АРАЛАШЛЫҠ ИТЕҮ
тас та тос һуғышып киткән ете малайҙы аралау ы еңел булмағандыр әсәйемә. Ш. Янбаев.
8. Ауыр хәлдән ҡотҡарыу; яҡлау. □ Спасать, выручать, защищать. Аралап ҡалыу. Үлемдән аралау. ■ Һағышымды микән күбәйтергә, араларға микән һағыштан.., сәләмдәрең килә алыҫтан. Р. Бикбаев.
9. Берәй нәмәне икенсеһенән айырыу.
□ Отделить, различать. ■ Халык хәтере .. яҡшыны ямандан аралап, ҡәҙерләп йыя бара. X. Атанғолов.
10. күсм. Кешеләрҙе айырып ҡарау: береһен ситләтеп, икенсеһен яҡынлатып төрлө мөнәсәбәт күрһәтеү. □ По-разному относиться к людям; выделять кого-л. своим отношением. ■ Ҡояш кеше араламай, ғәҙел йәшәй донъяла. Олоһона, кесеһенә ул бер тигеҙ йылмая. Т. Арслан.
11. Яман ниәт менән эшкә ҡыҫылыу.
□ Вмешаться во что-то. Изге эште шайтан аралап ҡуймаһын.
♦ Аш аралау бер кешегә яҡшыраҡ, икенсеһенә насарыраҡ ашатыу; тамаҡ айырыу. □ Обделять (в еде). Еңгәм аш араланы, ағайым өйҙә юҡта йүнле ашатманы. Ен {йәки шайтан) аралау араға кемдер төшөп эште боҙоу. ■ [Үмәр :]Ҡыҙыңдыңике аяғының береһен кешегә атлатма. Изге эште ен аралап ҡуйһа, алдың өлөштө, һ. Дәүләтшина, һалҡын аралау диал. һыуыҡ тейеү. □ Простудиться.
АРАЛАШ I (Р.: смешанный; И.: interspaced; T.: karışık) с.
Төрлө нәмә үҙ-ара ҡатнаш, алмаш-тилмәш. □ Смешанный, перемешанный. Аралаш ашлыҡ. Шыршы менән аралаш имәнлек. Арыш аралаш бойҙай. Ҡар аралаш ямғыр.
АРАЛАШ II (Р: вперемешку; И.: pell-mell; T: karışık) р.
Ниҙер бергә, ҡатышҡан, ҡатыш; ҡатнаш.
□ Вперемешку, вперемежку. Аралаш килеү. Аралаш ултырыу. Аралаш үҫеү. Аралаш һалыу.
АРАЛАШ III (Р.: через; И.: over; T: aracılığıyla) бәйл.
1. Ваҡыт берәмеген белдергән һүҙҙәр менән килеп, ниҙеңдер бер берәмек аша эшләнгәнен йәки ғәмәлгә килгәнен белдерә. □ Через (послелог с осн. п.). Ҡлубта көн аралаш кино күрһәтелә. Йыл аралаш ҡыш һыуыҡ килә.
2. Аша. □ Сквозь. Йәш аралаш көлөү. Иҫ аралаш һаташыу. ■ Хисам йоҡо аралаш ят кешеләрҙең аяҡ тауышын ишетә. Әкиәттән.
АРАЛАШЛЫҠ (аралашлығы) (Р: посредничество; И.: mediation; T.: aracılık) и.
1. Кемдеңдер араһындағы бәйләнештәрҙе, мөнәсәбәттәрҙе урынлаштырырға ярҙам итеү; маклерлыҡ. □ Посредничество, маклерство. Биржа аралашлығы. Сауҙа аралашлығы. Аралашлыҡ хеҙмәте. Аралашлыҡ кәсебе. ■ Ҡайһы бер граждандар күсемһеҙ милеккә үҙ хоҡуҡтарын теркәтеү өсөн был эшкә ҡыҫылышы булмаған, әммә ошо әлкәлә законһыҙ рәүештә аралашлыҡ хеҙмәте күрһәтеүсе кешеләргә мөрәжәғәт итә. Росре-естрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте, 2 август 2010.
2. Ике бәхәсләшкән йәки дошманлашҡан яҡты килештереү, татыулаштырыу эше. □ Посредничество. Аралашлыҡ һәм тыныслыҡ урынлаштырыу миссиялары буйынса комитет.
АРАЛАШЛЫҠ ИТЕҮ (аралашлыҡ ит-) (Р: посредничать; И.: mediate; T.: aracılık etmek) ҡ.
1. Килешеү төҙөүгә, мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға, берәй эш-хәлде башҡарыуға ярҙам итеү; маклерлыҡ итеү. □ Посредничать. ■ [Күсемһеҙ милеккә законһыҙ рәүештә хоҡуҡтарҙы теркәтеү өсөн] аралашлыҡ итеү күренештәрен «мутлыҡ», сит мөлкәткә ҡул һуҙыу, кеше ышанысына кереп, уны алдап, ят милеккә хоҡуҡты һатып алыу тип аңларға кәрәк. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте, 2 август 2010.
297