Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 305


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРҘАҠ
АРҒЫМАҠ (арғымағы) [дөйөм төрки арғамак] (Р.: скакун; И.: fast horse; T.: çabuk koşan at) u.
Яҡшы тоҡомло йүгерек ат. □ Скакун, аргамак (старинное название породистых восточных верховых лошадей). ■ Бөркөт күкрәк, тар яңаҡ, баҡыр куҙле, шеш ҡолаҡлы беҙҙең һылыу арғымаҡ. Ш. Бикҡол. Арғымаҡ дөбөр-шатыр килеп етте, үрә һикерҙе һәм юҡҡа сыҡты... Б. Рафиҡов. Арғымаҡта елдәй елер инем, тыуған ерһеҙ нисек китәһең? Р. Назаров. Ҡырғыҙ батыры, дуҫы менән хушлашып, уға иң яҡшы ике арғымағын бүләк итеп бирә, шунан кинйә улы Яланбайға уларҙы илтешә барырға ҡуша. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Арғымаҡ аттың билдәһе — аҙ утлар ҙа күп юшар. Мәҡәл. Арғымаҡтың билгеһе — ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр. Әйтем.
АРҒЫМАҠТАЙ (Р: быстро; И.: quickly; T.: hızla) р.
Бик тиҙ, ҡыҙыу, етеҙ; елдәй елеп. □ Очень быстро. Арғымаҡтай елеп барып етеү. ■ Арғымаҡтай етеҙ елгә иш булһамсы, бүтәүҙәрҙән артылырҙай ҡош булһамсы! Н. Мусин.
АРҒЫН I и. иҫк. лингв, ҡар. баҫым I, 2.
АРҒЫН II (Р.: снежные холмы; И.: snow hills; T.: karlı tepe) и.
Ҡышҡы ҡаты һепертмә буран ҡарҙы өрөп яһаған ваҡ ҡына ҡырҙастар. □ Снежные холмы. ■ Арғындың өҫкө ҡаты тығыҙ һалынған була, сасҡау һыуыҡтарҙа хатта ат күтәртерлек булып ҡата. Т. Морат.
АРҒЫН III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир-усерганцев.
АРҒЫНБАЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуының араһы. □ Родовое подразделение башкир-бурзянцев.
АРҒЫНЛАНЫУ (арғынлан-) (Р: покрыться волнообразным слоем снега; И.: get
covered with wave-like snow layer; T: tepeleri kar almak) ҡ.
Ҡарҙың тулҡын-тулҡын булып ятыуы. □ Покрыться волнообразным слоем снега. Ҡар өҫтө арғынланып ята.
АРҒЫ ТУЙ (Р: свадьба на стороне невесты; И.: wedding on the side of the bride; T: gelinin tarafındaki düğün) и. диал.
Ҡыҙ яғында үткәрелгән туй. □ Свадьба, проводимая на стороне невесты. Тәүҙә арғы туй булды, хәҙер бирге туй була.
АРҒЫШ I [боронғо төрки арҡыш ‘каруан; дуҫ’] (Р: гость; И.: toastmaster; T.: baş konuk) и.
1. этн. Ҡалымға килгән ҡунаҡтарҙың табынына баш итеп ҡуйылған кеше. □ Главный на праздничном застолье для гостей, приехавших за калымом. Арғыш ҡуйыу. Арғыш һайлау.
2. Теҙелеп осҡан ҡоштарҙың юл башлаусыһы. □ Вожак стаи птиц.
АРҒЫШ II и. диал. ҡар. тороҡ II.
АРҘА I (Р: жеребёнок или телёнок-сосунок до двухлетнего возраста.; И.: colt / calf/ below two years of age; T: tay/buzağı) и.
1. Ике йәшкә тиклем инәһен имгән тай йәки башмаҡ. □ Жеребёнок или телёнок-сосунок до двухлетнего возраста. Я Бер-бер генә тауҙар бейек булыр, арҙа ғына менән ҡолъя тигән кейек булыр. «Тәүеш Мәргән».
2. диал. ҡар. арҙаҡ I.
АРҘА II (Р: неспособный; И.: incapable; T: yeteneksiz) с. күсм.
Эшкә булдыҡһыҙ. □ Неспособный, бестолковый. Н [Алламорат:] Уй, арҙа ҡаҙаҡ, аңшайма, эшеңде ҡара! һ. Дәүләтшина.
АРҘА III (Р: лишённый; И.: destitute; T: yoksul) с. иҫк.
Йәтим, мәхрүм, буш. □ Лишённый, обездоленный. Арҙа ҡалғас хандан һуң, алтын һаплы аҡ һөңгө ҡында тороп тут алыр, тупаҫланыр ирҙән һуң. Ҡобайырҙан.
АРҘАҠ I (арҙағы) [боронғо төрки артак ‘боҙолған’] (Р: избалованный; И.: spoilt; T: şımarık) и.
305