АҢЛАШЫЛМАУСЫЛЫҠ
АҢЛАЙЫШЛЫЛЫҠ (Р.: ясность; И.: clarity; T.: açıklık) и.
Хәл-тороштоң аңлашылып тороуы. □ Ясность, понятность.
АҢЛАЙЫШҺЫҘ I (Р.: непонятный; И.: unclear; T.: anlayışsız) с.
Аңлап булмаҫлыҡ; аңлауға ауыр. □ Непонятный, неясный. Аңлайышһыҙ телмәр. Аңлайышһыҙ һуҙ.
АҢЛАЙЫШҺЫҘ II (Р: непонятно; И.: incomprehensibly; T.: belirsiz) р.
Аңлап булмаҫлыҡ; аңлауға ауыр. □ Непонятно, неясно. Аңлайышһыҙ итеп һөйләу.
АҢЛАМАҪТАН (Р: не разобравшись; И.: without going into details; T.: anlamadan) р.
Ниәт итмәгән, уйламаған ерҙән; аңғармаҫтан. □ Не разобравшись, не вникая. Аңламаҫтан әйтеп һалыу.
АҢЛАТМА (Р: пояснение; И.: explanation; T.: açıklama) и.
Эш-хәл, мәсьәлә йәки башҡа нәмәнең асылын төшөндөрөп, мәғәнәһен асып биргән һүҙ йәки яҙма. □ Пояснение, объяснение. // Объяснительное; толкование, комментарий. Аңлатма биреу. Фәнни аңлатма. Аңлатма яҙыу.
АҢЛАТМАЛЫ (Р: пояснительный; И.: explanatory; T.: açıklamalı) с.
Аңлатма бирелгән, аңлатмаһы булған.
□ Пояснительный, толковый. Аңлатмалы текст. Аңлатмалы һуҙлек.
АҢЛАТЫЛЫУ (аңлатыл-) ҡ. төш. ҡар. аңлатыу, страд, от аңлатыу.
АҢЛАТЫУ (аңлат-) (Р: объяснить; И.: interpret; T.: anlatmak) ҡ.
1. Ниҙең дә булһа асылын, мәғәнәһен, сәбәбен асып биреү; төшөндөрөү. □ Объяснить, толковать. Мәсьәләне аңлатыу. Һуҙҙе аңлатыу. ■ Айыуғолаҡ, ҡыҙ янына килеп, уҙенең хәлен һөйләп аңлатҡан. Әкиәттән. • Аңһыҙға аңлатҡансы, аңлы эшен бөтөрөр. Әйтем.
2. Уй-тойғоно, фекер-ниәтте белдереү.
□ Пояснить, разъяснить, растолковать, выражать, передавать. ■ Ҡайғыны ла, шатлыҡты
ла кешеләр йыр менән аңлата. Б. Бикбай. Һәнәрсе, шуның менән һуҙ бөткәнен аңлатып, иҙәнгә ҡуйған көршәкте ҡулына ала. 3. Биишева.
3. Ниндәйҙер мәғәнә белдереү, төшөнсә биреү. □ Значить, означать, обозначать. Ғәрәп телендә Хәсән — матур, Мәймунә бәхетле тигәнде аңлата.
АҢЛАУ (аңла-) (Р: понимать; И.: understand; T.: anlamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер эстәлеген, мәғәнәһен тейешенсә ҡабул итеү; төшөнөү. □ Понимать, осмысливать, осознать, познать. Бурысты аңлау. Дәресте аңлау. Дөрөҫ аңлау. ■ Бәхет бит ул — аңлап та, аңлатып та булмай торған төшөнсә. Уны тойорға ғына мөмкин. И. Ильясова. [Юлия:] Ишбулды, туғанҡайым, бик дөрөҫ аңлайһың, бик дөрөҫ эшләйһең. Һ. Дәүләтшина.
2. Кемдеңдер уй-тойғоно, фекерҙе, ниәтте һиҙеүе; төшөнөүе. □ Понимать, уяснить. Бер-береңде аңлау. Кешене аңлау. ■ [Тимер:] Мин һеҙҙе аңлап етмәйем, Мария Николаевна. Б. Бикбай. Минең шул тулҡынды, йөрәгемде Мәрйәм генә аңлай, шуның өсөн мин уға ғына йырларға тейешмен. Д. Юлтый.
3. Эш-хәлдең йәки башҡа нәмәнең айышына төшөү; төшөнөү. □ Разгадать, постигать, уловить. Хатаны аңлау. ■ Егет эштең ниҙә икәнен ошо ерҙә генә аңлап алған. Әкиәттән.
4. Икенсе бер телдә һөйләгәнде төшөнөү. □ Понимать что, разбираться в чём. Инглизсә аңлау.
АҢЛАУСАН (Р: понятливый; И.: quickwitted; T.: akıllı) с.
Эш-хәлдең йәки башҡа нәмәнең айышына тиҙ төшөнөүсән. □ Понятливый, сообразительный. Аңлаусан бала. Аңлаусан булыу.
АҢЛАШЫЛМАУСЫЛЫҠ (аңлашылмаусылығы) (Р: недоразумение; И.: misunderstanding; T.: yanlış anlama) и.
Яңылышлыҡ, бер-береңде аңлап етмәгәндән барлыҡҡа килгән хата. □ Недоразумение. Аңлашылмаусылыҡ килеп тыуҙы.
287