АРАЛАШЛЫҠ СУДЫ
2. Ике бәхәсле йәки дошман яҡты килештереү, татыулаштырыу. □ Посредничать.
АРАЛАШЛЫҠ СУДЫ (Р.: арбитраж; И.: arbitration; T.: tahkim) и. юр.
Дәүләт, йәмәғәт ойошмалары һәм предприятиелар араһындағы хужалыҡ бәхәстәрен хәл итеүсе махсус дәүләт органы.
□ Арбитраж, третейский суд.
АРАЛАШСЫ (Р.: посредник; И.: mediator; T.: aracı) и.
1. Аралашлыҡ иткән кеше. □ Посредник, маклер. Аралашсы ролен утәу. Сауҙа аралашсыһы. Аралашсы булыу. Аралашсы ярҙамы.
2. иҡт. Килешеүҙәр төҙөүҙә булышлыҡ итеүсе. □ Брокер. Аралашсы иҫәбе. Биржа аралашсыһы. Аралашсылар фирмаһы.
АРАЛАШ УРМАН (Р: смешанный лес; И.: mixed forest; T.: karışık orman) и. урм.
Япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙан торған урман; ҡатнаш урман. □ Смешанный лес.
АРАЛАШ ҺАН (Р: смешанное число; И.: mixed number; T.: karışık sayı) и. мат.
Бөтөн һан менән кәсерҙән торған һандар.
□ Смешанное число.
АРАЛАШТЫРЫУ (аралаштыр-) (Р: мешать; И.: mix up; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Бер нәмәне икенсе нәмә менән ҡатнаштырыу, бергә ҡушыу. □ Мешать, смешивать, перемешивать. ■ Көлдө тупраҡҡа аралаштырып, .. ҡул тырмаһы менән тырматып сыҡтылар, ти. Әкиәттән.
2. Ике нәмәнең араларын бер-береһенә үткәреү. □ Переплетать, сплетать. ■ Соня һыҙғанған йыуан беләктәрен өҫтәл өҫтө-нә һалып, бармаҡтарын аралаштырҙы. Б. Ишемғол.
3. Бер нәмә менән икенсе нәмәне сиратлаштырыу. □ Чередовать. Ял менән эште аралаштырыу.
4. Кешеләрҙе үҙ-ара таныштырыу, һөйләштереү. □ Дать общаться, знакомиться, водиться. Йәштәрҙе аралаштырыу. Баланы олатай-өләсәһе менән куберәк аралаштырыу.
АРАЛАШЫУ (аралаш-) (Р: мешаться; И.: mix; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Бергә ҡушылып, ҡатнашып буталыу.
□ Мешаться, смешиваться, перемешиваться. Бесән ҡар менән аралашып бөткән.
2. Үҙ-ара бәйләнеш, танышлыҡ тотоу; ҡатнашыу. □ Общаться, быть в близких отношениях, водиться, знаться. Дуҫтар менән аралашыу. Яҡындан аралашыу. ■ Беҙҙең ауыл кешеләре туған-тыумасанан тыш, дәрәжәгә, абруйға, мөлкәткә ҡарабыраҡ аралаша. М. Кәрим.
3. Тел ярҙамында аңлашыу. □ Общаться, понимать друг друга. ■ Башҡорт теле, башка телдәр кеуек ук, аралашыу, уҙ-ара фекер алышыу хеҙмәтен утәу менән бергә, ҙур ижтимағи урын тота. Ж. Кейекбаев.
АРАЛАШЫУСАН (Р: общительный; И.: sociable; T: hoşsohbet) с.
Кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыусан.
□ Общительный. ■ Вил аралашыусан, кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыусан ине. Ә. Әминев.
АРАЛБАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзянцев.
АРАЛЫҠ (аралығы) (Р: пространство; И.: passage; T.: alan) и.
1. Бер нәмә менән икенсе нәмә уртаһындағы буш урын; ара. □ Пространство, проход, пролёт. ■ [Кеуәтов:] Ситән араһында аралыҡ ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ. Ә. Вәли.
2. Бер ерҙән икенсе ергә тиклем булған алыҫлыҡ, ара. □ Промежуток, расстояние, дистанция. ■ Зыяның көндәлек маршруты йорттан — мәктәпкә, мәктәптән Ташлыйылғаның ярына тиклем булған аралыҡ ине. М. Тажи.
3. Бер эш-хәлдән икенсеһенә тиклемге ваҡыт өҙөгө. □ Промежуток, интервал времени. Эш аралығы. ■ Бер нисә секундҡа аңымдан яҙғанмын. Ошо ҡыҫҡа ғына
298