АРБАУ
АРБА БИЛДЕГЕ (Р.: жерди; И.: pole; T.: direk) и. диал.
Арбаның ал күкрәге менән арт күкрәген тоташтырыусы ағастар. □ Жерди, соединяющие переднюю подушку телеги с задней.
АРБА БОТЛОҒО и. диал. ҡар. тәгәрмәс теше.
АРБА БҮКӘНЕ и. диал. ҡар. арба күкрәге.
АРБАҘ и. диал. ҡар. аҙбар.
АРБА КЕНДЕГЕ диал. ҡар. кендек.
АРБА КҮКРӘГЕ (Р: подушка телеги;
И.: chuk of cart; T.: arabanın önü) и.
Арбаның алғы өлөшө. □ Подушка телеги.
АРБА КӘШТӘҺЕ и. диал. ҡар. арба билдеге.
АРБАҠЛАУ (арбакла-) (Р: уважать;
И.: esteem; T.: savmak) ҡ. һөйл.
Хөрмәт күрһәтеп маҡтау; күтәрмәләү.
□ Уважать, почитать. // Почитание, уважение, почтение, честь. Ҡунаҡты арбаҡлап ҡаршы алыу.
АРБАҠЛЫ (Р: уважаемый; И.: esteemed; T.: sayın) с.
Маҡтаулы, хөрмәтле. □ Уважаемый, почитаемый. Арбаҡлы кеше. Арбаҡлы булыу.
АРБАҠТЫ (Р: бестолковый; И.: stupid; T.: aptal) и. диал.
Тәртипһеҙ, йүнһеҙ. □ Бестолковый.
АРБАЛЕТСЫ (Р: арбалетчик; И.: crossbow shooter; Т: arbalester) и.
Арбалеттан атыусы һуғышсы, яугир.
□ Арбалетчик.
АРБАЛЫ (Р: с телегой; И.: with a cart; T.: arabalı) с.
1. Арбаһы булған, арба егелгән. □ С телегой, прицепом; имеющий телегу, прицеп. Арбалы ат. Арбалы трактор. • Арбалы һыбайға юл бирмәҫ. Әйтем.
2. Арбала китеп барған. □ Едущий на телеге. • Арбалыға юлдаш булма, юрғалыға юлдаш бул. Мәҡәл.
АРБАЛЫҠ (Р: годный для телеги; И.: suitable for carts; T.: arabalık) c.
1. Арба өсөн, арбаға тәғәйенләнгән.
□ Годный для телеги. Арбалыҡ таҡта.
2. Арбаға һыйырлыҡ, бер арба күләмендә. □ Достаточный для тележки, в объёме одной тележки. Бер арбалыҡ утын. Бер арбалыҡ бесән.
АРБАЛЫУ (арбал-) ҡ. төш. ҡар. арбау I. страд, от арбау I.
АРБА МАТАУ (арба мата-) (Р: тормозить телегу; И.: tie up rear wheels of a cart; T: arabanın arka tekerleklerini bağlamak) ҡ.
Tay түбәненә төшкәндә тәгәрмәсте әй-ләнмәҫлек итеп бәйләү; тышау һалыу.
□ Тормозить задние колеса телеги (для торможения при спуске с горы). // Торможение.
АРБА МЕНДӘРЕ и. диал. ҡар. арба күкрәге.
АРБАСӨЙ и. диал. ҡар. сикәсөй.
АРБАСЫ (Р: тележник; И.: carter; T: araba yapan usta) u.
Арба яһау менән шөғөлләнгән кеше; арба яһаусы. □ Тележник.
АРБАТЫУ (арбат-) ҡ. йөкм. ҡар. арбау I. понуд. от арбау I.
АРБАУ (арба-) I [төрки һүҙе арва\ (Р: заговаривать; И.: enchant; T: büyü yapmak) ҡ.
1. Сихри көс, тылсымлы һүҙ менән тәьҫир итеп, үҙеңә буйһондороу. □ Заколдовывать, заговаривать, заклинать. // Заклинание. Йылан арбау. ■ [Әбей:] Айыуҙы арбап булмай. Айыуҙы күргәс тә ергә йөҙ түбән һуҙылып ятырға ла ҡуйырға кәрәк. М. Тажи.
2. күсм. Берәүҙе үҙеңә ҡаратыу; аҡыл, күңелен биләп, әүрәтеү. □ Завораживать, привораживать, очаровывать, покорить. // Завораживание, приворот. Күңелде арбау. ■ Каруанһарай, йылдар аша балҡып, кешеләрҙең күңелен арбаны. Р. Бикбаев.
АРБАУ II (Р: заклинание; И.: spell; T: büyü sözleri) и.
Тылсымлы һүҙ, доға менән дауалау алымы. □ Заклинание, заговор. ■ Эт, йылан арбауҙарынан тыш теш ҡорто арбауы бар.
303