Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 288


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҢЛАШЫЛЫУ
■ Тарихи йырҙарҙа боронғо ырыу-ара ыҙғыш һәм аңлашылмаусылыҡ осраҡтары ла үҙенең поэтик сағылышын тапҡан. С. Галин.
АҢЛАШЫЛЫУ (аңлашыл-) (Р.: стать понятным; И.: become understandable; T: anlaşılmak) ҡ.
Аңға барып етеү. □ Стать понятным. Хәҙер ботәһе лә аңлашыла. Үҙенән-үҙе аңлашыла. ■ Мәсьәлә аңлашылғандай булғас, Фәхри менән Байназар сығып китте. Б. Бикбай.
АҢЛАШЫУ (аңлаш-) (Р.: понимать друг друга; И.: understand each other; T.: anlaşmak) ҡ.
1. Бер-береңдең уй-теләгенә төшөнөү.
□ Понимать друг друга, взаимопонимание. И Әйткәнде кабул итеүеңә рәхмәт, мөғәллим, — тине Оло инәйем. — Шулай башта уҡ аңлашып эш иткән яҡшы. М. Кәрим. [Әбей — егеткә:] һин ҡамыш араһынан сыҡ та, ҡыҙҙың янына барып, мамыҡ тунын бир. Ҡалған яғын үҙегеҙ аңлашырһығыҙ. Әкиәттән.
2. Бер-береңдең әйткәнен, һөйләгәнен аңлау. □ Объясняться друг с другом, изъясняться. ■ Баҙарҙары уның шаулап тора, тиҫтәләгән телдә анҙшшып. Р. Бикбаев.
АҢЛЫ (Р: сознательный; И.: conscious; T.: mantıklı) с.
1. Фекер итеү, уйлау һәләте булған.
□ Сознательный, разумный. Кеше — аңлы йән эйәһе.
2. Аңлап, белеп эш итә алыусан. □ Смышлёный, осмысленный, толковый. Аңлы малай. Аңлы ҡараш. ■ Ул миңә ҡарағанда уҡымышлыла, аңлыла кеше ине. 3. Биишева.
3. Алдынғы ҡарашҡа нигеҙле. □ Сознательный, рациональный. Аңлы тәртип. Эшкә аңлы мөнәсәбәт. ■ [Дауытов:] Ә һеҙ .. колхозсыларҙың аңлы өлөшөнә нығыраҡ таянығыҙ. Б. Бикбай.
АҢРА I [боронғо төрки аңғыр ағ ‘асыҡ ауыҙ’] (Р: глупый; И.: stupid; T.: aptal) с.
Тейешенсә уйлау, фекер итеү һәләтенән мәхрүм; аҡылға самалы; иҫәр. □ Глупый, ту
пой, бестолковый. Аңра кеше. ■ [Әҡлимә:] Китсе, хәсрәт, аңра икәнһең, ә мин һине иң булдыҡлы официанткам тип йөрөгән булам... Н. Иҙелбай.
АҢРА II (Р: тупица; И.: fool; T.: aptal) и.
Әрләгәндә әйтелә. □ Глупец, тупица.
■ Аңра! Унды бөткән, буйы-һыны еткән, ә аҡыл ултырмаған! 3. Биишева.
АҢРАҒОШ (Р: глупыш; И.: fulmar; T.: kuzey fulmarı) и. зоол.
Ҡотоп диңгеҙҙәрҙә йәшәй торған ҡош.
□ Глупыш (лат. Fulmarus glacialis).
АҢРАҠОЛМАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарының аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзянцев и кыпчаков.
АҢРАЛАНЫУ (аңралан-) (Р: глупеть;
И.: grow stupid; T.: artallaşmak) ҡ.
Аңраға әйләнеү, аңра булыу. □ Глупеть, тупеть, становиться глупым, тупым. Карт аңраланып бөткән.
АҢРА ШАЛҠАН (Р: кормовая репа; И.: turnip; T.: şalgam) и. бот.
Малға ашата торған эре аҡ шалҡан.
□ Кормовая репа (лат. Brassica гара). •
АҢСЫ (Р: охотник; И.: hunter; T.: avcı) и. иҫк.
Һунарсы, аусы. □ Охотник.
АҢ-ТАҢ ҠАЛЫУ (аң-таң ҡал-) (Р: поражаться; И.: be surprised; T.: şaşırmak) ҡ.
Аптырау, шаҡ ҡатыу. □ Поражаться, изумляться. ■ Зилский .. ҡобараһы осоп, ҡолап китте. Халыҡ аң-таң булып ҡалды. Ғ. Дәүләтшин.
АҢ ТОМАЛАУ (аң томала-) (Р: затуманить сознание; И.: obscure; T.: belirsiz etmek) ҡ.
Аҡыл менән уйлап, аныҡ эш итә алмаҫлыҡ итеү. □ Затуманить сознание, мысль.
■ Халыҡты меҫкенләндереүгә, буйһондороуға йүнәлтелеү сәбәпле, иң тәүҙә халыҡтың аңын томалау, рухын һындырыу маҡсатын
288