АНТИЦИКЛОН
Антигендарҙың кеше йәки хайуандарҙың организмына зарарлы тәьҫирен юҡҡа сығарыусы матдәләр. □ Антитела. Аллергияға ҡаршы антиматдәләр.
АНТИНОМИЯ [рус. < гр. antinomia ‘ҡанундағы ҡапма-ҡаршылыҡ’] (Р.: антиномия; И.: antinomy; T.: zıtlık) и. фәлс. лог.
Дөрөҫ тип ҡаралған, ләкин бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған ике төп фекер араһындағы ҡаршылыҡ. □ Антиномия.
АНТИПАТИЯ [рус. < гр. antipatheia] (Р.: антипатия; И.: antipathy; T.: hoşlanmama) и.
Яратмау, күрә алмау тойғоһо; киреһе -симпатия. □ Антипатия. Антипатия тойғоһо. Антипатия уятыу.
АНТИПОД [рус. < гр. anti + pus (podos)] (Р: антипод; И.: antipode; Т.: antipot) и.
Тәбиғәте, ҡараш-фекере һ.б. менән кемгәлер, нимәгәлер ҡапма-ҡаршы торған әй-бер, кеше. □ Что-н., кто-н., расположенное противоположно чему-н. или кому-н. другому. ■ Шул идеаль йәмғиәтте бар ҡылыусы тирәһенә гел ыңғай һыҙатлы, изгелектән башҡаны белмәгән заттар, ә уның антиподы тирәһенә зыянлы заттар туплана. Ике кос контраст итеп ҡапма-ҡаршы кәүҙәләндерелә. Ә. Сөләймәнов.
АНТИСАНИТАР (Р: антисанитарный; И.: insanitary; T.: sağlıksız) с.
Санитария талаптарына ярашһыҙ. □ Антисанитарный. Антисанитар шарттар.
АНТИСЕМИТ [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + 8ёт ‘Сим, Ной улы’] (Р: антисемитизм; И.: anti-Semit; T.: yahudi aleyhtarı) и.
Йәһүдтәргә ҡаршы булған. □ Антисемит, противник евреев. Антисемиттарға хас кәйеф. Антисемиттарға хас ҡылыҡ.
АНТИСЕМИТИЗМ [рус. < гр anti + Semitism ‘йәһүдтәргә ҡаршы көрәш’] (Р: антисемитизм; И.: anti-Semitism; Т.: yahudi aleyhtarlığı) и.
Йәһүдтәргә кире, дошман ҡараш. □ Антисемитизм.
АНТИСЕПТИКА [рус. < гр. anti + sep-tikos ‘эренле’ (Р: антисептика; И.: antisepsis; T.: antisepsi) и. мед.
Йәрәхәттәге микробтарҙы таҙартыу, йоғошһоҙландырыусы саралар, дарыуҙар.
□ Антисептика.
АНТИТЕЗА [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + thesis ‘тезис’] (Р: антитеза; И.: antithesis; T.: antitez) и.
1. Ҡапма-ҡаршы төшөнсә; ҡаршылыҡ.
□ Антитеза.
2. әҙ. Ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙе һәм образдарҙы сағыштырыуға ҡоролған әҙәби-стилистик алым. □ Антитеза. ■ Йылы лирик пейзажға антитеза рәүешендә шағир ҡараңғы шахтаны кәүҙәләндерә. Ғ. Рамазанов.
АНТ ИТЕҮ (ант ит-) (Р: дать клятву; И.: take an oath; T.: andetmek) ҡ.
1. Ант һүҙе әйтеү. □ Дать клятву, обет, клясться, присягать. // Клятва, присяга.
2. Бурыс алыу, үҙ әҫтәңә бурыс йөкмәү.
□ Обязываться, принимать на себя обязательство. // Обязательство.
АНТИТОКСИНДАР [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + oxys ‘әсе’] (Р: антитоксины; И.: antitoxins; T.: antitoksin) и. күпл. мед.
Бактериялар ағыуына ҡаршы тороусы антиесемдәр. □ Антитоксины.
АНТИФРИЗ [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + ингл. freeze ‘туңыу’] (P: антифриз; И.: antifreeze; T.: antifiriz) и.
Радиатор һыуына ҡушылып, 0 градус һәм унан түбән температурала һыуҙың туңмауын тәьмин иткән химик матдә. □ Антифриз. Антифриз ҡойоу. ■ Антифриз менән тосол, двигателде һыуытыуҙан тыш, ҡайһы бер двигателдәрҙе майлай ҙа. «Йәшлек», 1 июль 2008.
АНТИЦИКЛОН [рус. < гр. anti ‘ҡаршы’ + kyklos ‘түңәрәк’] (Р: антициклон; И.: anticyclone; T.: antisiklon) и. метеор.
Циклондар араһында урынлашҡан атмосфера баҫымы юғары булған әлкә. □ Антициклон. Антициклон үҙәге.
281