Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 302


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРАҺЫНДА
сыҡҡан улына тотторҙо. Б. Рафиҡов. Һис шикһеҙ, башҡорт араһы буталғайны инде, улар араһынан сыҡҡан кантон турәләре туштәренә таҡҡан ялтырауыҡтарға ғына тугел, затлы кейемдәргә, алған дәрәжәләре килтергән мал-мөлкәткә, данға кумелеп, хуш куңеллегә әйләнеп бөткәйнеләр. 3. Ураҡсин.
2. Ике нәмәнең уртаһынан тигәнде аңлатҡанда ҡулланыла. □ Между (послелог с осн. п.). ■ Юл бысраҡ, ике яғы һөрөлгән. Шуның араһынан барабыҙ. Ә. Хәкимов.
АРАҺЫНДА (Р.: между; И.: between; T.: arasında) бәйл.
1. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен белдергәндә ҡулланыла. □ Между (послелог с осн. п.). ■ Купте кургән Рамғун бик ку-ңелһеҙләнде: был бит уйын тугел, тимәк, былар [Сарыхан менән Зилбәр] араһында ысын мөхәббәт башланған. 3. Ураҡсин.
2. Кемдеңдер ҡаршыһында, кемдәр менәндер башҡарылыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Среди (послелог с осн. п.). Кеше араһында оятҡа ҡалыу. ■ Дөйөм ятаҡта йәшәгәс, егеттәр араһында төрлө хәлдәр була. Ә. Әминев. Ошо йәштә уларға йәш-елкенсәк араһында ултырырға, уҙҙәре туплаған тормош тәжрибәһен йәш урсемгә биреп ҡалдырырға кәрәк ине лә бит! Б. Рафиҡов.
3. Нимәләрҙелер бер-береһенә ҡаршы ҡуйып сағыштырғанда ҡулланыла. □ Между (послелог применяется при сопоставлении чего-л.). ■ Ә хыял менән тормош араһында ер менән кук һымаҡ айырма. М. Ямалетдинов. Яр менән караптар араһында кәләп һалыусы кәмәләр һирәгәйә төшкәндәй, бәлки, ошо урындан ғына шулай тойолалыр. Б. Рафиҡов.
4. Эш-хәлдең барышындағы айырым-айырым ваҡытты йәки урынды белдергәндә ҡулланыла. □ Между (послелог с осн. п. применяется при указании отрезка времени, места). ■ Был китабында ул [сәйәхәтсе Әбелмәних] уҙенең сәфәре хаҡында ла телгә
ала һәм уҙ өлгөләрен килтерә, һуҙ араһында: «Был бахырҙы яҙмыш ғосмандар мәйетен тапарға мәжбур итте», — ти. М. Өмөтбаев.
АРАЮЛ (Р: обочина; И.: shoulder; T.: yol kenarı) и. диал.
Юл эргәһе. □ Обочина, тротуар. Араюлға ҡом йәйелгән.
АРАҺЫНДАҒЫ бәйл. ҡар. араһында 1. ■ Башҡорт менән ҡаҙаҡ араһындағы туҡтауһыҙ барымта, ҡарымталарға һуңғы сик ҡуйыласаҡ. 3. Ураҡсин.
АРБА [ғәр. 4Чэс’] (Р: арба, телега, тележка, прицеп ; И.: cart; T.: araba) и.
1. Егеп йәки тағып, этеп йөрөтә торған тәгәрмәсле ҡорамал. □ Арба, телега, тележка, прицеп. Бәләкәй арба. Йөк арбаһы. Кәлтә арбаһы. Ҡул арбаһы. Трактор арбаһы. Арба кусәре. ■ Яйланым да майланым кусәрҙәрен арбаның. Ш. Бабич. Салауат Ҡәнзәфәргә менеп атланған Уйылданды елкәһенән матҡып кутәрҙе, ҡайҙа ырғытырға белмәгәндәй һауала һелкетеп торҙо, көтмәгәндә арбаһына шапылдатып ултыртты ла яр аҫтына тәгәрләтте. Б. Рафиҡов. Өлкәнерәктәр носилка, бер тәгәрмәсле ҡул арбаһы менән ҡоралланған, иң бәләкәс ҡыҙҙар — алъяпҡыстарына, малайҙар биҙрәгә таш тейәп ташыған була. Б. Ҡаһарманова. Арба, сана, көрәк-һәнәк, туҫтаҡ, тәпән... ижау, ҡалаҡ... Бер туҡтамай юнып-йышып эшләп торор ине мәрхум... 3. Биишева.
2. Атҡа йәки башҡа хайуандарға егеп йөрөтөлгән, ағастан эшләнгән, тәгәрмәсле йөк транспорты. □ Повозка. Йөк арбаһы. Ябыҡ арба. ■ Ҡатыны, балалары, йугере-шеп, арбаны, атты һырып алды, берәуҙәре ат туғара, икенселәре йөктәге ваҡ-төйәккә тотона. 3. Ураҡсин. • Яман арба юл боҙор, яман кеше ил боҙор. Әйтем. Ҡабыҡ арба куп шығырлар, ҡарт ҡәйнә куп мығырлар. Әйтем. Арбаңа ҡарап, йөк һал, атыңа ҡарап, юлға сыҡ. Әйтем.
♦ Арба менән ҡуян ҡыуыу килешмәгән хилаф эш эшләү. □ Делать что-л. нелепое.
302