Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 304


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРБА УРҘАҺЫ
Ф. Хисамитдинова. • Арбау ын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай. Әйтем.
АРБА УРҘАҺЫ и. диал. ҡар. арба бил-деге.
АРБАУСЫ (Р.: ворожея; И.: exorcism; T.: falcı) и.
1. Арбау менән шөғөлләнгән кеше. □ Ворожея. ■ Зәһәр йылан, күтәрелеп, ҡарап ҡатҡан арбаусыға. Н. Нәжми.
2. Тылсымлы һүҙ, доға менән дауалаусы. □ Лекарь, знахарь.
АРБ АЯҠ (арбаяғы) и. диал. ҡар. тәгәрмәс тырнағы.
АРБИТР I рус. < фр. arbitre < лат. arbiter] (Р.: арбитр; И.: arbiter; T: hakem) и.
1. юр. Суд ҡарамағында булмаған бәхәстәрҙе хөкөм иткән белгес. □ Арбитр.
2. спорт. Спорт ярыштарында һайланып ҡуйылған судья. □ Арбитр. Хоккей арбитры. Ярыш арбитры.
АРБИТРАЖ [рус. < фр. arbitrage] и. юр. ҡар. аралашлыҡ суды. Арбитраж комиссияһы. Ведомство арбитражы. Тышҡы сауҙа арбитражы. Валюта арбитражы. Фонд арбитражы. ■ Арбитраж суды бурыстары түбәндәгеләрҙән тора: закондарҙың бер төрлө һәм дөрөҫ ҡулланылыуын тәьмин итеү; предприятиеларҙың һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, уларҙың законлылыҡты һаҡлауын, килешеү йөкләмәләрен үтәүен тәьмин итеү; хоҡуҡ саралары менән закондарҙы үтәүгә һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә законлылыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү. В. Шәйхетдинов.
АРБҮЗӘК и. диал. ҡар. кендек II.
АРБЫ-ТОРБО р. диал. ҡар. тарбан-торбан.
АРГО [рус. < фр. argot] с. ҡар. шартлы тел. Бурҙар аргоһы.
АРГОТИЗМ (Р: арготизм; И.: argotizm; Т: argotizm) и. лингв.
Ниндәйҙер аргонан әҙәби телгә алынған һүҙ. □ Арготизм.
АРГУМЕНТ [рус. < лат. argumentum] (Р: аргумент; И.: argument; T: delil) и.
1. ҡар. дәлил.
2. мат. Ирекле рәүештә үҙгәрә торған математик дәүмәл. □ Аргумент. Йыйылма һандар аргументы. Аргумент үҫеше.
АРГУМЕНТЛАУ (аргументла-) (Р: аргументировать; И.: argue; T: delillemek) ҡ.
Дәлилләп ҡуйыу. □ Аргументировать. Һүҙҙе аргументлап ҡуйыу.
АРГУМЕНТЛЫ (Р: аргументированный; И.: argue; T: delilli) с.
Дәлилле. □ Аргументированный.
АРГУМЕНТҺЫҘ (Р: неаргументированный; И.: without argue; T: delilsiz) с.
Дәлилһеҙ. □ Неаргументированный.
АРҒЫ (Р: дальний; И.: far off; T: uzak) с.
Алыҫтараҡ булған, арыраҡ торған; киреһе — бирге. □ Дальний, находящийся поодаль, расположенный в отдалении. Арғы өй. Арғы яҡ. М Баҡсаның арғы аулаҡ мөйөшөндәге ҡыуаҡтар араһында һандуғас һайрай башланы. Һ. Дәүләтшина. Ауылдың арғы осонда ғына эт ләңкелдәгәне ишетелде, был яҡта һил. 3. Ураҡсин. • Арғы яҡта туй бара тип, бирге яҡта бейемә. Мәҡәл.
АРҒЫЛ I и. ҡар. арғын II.
АРҒЫЛ II (Р: холмистый.; И.: hilly; T: tepesi çok olan) с.
Убалары, түмәләстәре булған. □ Холмистый. Арғыл ер. ■ Янындағы тауҙар тәпәш түгел — арғыл-арғыл күренә дәү булып. М. Ямалетдинов. Арғыл да ғына арғыл, ай, артылған күк һыртлы ла бүре балаһы. Ҡайҙа ғына барһа кәм-хур булмай башҡорт та ғына ата балаһы. Халыҡ йырынан. Арҡа буйҡайҙары арғыл-арғыл, арғылдары бөтә, ҡар киткәс. Халыҡ йырынан.
АРҒЫЛЛАНЫУ (арғыллан-) (Р: быть увалистым, холмистым; И.: be hilly; T: tepeleri çok olmak) ҡ.
Күп убалары, түмәләстәре булыу. □ Быть увалистым, холмистым, иметь увалы, холмы. Урал тауҙары арғылланып ята.
304