Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 280


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АНТ АЛЫУ
АНТ АЛЫУ (ант ал-) (Р.: принять присягу; И.: take an oath; T.: ant içmek) ҡ.
1. Ил, халыҡ алдында тантаналы рәүештә вәғәҙә биреү. □ Принять присягу. Егеттәрҙән хәрби ант алғас, төрлө яҡҡа тараталар.
2. Нимәнелер үтәү тураһында вәғәҙә һүҙен алыу. □ Брать слово. Тәбиғәтте һаҡларға ант алыу.
АНТАРКТИКА [рус. < гр. antarktikos} (Р.: Антарктика; И.: the Antarctic; T.: Antarktik) и.
{баш хәреф менән) Ер шарының көньяҡ полюсы тирәһендәге әлкә. □ Антарктика. Ан-тарктика материгы. Антарктика әлкәһе.
АНТ БИРЕҮ (ант бир-) ҡ. ҡар. ант итеү.
■ [Яҡшымбәт:] Ҡаҙаҡса ил һаҡлау өсөн ант биргәнде белгертәм, ил азаматтарына ҡулымды бирәм. М. Буранғолов.
АНТЕННА [рус. < лат. antenna} (Р: антенна; И.: aerial; T.: anten) и.
Электромагнит тулҡындарын тотоу һәм таратыу өсөн хеҙмәт иткән ҡулайлама. □ Антенна. Булмә антеннаһы. Йунәлешле антенна. Тышҡы антенна. Антенна ҡорамалдары.
АНТИ- [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’] (Р: анти; И.: anti; Т.: anti) алъялғау
Нимәгәлер ҡаршы булғанлыҡты белдергән алъялғау. □ Анти.
АНТИБИОТИК [рус. < лат. antibiotica} (Р: антибиотики; И.: antibiotics; T.: antibiyotik) и. биол. мед.
Микроорганизмдар тарафынан эшләнгән һәм ҡайһы бер бактерияларҙы, микробтарҙы үлтереүгә, шеш күҙәнәктәре үҫешен туҡтатыуға һәләтле матдәләр. □ Антибиотики. Антибиотиктар ҡулланыу.
АНТИВИРУС [рус. < гр. anti + лат. virus ‘ағыу’] (Р: антивирус; И.: antivirus program; T.: antivirüs) и. инф.
Компьютерҙың хәтерендә вирустарҙы табыусы һәм уларҙың тәьҫиренән зарарһыҙландырыусы программа исеме. □ Антивирус.
АНТИГЕН [рус. < гр. anti + gen ‘тыуҙырыусы’] (Р: антиген; И.: antigen; Т.: antijen) и.
Организм өсөн сит матдәләр. □ Антиген.
АНТИДЕПРЕССАНТ [рус. < гр. anti + лат. depressio ‘баҫыусы’] (Р: антидепрессанты; И.: antidepressant; T.: antidepre-san) и.
Психотроп дауалау сараһы, тәү сиратта депрессияны дауалау өсөн файҙаланыла.
□ Антидепрессант.
АНТИК [рус. < лат. antiquus ‘боронғо’] (Р: античный; И.: antique; T.: antika) с.
1. Боронғо грек һәм римляндарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә бәйле. □ Античный. Антик донъя. Антик фәлсәфә. Антик сәнғәт.
2. Матур, һомғол (классик дөроҫ йөҙ, буй-һын тураһында). □ Античный. Антик танау.
АНТИКВАР [рус. < лат. antiquarius ‘бо-ронғолоҡ белгесе’] (Р: антиквар; И.: antiquarian; T.: antikacı) и. сәнғ.
1. Боронғо сәнғәт әҫәрҙәрен, иҫке ҡиммәтле нәмә һәм китаптарҙы белгән, йыйған, шуның менән мауыҡҡан кеше. □ Антиквар. Антиквар булыу.
2. Шул нәмәләрҙе һатыусы. □ Продавец древностей.
АНТИКВАРИАТ [рус. < лат. antiquarius ‘боронғолоҡ белгесе’] (Р: антиквариат; И.: antiques; T.: antika) и.
Боронғо ҡиммәтле китаптар, һүрәттәр, нәмәләр менән һатыу итеү эше. □ Антиквариат.
АНТИКЛЬГК (Р: античность; И.: antiquity; T.: antikalık) и.
1. Боронғо грек һәм рим донъяһы, уның мәҙәниәте. □ Античность.
2. Күркәмлек, матурлыҡ, һомғоллоҡ.
□ Античность.
АНТИЛОПА [рус. < фр. < лат. anthalopus} и. зоол. ҡар. йәйрән.
АНТИМАТДӘ [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + ғәр. матдә} (Р: антитела; И.: antibody; T.: antikor) и. биол. физиол. хим.
280