АРАҺЫНАН
курмәк, Ғәбит ара-тирә шулай һорау биргеләп тә ҡуя. Ә. Әминев. [Нурия:] ара-тирә олатайҙы шулай йөпләп тә алғылайым, әтеу, тауыш бирмәһәң, ярты һуҙҙә туҡтап та ҡуя торған. Г. Яҡупова.
2. Унда-Һанда, һирәк. □ Кое-где, там и сям, местами. Ара-тирә болоттар курен-геләй. ■ Ара-тирә ҡуян, тейен эҙе куренә, мышыла бата-сума утеп киткән. Г. Яҡупова. Таң еленең дымлы, һалҡынса тулҡындары арҡа буйҙарын өшөтөп, сымырлатып утеуен дә, кешеләрҙең, уянып, ара-тирә йөрөштөрә башлауын да тойманы ул [Сәлимә]. 3. Биишева.
АРА-ТИРӘ II (Р.: друзья, приятели, соседи; И.: friends; T.: arkadaş çevresi) и. йыйн.
Ҡатнашып, аралашып йөрөгән туғандар; яҡын кешеләр. □ Друзья, приятели, соседи. Ара-тирә менән аралашыу.
АРАТНИК и. диал. ҡар. ҡолон сыбыртҡыһы.
АРАТОР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзян.
АРА-ТОРА р. диал. ҡар. ара-тирә 1,1.
АРАУ (ара-) (Р: искать, разыскивать; И.: search; T.: aramak) ҡ. иҫк.
Эҙләү. □ Искать, разыскивать. // Поиск, розыск. ■ Аһ, сәсәктәр, былтыр һеҙҙе өҙөп, кемдең кукрәгенә ҡаҙаным? Кемгә ҡаҙап, кемгә моңло ҡарап, куҙҙәренән яуап араным? Ш. Бабич.
АРАУЫҠ (арауығы) (Р: пространство.; И.: space; T.: uzay) и.
1. Сикһеҙ-ҡырыйһыҙ киңлек. □ Пространство. ■ Бөтә замандарҙа ла аҡыл эйәләре был донъяның мәңгелек тугел, ә уҙгәреусән икәнлеген, тормошта хәл-ваҡиғаларҙың ваҡыт һәм арауыҡ эсендә бер-береһен алмаштырып, сиратлашып килеуен төшөндөрөуҙе алға ҡуйған. «Ағиҙел», № 5, 2010.
2. Тирә-яғы сикле бушлыҡ. □ Пространство. Газдың бөтә булған арауыҡты биләп алыу һәләтлеге бар.
3. (йәки ваҡыт арауығы) Күпмелер дауам иткән ваҡыт. □ Промежуток времени. ■ Көнһылыуға был бер сәғәт ваҡыт иге-сиге булмаған арауыҡ кеуек.. тойолдо. 3. Биишева. Уға [кешегә] йөҙ йылға яҡын ғумер ҙә керпек ҡаҡҡан арауыҡ кеуек кенә. Ғ. Хөсәйенов. Ҡартәсәйем, ҡулын һул яҡ тушенә ҡуйып, уҙенең йөрәк ҡағышын тыңлағандай, бер арауыҡ өндәшмәй торҙо ла өҙөп-өҙөп әйтте: — Арыҫланды бында килтерегеҙ, уҡырға төшкәнсе торһон ауылда, Камил ағаһы ыңғайына аҡылға ултырыр, эшкә лә таһылланыр. Г. Яҡупова.
4. диал. ҡар. аралыҡ.
АРАХИС [рус. < гр. arachis ] (Р: арахис; И.: groundnut; T.: yerfıstığı) и. бот.
1. ҡар. ҡытай сәтләүеге, ер сәтләүеге.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Арахис, земляной орех. Арахис майы. Арахис хәлуәһе.
АРАҺЫНА (Р: между; И.: between; T.: arasına) бәйл.
1. Ике нәмәнең уртаһына тигәнде аңлатҡанда ҡулланыла. □ Между (послелог с осн. п.). ■ Уның [Егор Николаевичтың] ҡалын быймалары араһына дәу ҡамғаҡ килеп инде. 3. Ураҡсин.
2. Нимәнеңдер эсенә тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ В, во что; по чему. ■ Егет, нәфрәтенән быуылып, башын улән араһына тыҡты. Ә. Хәкимов. Ярай, Эҫемгә килделәр ҙә, ти, ләкин ниңә инде, ундағы һый-хөрмәтте, уйын-көлкөнө ҡалдырып, әллә ҡайҙа башҡорт араһына инеп китергә? Б. Рафиҡов.
АРАҺЫНАН (Р: из; И.: from; T.: arasından) бәйл.
1. Нимәнеңдер эсенән айырып башҡарылғанды белдергәндә ҡулланыла. □ Из (послелог с осн. п.). ■ [Аҡмал ҡарт] Оҙон ҡолға менән саңғыларҙы һуҙһеҙ генә эйелеп алды һәм ағас араһынан йылт итеп килеп
301