] и. мед. ҡар. аҙ ҡанлылыҡ. Анемияны булдырмаҫ өсөн витаминдар ашау.
АНЕМОМЕТР [рус. < гр. anemos ‘ел’ + metron ‘үлсәү’] (Р: анемометр; И.: anemometer; T: rüzgar hız ölçeri) и.
Һауа хәрәкәте тиҙлеген үлсәү ҡоралы.
□ Анемометр.
АНЕРОИД [рус. < гр. aneroid ‘барометр’] (Р: анероид; И.: aneroid; T.: aneroit) и. метеор.
Атмосфера баҫымын үлсәй торған металл барометр. □ Анероид.
АНЕСТЕЗИОЛОГ [рус.] (Р: анестезиолог; И.: anaesthetist; T.: narkozcu) и. мед.
Анестезиология белгесе, врач. □ Анестезиолог.
АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ [рус. < лат. ап ‘юҡлыҡ’ + aesthesia ‘һиҙемләү’ + боронғо гр. logos ‘фән’] (Р: анестезиология; И.: anaesthesiology; T.: anesteziyoloji) и.
Ауыртыуҙы баҫыу, хирургик операциялар ваҡытында һәм унан һуң организмдың мөһим функцияларын өйрәнеүсе медицина әлкәһе. □ Анестезиология.
АНЕСТЕЗИЯ I [рус. < лат. anaesthesis] (Р.: анестезия; И.: anesthesia; T.: duyum yitimi) и.
Ауырыу сәбәпле ауыртыуҙы, температураны тоймау; һиҙеүсәнлек юғалтыу. □ Анестезия. Травма анестезияһы. ■ Республикала ксенон анестезияһы тәу сиратта бик куп ҡатмарлы һәм оҙайлы операциялар уткәрелгән, бала табыуҙың ҡатмарлы
277