АРАЗЛАШЫУ
АРАЗЛАШЫУ (аразлаш-) (Р.: ссориться; И.: quarrel; T.: kavga etmek) ҡ. иҫк.
Талашыу, ыҙғышыу. □ Ссориться. [Ҡыҙ — батшаға:]Беҙ бер ваҡыт боҙолошоп, аразлашып китербеҙ. Шул ваҡыт мин .. иң һөйгән, куңелем теләгән нәмәне алып сығып китермен. Әкиәттән.
АРАЙ (Р.: пойма; И.: flood plain; T.: taşkın yatağı) и.
Һыу баҫа торған болон. □ Пойма. ■ Ташлы-ташлы Уралымдың аҡланы, арайҙары. Таштан-ташҡа һикерешә Аҡҡайын малайҙары. М. Кәримов.
АРАЙЫШ [фарс. <_А>1 J] (Р.: украшение; И.: decoration; T.: bezek) и. иҫк.
Биҙәк, зиннәт. □ Украшение.
АРАҠЫ [ғәр. (JJC> ’тир, тирләү’] (Р: водка; И.: vodka; T: votka) и.
Спиртлы иҫерткес эсемлек. □ Водка. Аҡ араҡы. Араҡы заводы. Араҡы шешәһе. Араҡы эсеу. ■ Егор Николаевич рюмкаһындасы араҡыны ҙур ләззәт менән һурып-һурып эсте. 3. Ураҡсин. Араҡының аҡҡан ере тар булһа ла, ташыуы киң — һис берегеҙ тапмаҫ кисеу. М. Ямалетдинов. • Көнбағыш эш ҡалдыра, борсаҡ ауыҙ талдыра, араҡы тун һалдыра. Әйтем.
АРА ҠЫҘ (Р: посредница; И.: mediator; T.: aracı) и. диал.
Егет ҡыҙҙы ҡасырып алғанда аралашлыҡ ролен үтәгән ҡатын-ҡыҙ. □ Женщина, играющая роль посредницы при выходе девушки замуж тайком.
АРАЛ (Р.: небольшой остров; И.: small island; T.: adacık) и.
1. Йылға уртаһында ҡалған ҡоро ер; утрау. □ Небольшой остров (нареке). Ҡаҙҙар аралда ята.
2. диал. Ике йылға башын айырған аралыҡ. □ Междуречье.
3. миф. Һыу эйәһе йәшәгән урын. □ Место обитания духа воды. Аралда һыу инәһе йәшәй, тиҙәр.
АРАЛАНЫУ (аралан-) (Р: отделиться; И.: drop (behind); T.: aralanmak) ҡ.
1. төш. ҡар. аралау 1. страд, от аралау.
2. Бер төркөмдән бүленеп сығыу; айырылыу. □ Отделиться, отбиваться. Ҡолон өйөрҙән араланды. Туптан араланған ҡош. • Араланған ҡуйҙы буре алыр. Мәҡәл.
3. Ауыр хәлдән ҡотолоу. □ Освобождаться. Ҡоллоҡтан араланыу.
4. Берәй нәмәнән йәки эш-хәлдән арыныу. □ Выпутываться, выкручиваться.
АРАЛАУ (арала-) (Р: рассаживать; И.: seat; T.: aralamak) ҡ.
1. Йыш торған (йәки ултырған) нәмәләрҙең араһын киңәйтеү; аралы итеү. □ Рассаживать. Ағасты аралап ултыртыу.
2. Ҡуйы сәселгән нәмәне һирәкләү. □ Прореживать. Сөгөлдөрҙө аралау хәҙергә ҡул менән эшләнә. Й. Гәрәй.
3. Нимәнеңдер асыҡ еренән, араһынан үтеү. □ Проникать через просвет. Урман аралап уткән юл. ■ Ул саҡта ла бында лимон уҫкән, бөркот осҡан тауҙар аралап. Р. Ниғмәти.
4. Ниҙеңдер араһынан юл ярыу. □ Пробивать дорогу через что-л., раздвигать. ■ [Шакир] ашлығын аралап, нәҙек загондың әле ул, әле был яғына сыға. Һ. Дәүләтшина. Халыҡ төркөмөн аралап, мөһабәт буйлы, ҙур сал һаҡаллы, оҙон аҡ тун кейгән яурынтаҡ ҡарт алға сыҡты. Ә. Ихсан.
5. Төрлө ерҙе күреп, ҡыҙырып йөрөү, байҡау. □ Бродить, скитаться, прочёсывать, осматривать. ■ Ил-ерҙәр аралап, ҡанса урман-һыуҙар яғалап, ылау ҡыуыу ы йонсота. Ғ. Хөсәйенов. Билал отряды менән тауҙан тауға, ауылдан ауылға ун көн йөрөнө. Ҡалын ҡара урмандарҙы араланы. А. Таһиров.
6. Ойошҡан, уҡмашҡан, сейәлгән сәсте (һаҡалды, йөндө) айырғылау, яҙыу. □ Трепать, распутывать. Сәсте аралау. ■ Әхмәҙулла бабай һаҡалын аралай-аралай тағы алыҫҡа текләне. Ә. Вахитов.
7. Һуғышҡан йәки ыҙғышҡан кешеләрҙе бер-береһенән айырыу. □ Разнимать, разнять дерущихся. ■ Иртәнән алып йоҡлап киткәнсе өйҙө кутәреп сыҡҡылай айпашҡан,
296