АНЫҠ
рым нәмәләргә күсереп йәнләндереү. □ Антропоморфизм.
АНТРОПОНИМИКА [рус. < гр. опута ‘исем’] (Р.: антропонимика; И.: anthroponyms; T.: antroponim) и. лингв.
Лексикологияның кеше исемдәрен өйрәнеүсе бүлеге. □ Антропонимика.
АНТУРАЖ I рус. < фр. entourage ‘тирә-яҡ’] (Р: антураж; И.: entourage; T.: mühit) и.
Тормош шарттары, тирә-яҡтағы хәл-то-рош, мөхит. □ Антураж.
АНТЫ-МАНТЫ: анты-манты, ер йотһон (Р: употребляется при клятвенном обещании выполнить что-л:, И: word used in oaths; T.: antlarda kullanılan kelimeler) бал.
Берәй һүҙҙе нығытып ант иткәндә әйтелә.
□ Употребляется при клятвенном обещании выполнить что-л.
АНТ ЭСЕҮ (ант эс-) ҡ. ҡар. ант итеү.
АНФАС [рус. < фр. еп face ‘йөҙ менән’] (Р: анфас; И.: full face; T.: karşıdan alınmış) p.
Алдан, йөҙ менән. □ Анфас. Карточкаға анфас төшөрөу.
АНҺАТ [иҫке фарсы асанд ‘тыныс’] (Р.: лёгкий; И.: easy; T: kolay) с.
Артыҡ көс, ҙур көсөргәнеш талап итмәгән; еңел; киреһе — ҡыйын. □ Лёгкий, нетрудный, простой. Анһат мәсьәлә. Анһат эш. ■ [Вил] имтихандарҙы ла анһат һәм ваҡытында тапшыра килде. Ә. Әминев. • Тауға менеуе ҡыйын, төшөуе анһат. Әйтем.
АНҺАТҠА ҺАЛЫШЫУ (анһатҡа һалыш-) (Р: облегчать себе что-л:, И.: facilitate; T.: kolay yolu seçmek) ҡ.
Еңел юлға баҫыу, еңелде ҡарау. □ Облегчать себе что-л.
АНҺАТЛАНДЫРЫУ (анһатландыр) (Р: облегчать что', И.: make easier; T: kolaylaştırmak) ҡ.
Анһатҡа, еңелгә әйләндереү, анһат итеү.
□ Облегчать что, сделать более лёгким, доступным. Эш шарттарын анһатландырыу.
АНҺАТЛАНЫУ (анһатлан-) (Р.: облегчаться; И.: become easier; T.: kolaylaşmak) ҡ.
Анһатҡа, еңелгә әйләнеү. □ Облегчаться, становиться более лёгким. Эш көндән-көн анһатлана бара.
АНҺАТЛЫҠ (анһатлығы) (Р: лёгкость; И.: easiness; T.: kolaylık) и.
Еңел булғанлыҡ, көсөргәнешһеҙлек.
□ Лёгкость, доступность. Эштең анһатлығы.
АНҺЫҒЫУ (анһыҡ) (Р: жаждать; И.: dry up; T.: susamak) ҡ. диал.
1. Бик ныҡ һыуһау; сарсау. □ Пересыхать (о горле), жаждать. Анһығып бөтөу. Анһығып килеп һыуыҡ һыу эсеу.
2. кусм. Бик ныҡ теләү, ашҡынып теләү; алғыһау. □ Сильно желать, стремиться, тосковать. Көтә-көтә анһығыу. ■ Тиҙерәк яуға ташланып, дошманды илдән һөрөп, тыуған ерҙәргә тантана менән ҡайтырға анһығалар [егеттәр]. С. Әлибаев.
АНҺЫҠТЫРЫУ (анһыҡтыр-) (Р: вызывать жажду; И.: cause thirst; T: susattırmak) ҡ. диал.
1. Бик ныҡ һыуһатыу; сарсатыу. □ Вызывать жажду, дать пересыхать. Тоҙло аш анһыҡтырҙы.
2. кусм. Көслө теләк уятыу; алғыһатыу.
□ Вызывать сильное желание, стремление, заставлять тосковать. ■ Илдәр, ирҙәр кук-рәгенә һалып ҡыуанысын, моңон, хәсрәтен, анһыҡтырып һаман киләсәккә, ваҡыт һынай көстәр нисбәтен. X. Назаров.
АНҺЫЛЫУ (анһыл-) ҡ. диал. анһығыу.
АНҺЫУ (анһы-) ҡ. диал. анһығыу.
АНШЛАГ [рус. < нем. Anschlag] (Р: аншлаг; И.: the «sold out» notice; T.: ful) и.
1. Театр, киноларҙа һ.б. билеттарҙың һатылып бөтәүе тураһындағы иғлан. □ Аншлаг. Аншлаг элеу.
2. Тулы зал. □ Переполненный зал.
3. Гәзиттә ҙур хәрефтәр менән бирелгән мәҡәлә башы. □ Аншлаг.
АНЫҠ I [дөйөм төрки аныҡ ‘билдәләнеп ҡуйылған’] (Р: точный; И.: concrete; T: tam) с.
283