АНТАГОНИСТИК
редактор артыҡ әһәмиәт бирмәне. Сөнки уны яҙыусы бәндәнең ни адресы, ни исем-фамилияһы курһәтелмәгәйне. Анонимдың баһаһы һуҡыр бер тин. В. Исхаҡов.
2. Автор исеме ҡуйылмаған хат йәки әҫәр. □ Аноним. Аноним яҙыу. ■ Милицияға төрлө хаттар килә. Берәуҙәр ҡул ҡуйып ебәрәләр. Икенселәре аноним хаттар яҙалар. Ә. Бикчәнтәев.
АНОНС [рус. < фр. аппопсе] (Р.: анонс; И.: announcement; T.: duyuru) и.
Буласаҡ гастроль, спектакль, концерт, яңы сығасаҡ тауарҙар, хеҙмәттәр һ.б. тураһында яһалған белдереү, иғлан. □ Анонс. Анонслы афиша. «Икеа» магазины анонсы.
АНОНСЛАУ (анонсла-) (Р.: анонсировать; И.: announce; T.: anons etmek) ҡ.
Алдан белдереү, алдан иғлан итеү. □ Анонсировать.
АНСАЙЫН (Р.: отчаянный; И.: desperate; T.: arsız) с. диал.
1. Бик уҫал, сая. □ Отчаянный, дерзкий, неугомонный. • Куршең ансайын булһа, тыныслыҡ курмәҫһең. Әйтем.
2. Көсөргәнешле, хәтәр. □ Напряжённый, безвыходный, тягостный. Эштәр ансайын булып китте.
3. кусм. Күп дәрәжәлә. □ Ещё более, пуще прежнего. Ансайын куп булмаҫ.
АНСАМБЛЬ [рус. < фр. ensemble ‘бергә’] (Р: ансамбль; И.: ensemble; T.: grup) и.
1. сәнғ. Музыкаль, драматик һ. б. әҫәрҙәрҙең башҡарылышындағы төҙөклөк, килеш-лек, гармониялылыҡ. □ Ансамбль.
2. муз. Бер ижади коллектив булып сығыш яһаған артистар төркөмө. □ Ансамбль. Йыр һәм бейеу ансамбле. Ҡурайсылар ансамбле. ■ Моисеев ансамбле репертуары башлыса донъя халыҡтары бейеуҙәренән торһа, Ғәскәров исемендәге ансамбль башҡорт бейеуҙәренән тыш, Рәсәй халыҡтары бейеуҙәрен дә башҡарыусы Рәсәйҙәге берҙән-бер бейеу коллективы. «Киске Өфө», 1 июль 2011.
3. архит. Төҙөк, килешле бер бәйләнешкә килгән берҙәмлек, үҙ-ара ярашҡан бер
бөтөнлөк. □ Ансамбль. Ҡыҙыл майҙан ансамбле. Урамдарҙың ансамбль ҡоролошо. ■ Бер бөтөн архитектур ансамбль хасил иткән ҡала ҡоролмалары араһында ҡабатланмаҫ булмағандары ла осрай. «Ағиҙел», № 2, 2010.
АНТ I боронғо төрки ант] (Р: клятва; И.: oath; T: ant) и.
1. Ҡәтғи, тантаналы һүҙ менән нығытылған вәғәҙә. □ Клятва, присяга. Ант һуҙе. Дуҫлыҡ анты. Ант менән нығытыу. ■ Башҡорттар Беренсе Май көндө Ватан алдында ғәскәри ант бирҙе. Ә. Ихсан.
2. Вәғәҙәне йәки хәбәрҙе нығытыу өсөн әйтелә торған тантаналы һүҙ. □ Клятва; магический набор слов (иногда их произнесение сопровождалось в древности употреблением крови или молока). ■ [Хәйретдин:] Валлаһи-билләһи, ант, алтындың ҡайҙан табылғанын белмәйем. Я. Хамматов. [Алтынбай:] Мин аҡлармын ғәйебемде. Бына ант итеп әйтәм. Икмәк. 3. Ураҡсин.
♦ Ант(ы) башына етеү боҙолған анттың ҡоһорон күреү. □ Быть наказанным за клятвопреступление. ■ Ышаныуҙар буйынса, антты боҙорға ярамай. Боҙһаң, ант башҡа етә, тиҙәр, антты боҙған кеше улә икән. Ф. Хисамитдинова.
АНТАГОНИЗМ [рус. < гр. antahonisma ‘бәхәс, көрәш’] (Р: антагонизм; И.: antagonism; T: düşmanlık) и.
Килешә алмаҫлыҡ ҡапма-ҡаршылыҡ. □ Антагонизм. Йәмғиәттәге антагонизм.
АНТАГОНИСТ [рус. < гр. antahonisma ‘бәхәс, көрәш’] (Р: антагонист; И.: antagonist; Т.: antagonist) и.
1. Нимә менәндер килешмәгән, ҡапма-ҡаршы фекерҙә торған кеше. □ Антагонист.
2. биол. Функциялары йәки тәьҫир итеүе менән ҡапма-ҡаршы булған ағзалар йәки матдәләр. □ Антагонисты.
АНТАГОНИСТИК (Р: антагонистический; И.: antagonistic; T.: antagonistik) с.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы. □ Антагонистический. Антагонистик синыф.
279