Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 293


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АПТЫРАУ
АППЛИКАЦИЯ [рус. < лат. applicatio] (Р.: аппликация; И.: applique; T.: aplike) и.
1. Төҫлө ҡағыҙ, туҡыма киҫәктәрен йәбештереп йәки тегеп һүрәт яһау ысулы.
□ Аппликация. Аппликация менән шөғөл-ләнеу.
2. Шул ысул менән яһалған биҙәк, һүрәт һ.б. □ Аппликация. Аппликация кургәҙ-мәһе.
АПРЕЛЬ [рус. < лат. Aprilis] (Р.: апрель; И.: April; T: Nisan) и. ҡар. алағарай. Апрель аҙағы. Апрель башы. ■ Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр. һынамыш. Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр. Һынамыш.
АПРИОРИ [рус. < лат. a priori ‘алдағынан’] (Р: априори; И.: a priori; Т: a priori) р. фәлс. лог.
Тәжрибәгә нигеҙләнмәйенсә фекер йөрөтөү. □ Априори.
АПСАЙЫУ (апсай-, апсая) (Р: выпрямиться; И.: stand at attention; T: doğrulmak) ҡ.
Үрә баҫыу, һын турайтыу. □ Выпрямиться, вытянуться, стоять навытяжку. Апсая баҫыу. ■ [Кусмәҫ хан:] Мин бер болан осратҡайным, атмаҡсы булып, йәйәмде ҡулға алһам, болан апсая баҫты ла торҙо, имсәктәренән һөтө эйеп китте. «Ҡуҙый-күрпәс менән Маянһылыу».
АПСЫҒЫУ (апсыҡ-) (Р: выводить; И.: take out; T: götürmek) ҡ. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Алып сығыу. □ Выводить, вытащить. Баланы апсығыу. Өйҙән апсығыу. Һыуҙан апсығыу. Ярҙан апсығыу. ■ Аһылбай, бар, атты апсыҡ, халыҡ курһен. 3. Биишева.
АПТАЛ (Р: куча земли; И.: pile of soil; T: kazılmış toprak) и. диал.
Соҡор ҡаҙғанда сыҡҡан тупраҡ өйөмө.
□ Куча земли, выкопанная при рытье.
АПТЕКА [рус. < нем. apotheke < гр. apotheke ‘келәт’] и. ҡар. дарыухана.
АПТЫРАҠ (Р: не знаю, что делать, прямо беда!; И.: it’s a bad job!; T: hayret bir şey!) umu. һөйл.
Нисек итергә, ни эшләргә белмәй аптырағанда ҡулланылған һүҙ. □ Ввод, сл., употребляется для выражения недоумения, досады и т.д. Не знаю, что делать, прямо беда! ■ [Бабай Муллагилдегә:] Саптарҙы әллә яндырғанһың инде, мандымай. Аптыраҡ! Ә. Вахитов.
АПТЫРАНДЫРЫУ (аптырандыр-) (Р: озадачивать; И.: puzzle; T.: şaşırtmak) ҡ.
Аптырашҡа ҡалдырыу, аптыратыу.
□ Озадачивать, приводить в недоумение, замешательство.
АПТЫРАНЫУ (аптыран-) (Р: быть в растерянности; И.: feel ill at ease; T.: şaşırmak) ҡ.
Ниҙеңдер айышына, мәғәнәһенә, тәртибенә төшөнә алмай, ни хәл итергә белмәй уйға ҡалыу. □ Чувствовать себя в затруднительном положении, не знать, что делать. Аптыранып ҡарап төроу. Аптыранып ултырыу.
АПТЫРАТЫУ (аптырат-) (Р: удивлять; И.: amaze; T.: şaşırtmak) ҡ.
1. Ғәжәпкә ҡалдырыу. □ Удивлять, поражать. Ҡарттың ниндәйҙер соҡор ҡаҙыу ы малайҙарҙы аптыратты. Р. Солтангәрәев.
2. Сараһыҙ хәлгә ҡуйып, уйға ҡалдырыу.
□ Вызывать растерянность, досаду, причинять неприятности, приводить в замешательство. Өйҙә етешһеҙлек аптырата. ■ Аптыратҡан донъя бит был Ғабдрахман мулланы. Ш. Бабич.
3. Йәнгә тейеү; йонсотоу, йөҙәтеү. □ Надоедать, докучать, досаждать кому, мучить кого. Аптыратып бөтөу. Мыжып аптыратыу. Һорау биреп аптыратыу.
АПТЫРАУ (аптыра-) [көнсығыш төрки аптыр-ға ‘ашығыу’] (Р: удивляться; И.: be surprised; T.: şaşırmak) ҡ.
1. Ниҙелер тейешленән йәки ғәҙәттәгенән ят күреү; ғәжәпләнеү. □ Удивляться, поражаться. Аптырап китеу. Аптырап тороу. ■ Был ниндәй әкәмәт икән, тип аптырап ҡарап торам. Т. Йәнәби. Бер ниндәй ҡаршылыҡ курһәтмәй, аптырап торған
293