Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 295


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРАЗ
рым ара. Яҡын ара. ■ Был заманда һуғыш өсөн ара юҡ ул, юҡ ул ара! Н. Нәжми. Ни бары 8 сәғәтлек юл Өфө менән Силәбе араһы. Р. Шәкүр.
3. Күпмелер дауам иткән ваҡыт өҙөгө.
□ Промежуток времени. Бер арала. Буш арала. Был арала. Теге арала. Ҡайһы арала.
■ Шулай һөйләшеп торған арала малайҙар бишәу булып китте. Ғ. Байбурин.
4. Йәштәге айырмалыҡ. □ Разница в возрасте. Арабыҙ ике генә йәш.
5. кусм. Кешеләрҙе бер-береһенә бәйләгән мөнәсәбәт. □ Отношения, взаимоотношения. Ара төҙәлеу. Ара һыуыныу. Ара яҡшырыу. Арабыҙ боҙолдо.
6. кусм. Ике кеше араһында ара. □ Дистанция, расстояние. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында ара булырға тейеш.
7. спорт. □ Дистанция. Ун метрлыҡ араға йугереу.
8. Ниҙеңдер уртаһы, эсе, кемдәрҙеңдер төркөмө. □ Среда чего-н., окружение, круг. Ашлыҡ араһы. Урман араһынан. Үлән араһы.
■ Ҡамышлыҡ араһынан ике яҡлап аҡҡоштар кулде буйлап йөҙөп китте. Ш. Бабич. Изге куңеллеләр, мәрхәмәтле йәндәр куп арабыҙҙа. Ана шуларҙың тәме, шуларҙың йәме менән йәшәйбеҙ бөгөн. С. Әбүзәр.
6. 3-сө зат эйл., сығн. һәм у.-в. клш. аффикстары менән бәйләүес функцияһында ҡулланыла {ҡар. араһынан, араһында).
□ Из, среди, между (в функции послелога с осн. п.).
♦ Ер менән күк араһы ныҡ айырыла, яҡынлыҡ йәки оҡшашлыҡ юҡ, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Как между небом и землёй. Ни [ике] арала нисек улай тиҙ. □ Сию минуту. Тәртә араһына инеү тәртипкә инеү, тәртипкә килеү. □ Становиться дисциплинированным. һүҙ ара һүҙ сығып һөйләшә-һөйләшә килеп. □ Слово за слово. Аранан һыу үткеһеҙ «сикһеҙ татыу» тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Очень дружные, живут в согласии. Һәйбәт торалар, араларынан һыу уткеһеҙ.
• Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ. Әйтем. Әҙәм менән әҙәм араһы — ер менән кук араһы. Әйтем.
АРА II (Р.: родовое подразделение; И.: tribal subdivision; T.: soy) и.
Ырыу эсенә ингән вағыраҡ төркөм. □ Родовое подразделение. ■ Ҡыпсаҡ араһы уҙен ауылдың аҫаба башҡорто һанай. Улар ишле лә, берҙәм дә халыҡ. Б. Бикбай. Әлеге көндә .. йәшәуселәр был китаптан уҙҙәренең зат-ырыуын, уның атамаһы тарихын .. ғына тугел, борондан ҡулланылып килгән байтаҡ ырыу һәм ара тамғаларын да асыҡлай ала. М. Нәҙерғолов.
АРА III (Р: между; И.: inter; T.: arası)
1. Күмәк нәмәнең бәйләнешен белдергән ҡушма сифаттың икенсе өлөшө булып килә. □ Вторая часть сложного прилагательного со знач. «меж», «между». Ҡала-ара элемтә. Милләт-ара бәйләнеш. Парламент-ара кәңәшмә. Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция. Халыҡ-ара сәйәсәт.
2. Күмәк заттың ҡатнашлығын белдергән ҡушма рәүештең икенсе өлөшө булып килә. □ Вторая часть сложного наречия со знач. «меж», «между». Икәу-ара һөйләшәу. Үҙ-ара хәл итеу.
АРАҒА ИНЕҮ (араға ин-) (Р: вмешиваться; И.: meddle; T.: müdahale) ҡ.
Кешенең эшенә, тормошона, мөнәсәбәтенә ҡыҫылыу. □ Вмешиваться в чьи-л. взаимоотношения.
АРАҒА ТӨШӨҮ (араға төш-) (Р: вмешаться; И.: meddle; T.: müdahale etmek) ҡ.
Вәғәҙәләшкән кешеләрҙең эшенә ҡыҫылып болартыу. □ Вмешаться в чьи-л. отношения.
АРАҒАС (Р: пришва; И.: front roller; T.: dokuma tezgahi önündeki silindir) u. диал.
Борғоса. □ Пришва (в ткачестве)
АРАЗ [ғәр. ‘ҡаршылыҡ’] (Р: ссора; И.: quarrel; T.: kavga) и. иҫк.
Талаш-тартыш, ыҙғыш. □ Ссора. Араз ҡуптарыу.
295