АҢҠАЙТЫУ
АҢАРСА (Р.: до тех пор; И.: until; T.: şuraya dek) р. диал.
Уға тиклем. □ До тех пор. Ацарса мин дэ килеп етермен.
АҢАРСАМАЙ (Р: в тот момент; И.: in this time; T.: şu an) р. диал.
Шул арала. □ В тот момент. Ацарсамай ҡунаҡтары килеп тә төштө.
АҢ-БЕЛЕМ (Р: знания; И.: knowledge; T.: bilim) и. йыйн.
Уҡыу-яҙыу, фән-мәғрифәт буйынса дөйөм мәғлүмәт. □ Знания, образование. • Аң-белем — мәңгелек ғилем. Әйтем.
АҢ БУЛЫУ (аң бул-) (Р: быть настороже; И.: be on the alert; T.: uyanık olmak) ҡ.
Нимәнәндер йәки кемдәндер һаҡ булыу, уяу булыу. □ Быть настороже, начеку.
АҢҒАНСА, аңғанса булмай (Р: тем временем; И.: meanwhile; T.: bu arada) р. һөйл.
Уғаса, уғаса булмай. □ Тем временем. ■ Аңғанса булмай сержант Пөлищук уҙе-нең ике һалдаты менән немец офицерын .. беҙҙең янға алып килеп еткерҙе. С. Кулибай.
АҢҒАРМАҪТАН (Р: неожиданно; И.: unexpectedly; T: ansızın) р.
1. Һис тә көтмәгәндә, уйламағанда; абайламаҫтан. □ Неожиданно. ■ Башҡорт ҡапҡанына аңғармаҫтан килеп эләкмәҫ өсөн, ғәрәптәр алдарынан көслө хәрби төркөм йөрөтөр булып китте. Р. Байымов. [Ямғыр] аңғармаҫтан килеп сыҡҡан кеуек, ҡапыл ғына уҙып та китте. Ерҙең саңын да баҫманы.
3. Биишева.
2. Үҙең дә һиҙмәҫтән, яңылыш; абайламаҫтан. □ Нечаянно, невзначай. ■ Арт ҡапҡанан сығып барышлай, [Гәрәй] аңғармаҫтан башын арҡыры ағасҡа бәреп алды. Б. Бикбай.
АҢҒАРТЫУ (аңғарт-) (Р: объяснить; И.: explain; T: anlatmak) ҡ.
1. Кемдеңдер аңына еткереү; төшөндөрөү. □ Объяснить, разъяснить. ■ Артыҡ баҙнатһыҙ булдым шул, йәшерҙем серҙәремде. Тик гармун телендә уға аңғарттым һуҙ-ҙәремде. А. Игебаев. Егет бик ҡайғырып
илай-илай өйөнә ҡайтып китә. Ҡайтҡас, ҡатынына хәлде аңғартып бирә. Әкиәттән.
2. Берәй эш-хәл тураһында иҫкәртеү, һиҙҙереү. □ Предупреждать. Алдан аңғартыу.
АҢҒАРЫУ (аңғар-) (Р: понимать; И.: comprehend; T: anlamak) ҡ.
1. Эш-хәлдең, ваҡиғаның асылын аңлау; төшөнөү. □ Понимать. Ни булғанын аңғарып ҡалыу.
2. Абайлап алыу, һиҙеү. □ Догадываться. ■ [Айрас] йоҡо аралаш ни булғанын да аңғарманы. Ш. Насыров.
АҢДЫУ (анды-) (Р.: следить; И.: track; T.: izlemek) ҡ.
1. Кемде йәки нимәнелер йәшерен генә күҙәтеү; һағалау. □ Следить за кем-чем, выслеживать, стеречь, подстерегать кого-что. Һунарҙа кейекте аңдыу. Аңдып тороу. Аңдып ултырыу. ■ Кис ҡорон [клубтан] ҡайтып барғанда, [Мөхлисәне] кулактар урманда аңдып тороп ултергән. М. Тажи. Һәубән алтын өйрәкте аңдып куп йөрөгән. «Аҡбуҙат». • Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман. Әйтем.
2. диал. Һаҡлау, ҡарап тороу. □ Приглядывать, охранять. Баланы ҡырҡы тулғансы аңдыйҙар (йола буйынса).
АҢ-ЗИҺЕН (Р: ум; И.: mind; T: akıl) и. йыйн.
Кешенең аң, аҡыл һәләтлеге. □ Ум, разум. ■ Ә кешегә аң-зиһен, тел бирелгән. Кеше, ер йөҙөндәге иң аңлы, иң аҡыллы тәбиғәт емеше булараҡ, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмау сараһын уҙе хәстәрләргә, уҙ зиһененә һалынған аҡылды файҙаланырға тейеш. М. Бураҡаева.
АҢҠАЙТЫУ (аңҡайт ) (Р: откинуть голову; И.: look upwards; T.: yukarıya bakmak) ҡ.
1. Башты артҡа ташлап, ауыҙ асып өҫкә ҡарап ҡатыу. □ Откинуть голову, смотреть вверх.
2. Оҫта итеп алдау; һемәйтеү. □ Ловко обманывать, одурачить. ■ Шунан, — тигән
285