Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 278


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АНЕСТЕЗИЯ
осраҡтары булған, нервы системаһы сирҙәре менән яфаланыусыларға операциялар эшләнгән Өфө һәм Стәрлетамаҡ кеуек эре ҡалаларҙа уҙен аҡлаясаҡ. «Йәшлек», 21 ноябрь 2009.
АНЕСТЕЗИЯ II [рус. < лат. anaesthesis] (Р.: анестезия; И.: anesthesia; T.: anestezi) и.
Ауыртыуҙы баҫа торған алым. □ Анестезия. Дөйөм анестезия.
АНИМАЛИСТ [рус. < фр. animaliste < лат. animal ‘йәнлек’] (Р.: анималист; И.: animal painter; T.: hayvan ressamı) и.
Хайуандар рәсемен йәки һынын яһаусы рәссам йәки скульптор. □ Анималист.
АНИМАЦИЯ [рус. < лат. animation] (Р: анимация; И.: animation; T.: canlandırma) и.
1. ҡар. мультипликация.
2. Тәбиғәттең йәки уның айырым өлөштәренең, күренештәренең йәнле булыуына ышаныу. □ Анимация.
АНИМИЗМ [рус. < лат. anima ‘йән’] (Р: анимизм; И.: animism; T.: canlıcılık) и.
Матди донъялағы бөтә предметтар һәм күренештәргә идара итеүсе рухтарҙың, фантастик образдарҙың булыуына ышаныу. □ Анимизм.
АНИМИСТИК [рус.] (Р: анимистический; И.: animistic; T: canlıcı) с.
Анимизм хас булған. □ Анимистический. Анимистик ҡараш.
АНИҺӘ (Р: частица; И.: kind of particle; T.: en iyisi) киҫ. һөйл.
Бер эштең икенсе бер эштән яҡшыраҡ булыуына баҫым яһағанда әйтелә. □ Частица для подчёркивания предпочтительности какого-л. действия. Буш менән ваҡыт уҙғарып йөрөгәнсе, аниһә картуф ҡаҙыш.
АНКЕТА [рус. < фр. enguKte ‘һорауҙар теҙмәһе’] и.
1. ҡар. һораунамә. ■ Анкета тултырыу формаһында уҙғарылған социологик тикшереуҙәргә 7 һорау индерелеп, уларға Кумертау ҡалаһы биләмәһендә йәшәгән
300 кеше аноним рәуештә яуап биргән. «Юшатыр», 11 февраль 2010.
2. Кемдецдер биографик мәғлүмәттәре. □ Анкета. Анкета тултырыу. П Элек эшкә урынлашҡанда, анкета тултырыу кәрәк ине. Исем-шәрифец, белемец кеуек төп мәғлүмәттәрҙән тыш, ғилми дәрәжәң, сит телде белеуең хаҡында яҙыу мотлаҡ ине. «Йәшлек», 6 сентябрь 2011.
АНКЕТАЛАУ (анкетала-) (Р: анкетировать; И.: questionary anket; T.: sormaca) ҡ.
Һорауҙарға яуаптар алып, материал туплау ысулы, методы. □ Анкетировать, проводить анкетирование. // Анкетирование.
АННЕКСИЯ [рус. < лат. annexio ‘яулау, ҡушыу’] (Р: аннексия; И.: annexation; T.: ilhak) и.
Берәй илдең йәки уның өлөшөнөң баҫып алыныуы йәиһә икенсе бер илгә көсләп ҡушылыуы; баҫҡынсылыҡ. □ Аннексия. Аннексия сәйәсәте. Аннексия яһау.
АННЕКСИЯЛАНЫУ (аннексиялан) ҡ. төш. ҡар. аннексиялау, страд, от аннексиялау.
АННЕКСИЯЛАУ (аннексияла-) (Р: аннексировать; И.: annex; T.: ilhak etmek) ҡ.
Аннексия яһау. □ Аннексировать.
АННОТАЦИЯ [рус. < лат. annotatio] и. ҡар. аңлатма.
АННОТАЦИЯЛАУ (аннотацияла ) (Р: аннотировать; И.: annotate; T.: dipnot koymak) ҡ.
Аннотация яһау. □ Аннотировать. Ҡулъяҙманы аннотациялау.
АНОМАЛЬ [рус. < гр. anomalos] (Р: аномальный; И.: anomalous; T.: anormal) с.
Дөйөм ҡағиҙәнән ситкә сыҡҡан тайпылыш. □ Аномальный. Буй-Һын аномалияһы. Аномаль куренеш. Аномаль урын. Аномаль балалар.
АНОНИМ [рус. < гр. anonymos ‘исемһеҙ’] (Р: аноним; И.: anonymous author; T.: imzasız) и.
1. Әҫәрендә, хатында үҙенең исемен йәшергән автор. □ Аноним. ■ Уға [хатҡа]
278