Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 290


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҢЫРЫУ
Аҡ төшкән ҡара ҡанатлы, һарғылт ерән төҫлө эре өйрәк; ҡыҙыл өйрәк, ҡара ерәнсәй.
□ Огарь (лат. Tadoma ferruginea).
АҢЫРЫУ (аңыр-) ҡ. диал. ҡар. аңдыу.
АҢЫТ (Р.: фламинго; И.: flamingo; T.: flamingo) и. зоол.
Тропик һәм субтропик илдәрҙә йәшәй торған оҙон муйынлы, оҙон аяҡлы, алһыу ҡауырһынлы һыу ҡошо. □ Фламинго (лат. Phoenicopterus).
АҢЫШ I (Р: разиня; И.: scatterbrain;
T.: ahmak) с.
Тиҙ генә аңлай, төшөнә алмаусан. □ Разиня. Аңыш кеше.
АҢЫШ II (Р.: суть; И.: essence; T: öz) и. диал.
Айыш. □ Суть, сущность. Аңышына тө-шонөу.
АҢЫШЛЫ (Р: понятный; И.: understandable; T: açık) с. диал.
Аңлайышлы. □ Понятный.
АҢЫШҺЫҘ (Р: непонятный; И.: incomprehensible; T: anlaşılmaz) с. диал.
1. Аңлайышһыҙ. □ Непонятный.
2. Аңра. □ Глупый. ■ [Зиннәт:] һуҡыр, һуҡыр мин! Аңышһыҙ, һуҡыр! Ф. Иҫәнғолов.
АҢЫШЫУ (аңыш) (Р: понять; И.: comprehend; T: anlamak) ҡ. диал.
Аңғарыу. □ Понять. ■ Ҡараһаҡал Ан-тондан бөтә эште аңышҡас, ҡәләм-ҡағыҙын алып, .. ҡаяла ултырып хат яҙған. «Ҡараһаҡал».
АОРТА [рус. < гр. aorte] (Р: аорта; И.: aorta; T: aort) и. анат.
Тәндең үпкәнән башҡа бөтә ағзаларына артерия ҡанын таратҡан, йөрәктең һул муҡсаһынан сыҡҡан иң йыуан артерия.
□ Аорта.
АПА I [дөйөм төрки апа\ и. диал. ҡар. апай 2.
АПА II и. диал. ҡар. бабай 2.
АПА III и. диал. ҡар. апай 4.
АПАЙ (Р: сестра; И.: aunt; T: abla) и.
1. Йәшкә үҙеңдән оло булған бер туған ҡатын-ҡыҙ. □ Родная старшая сестра. Оло апай. Кесе апай. Уртансы апай.
2. Үҙеңдән оло, ата-әсәңдән кесе булған ҡатын-ҡыҙ туған. □ Тётя {младшая сестра отца или матери).
3. Үҙеңдән оло, ата-әсәңдән кесе булған һәр ҡатын-ҡыҙ. □ Тётя {вежливое обращение к женщине, старшей по возрасту). ■ Киң урындыҡ ситендә илле йәштәр самаһындағы бер апай йөн иләп ултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
4. Уҡытыусы, тәрбиәсе ҡатын-ҡыҙға балаларҙың ололап өндәшеү һүҙе. □ Вежливое обращение детей к учительнице, воспитательнице.
5. Үгәй әсәй. □ Мачеха.
6. миф. Ҡояштың эпитеты. ■ Кояш апай, кил, кил, һалҡын ағай, кит, кит. Халыҡ ижадынан.
АПАЙЫМ (Р: родная младшая сестра или родной младший брат; И.: aunt; T: ablam) и. диал.
Бәләкәй туғандарға мөрәжәғәт һүҙе. □ Форма обращения к младшим братьям и сёстрам.
АПАЙЫУ (апай-, апая) (Р: разевать рот; И.: open wide one’s mouth; T: ağzını açmak) ҡ. диал.
Аңшайыу, һемәйеү. □ Разевать рот. Апа-йып тороп ҡалыу.
АП-АҠ (Р: белоснежный; И.: snow-white; T: çok beyaz) с. артыҡл. дәр.
Бик ныҡ аҡ. □ Белоснежный. ■ Ап-аҡ ҡағыҙ битеме ни, ер өҫтөндә ап-аҡ ҡар. К. Шафиҡова. Йылан курһәң, алдына сығып, an-яҡ яулыҡ йә ашъяулыҡ ябырға, ти. Халыҡ ижадынан.
АПАҠАЙ (Р: сестрица; И.: auntie; T: ablacım) и. өндш.
Апайға иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Сестрица, тётушка.
АП АЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён кыпчак, усерган.
290