АПҠАСЫУ
Алып ҡалыу. □ Оставлять у себя, не отдавать чего. Айырып апҡалыу. Ебәрмәй апҡалыу.
АПҠАСЫУ (апҡас-) (Р.: увести; И.: kidnap; T.: götürmek) ҡ. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
1. Алып ҡасыу. □ Увести, похитить. Буректе апҡасыу.
2. Баш бирмәй сабыу (атҡа ҡарата). Понести кого, ускакав (о лошади). Ат апҡасты.
АПЛОМБ [рус. < фр. aplomb] и. ҡар. амбиция.
АПОГЕЙ [рус. < гр.] (Р: апогей; И.: apogee; T.: zirve) и. астр.
1. Ай йәки яһалма юлдаш орбиталарының Ер үҙәгенән иң алыҫ нөктәһе. □ Апогей.
3. Нимәнецдер үҫеүендә иң юғары нөктә.
□ Апогей.
АПОКАЛИПСИС [рус. < гр. apokalyp-5Ü] (Р: апокалипсис; И.: Apocalypse; T.: kiya-met) и. дини.
Христиандарҙың ахрызаман була имеш тип раҫлаусы дини китабы. □ Апокалипсис.
АПОСТОЛ [рус. < гр. apostolos] (Р: апостол; И.: apostle; T.: havari) и. дини.
1. Инжил китабында Христостың үҙ тәғлимәтен таратыу өсөн ебәргән ун ике шәкертенең береһе. □ Апостол.
2. Апостолдар тураһындағы сиркәү китабы. □ Апостол.
3. кусм. Үҙен берәй идеяны таратыуға бағышлаған кеше. □ Апостол.
АПОСТРОФ [рус. < фр. apostrophe < греч. apostrophos] (Р: апостроф; И.: apostrophe; T.: apostrof) и. лингв.
Хәреф өҫтөнә ҡуйыла торған өтөргә оҡшаш билдә (’). □ Апостроф.
АПОФЕОЗ [рус. < гр. apotheum ‘аллалаштырыу’] (Р: апофеоз; И.: apotheosis; T.: ilahlaştırma) и.
1. Боронғо Грецияла һәм Римда ниндәй ҙә булһа геройҙы аллалаштырыу, илаһилаштырыу йолаһы. □ Апофеоз.
2. Берәй кешене йәки ваҡиғаны маҡтау.
□ Апофеоз.
3. театр. Ҡайһы бер спектаклдең һуңғы тантаналы картинаһы. □ Апофеоз.
АППАҒЫМ (Р: светик мой; И.: dear; T.: canım) өндш.
Иркәләп өндәшеү һүҙе. □ ласк. Милый мой, светик мой. • Ҡарға ла балаһын «аппағым» тиер. Әйтем.
АППАРАТ [рус. < лат. apparatus] (Р: аппарат; И.: apparatus; T.: cihaz) и.
1. тех. Билдәле бер эш башҡарыу өсөн хеҙмәт иткән ҡорамал, прибор. □ Аппарат. Дезинфекция аппараты. Рентген аппараты. Ишетеу аппараты. Һауыу аппараты.
2. физиол. Организмдың бөтөн бер функция башҡарған ағзалары. □ Аппарат. Тауыш аппараты. Тын алыу аппараты. Вестибуляр аппарат.
3. Хужалыҡтың, эштең берәй тармағын хеҙмәтләндергән ойошмалар. □ Аппарат. Дәуләт аппараты. Сауҙа аппараты.
АППАРАТУРА [рус.] (Р: аппаратура; И.: equipment; T.: cihaz) и. йыйн.
Билдәле бер эште башҡарыу өсөн хеҙмәт иткән аппараттар, ҡорамалдар. □ Аппаратура. Кино төшөрөу аппаратураһы. Лаборатория аппаратураһы.
АППЕНДИКС [рус. < лат. appendix ‘өҫтәлмәлек’] (Р.: аппендикс; И.: appendix; T.: apandis) и. анат.
1. һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһе. □ Аппендикс.
2. ҡар. ҡушымта.
АППЕНДИЦИТ [рус. < лат. appendicitis] (Р: аппендицит; И.: appendicitis; T.: apandisit) и. мед.
Һуҡыр эсәк үҫентеһенең шешеүе. □ Аппендицит. Киҫкен аппендицит. Хроник аппендицит. ■ Аппендициттан, операция яһатып, һуҡыр эсәк уҫентеһен алып ташлатып ҡына ҡотолорға мөмкин. В. Ғүмәров.
АППЕТИТ [рус. < лат. appetitius ‘теләк’] (Р.: аппетит; И.: appetite; T.: iştah) и.
1. Ашау теләге, ашҡа булған барым. □ Аппетит. Аппетит артыу. Аппетит асылыу. Аппетит менән ашау. Аппетит юғалыу.
2. кусм. Нәфсе, талым. □ Страсть, вожделение. Аҡсаға аппетит тыуыу.
292