АНЫҠ
1. Асылы билдәле; асыҡ, теүәл, конкрет.
□ Точный, конкретный. Аныҡ иҫәп. Аныҡ маҡсат. ■ Үҫеш нигеҙе — аныҡ эштәрҙә. «Башҡортостан», 28 февраль 2010.
2. Асылы билдәле, аңлайышлы. □ Понятный, ясный, определённый. Аныҡ һуҙ. Аныҡ фекер. Аныҡ мөнәсәбәт.
3. Асыҡ, аңлайышлы телмәр, он һ.б.
□ Внятный, чёткий, разборчивый (о речи, звуках и т.п.). Аныҡ телмәр. Аныҡ ҡултамға. ■ Кеше исемдәре бик борон замандарҙа тәутормош дәуерендә аныҡ телмәр менән бер ваҡытта барлыҡҡа килгән тигән фекер йәшәй. Т. Кусимова.
АНЫҠ II (Р.: истина; И.: truth; T.: doğruluk) и.
Асыл, дөрөҫлөк. □ Истина, правда. Анығын әйтеу. Анығын һөйләп биреу.
АНЫҠ III (Р: ясно; И.: clearly; T: açık) р.
Аңлайышлы, билдәле, асыҡ, конкрет рәүештә. □ Ясно, чётко, определённо, точно, конкретно. Аныҡ куреу. Аныҡ хәтерләу. Аныҡ куҙ алдына килтереу. Аныҡ итеп һу-рәтләу. Аныҡ итеп еткереу. Аныҡ әйтеп биреу. Бурыстарҙы аныҡ булеу. ■ Ауыл урынын аныҡ ҡына бер кем белмәй. Б. Ҡаһарманова.
АНЫҠЛАНЫУ (аныҡлан-) ҡ. төш. ҡар. аныҡлау, страд, от аныҡлау.
АНЫҠЛАНЫУСЫ (Р: определяемое; И.: determinant; T: belirtilen) и. грам.
Һөйләм йәки һүҙбәйләнештәге аныҡлаусы тарафынан асыҡлана, билдәләнә торған һүҙ. □ Определяемое. ■ Аныҡлаусы тарафынан асыҡланып килгән һуҙ аныҡланыусы тип йөрөтөлә. Ҡ. Әхмәров.
АНЫҠЛАТЫУ (аныҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. аныҡлау, понуд. от аныҡлау.
АНЫҠЛАУ (аныҡла-) (Р.: выяснить; И.: clarify; T.: incelemek) ҡ.
1. Ниҙең дә булһа асылын тикшереп билдәләү. □ Выяснить. // Выяснение.
2. Асыҡлау. □ Уточнять, конкретизировать. // Уточнение, конкретизация. Эштең куләмен аныҡлау.
АНЫҠЛАУСЫ (Р.: определение; И.: attribute; T.: belirten) и. грам.
һөйләм һәм һүҙбәйләнештәге берәй һүҙҙе асыҡлап килгән эйәрсән киҫәк. □ Определение. Һуҙбәйләнештә аныҡлаусы аныҡланыусының алдында тора.
АНЫҠЛАУСЫ ҺӨЙЛӘМ (Р: опре делительное предложение; И.: attributive clause; T.: belirleyen cümle) и. грам.
Баш һөйләмдәге исемде йәки аныҡлаусы вазифаһын үтәүсе «шундай», «шуның» мөнәсәбәт һүҙҙәрен асыҡлаған эйәрсән һөйләм. □ Определительное предложение.
АНЫҠЛЫҠ (аныҡлығы) (Р: точность;
И.: exactness; T.: doğruluk) и.
1. Асыҡлыҡ, билдәлелек. □ Точность, определённость. Һуҙҙең аныҡлығы.
2. Асыҡлыҡ, аңлайышлылыҡ, теүәллек.
□ Чёткость, ясность, отчётливость. Фекер аныҡлығы. Аныҡлыҡ индереу.
АҢ I [дөйөм төрки аң ‘һиҙгер, зирәк’] (Р: сознание; И.: consciousness; T.: bilinç) и.
1. Үҙ-үҙеңде, тирә-йүнде тойоу, ҡабул итеү һәләте; иҫ. □ Сознание. Аңға килтереу. Аңды юғалтыу. Аңдан яҙыу. Аңында булыу.
2. Кешенең ысынбарлыҡты төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте. □ Разум, ум. Аң уҫеу. Аң инеу. Аң менән эш итеу. Аңды йыйыу.
3. Кешеләр тарафынан йәмғиәт тормошон аңлап төшөнөү һәләте. □ Сознание, сознательность. Аң уяныу. Аң йәшәйеш менән билдәләнә. Сәйәси аң.
♦ Ҡара аң үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, белем менән ағартылмаған аҡыл. □ Житейский ум.
АҢ II (Р: зверь; И.: wild animal; T.: canavar) и. иҫк.
1. Ҡырағай йәнлек; кейек. □ Зверь, хищник. Аң аулау.
2. Ау, һунар. □ Охота. Аңға барыу. Аңға йөрөу.
АҢАНСА, аңанса булмай р. һөйл. ҡар. уғаса: уғаса булмай.
284