Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 306


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРҘАҠ
Иркә, наҙлы бала. □ Избалованный, изнеженный ребёнок.
♦ Атам арҙаҡлыһы атаһының наҙлы, иркә балаһы. □ Избалованный, изнеженный ребёнок, букв. Любимец отца.
АРҘАҠ II (арҙағы) (Р.: уважение; И.: respect; T.: saygı) и.
1. Хөрмәт, ихтирам. □ Уважение, почитание.
2. диал. Йыйнаҡлыҡ, тәртип. □ Уют.
АРҘАҠЛАНЫУ (арҙаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. арҙаҡлау, страд, от арҙаҡлау.
АРҘАҠЛАУ (арҙаҡла-) (Р.: нежить; И.: pamper; T.: nazlı büyütmek) ҡ.
1. Иркәләү, наҙлау. □ Нежить. // Нежность. ■ Кем арҙаҡлап мине, кем йыуатһын? Ятам! Хәсрәт тулды күңелгә. X. Ғәбитов.
2. Ҡәҙерләү, тәрбиәләү. □ Оберегать, ухаживать. // Ухаживание. ■ Арҙаҡлап көткән аҡ тәнең ҡара ерҙең аҫтында ҡорт-ҡуңыҙға ем булыр. Ҡобайырҙан.
3. Хөрмәт итеү, ихтирам күрһәтеү. □ Уважать, почитать. // Уважение, почитание.
■ Ололарҙы арҙаҡлау. ■ Егетте арҙаҡлап ҡаршы алалар, аттан төшөрөп, алып инеп китәләр. Әкиәттән.
АРҘАҠЛЫ (Р: дорогой; И.: beloved; T.: saygıdeğer) с.
1. Хөрмәтле, ихтирамлы. □ Уважаемый, почитаемый. Арҙаҡлы ир. Арҙаҡлы кеше.
■ Майҙанға һәр ырыуҙың атаҡлы батырҙары, арҙаҡлы бейҙәре, аҫыл аҡһаҡалдары йыйыла башлай. Ғ. Хөсәйенов. Аяуһыҙ синфи көрәш тәғлимәте халыҡтың иң арҙаҡлы, иң фиҙаҡәр улдарына ҡәһәрле ҡара мөһөр баҫҡан, исемдәрен хәтеребеҙҙән юйырға тырышҡан. Ә. Хәкимов. • Арҙаҡлының балаһы ун биштә лә баш булыр, арҙаҡһыҙҙың балаһы утыҙҙа ла йәш булыр. Әйтем.
2. Наҙлы, иркә, ҡәҙерле. □ Дорогой, любимый. ■ Эй, байғош, берәүҙең арҙаҡлы яңғыҙ ғына балаһы икәнһең, сырағым, әсәң һинең өсөн күҙ йәштәрен түгә торғандыр инде. И. Көҫәпҡол. [Сарыбай — Ҡарабайға] Арҙаҡлы дуҫым! Һин инде икенсе тапҡыр мине үлемдән ҡотҡарып, ҡатындарым менән
балаларымды ҡыуандырҙың, минең таланған мөлкәтемде ҡайтарып бирҙең, ахырҙа шифалы үләндәр менән яраларымды уңалттың. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Байға мал арҙаҡлы, ярлыға бала арҙаҡлы. Әйтем.
АРЕАЛ [рус. < лат. area ‘әлкә’] (Р: ареал; И.: area; T.: alan) и.
1. зоол. бот. Билдәле бер үҫемлек йәки йәнлек-хайуан төрөнөң ер йөҙөндә таралған әлкәһе. □ Ареал.
2. Төрлө күренештәрҙең, шулай уҡ тел күренештәренең ер йөҙөндә таралыу әлкәһе.
□ Ареал. ■ «Заятүләк менән һыуһылыу» иртәгенең тик Аҫыл күл (урындағы фольклорҙа Асылыкүл шулай аталыусан) — Дим — Өршәк ареалында ижад ителеүенә шик юҡ. Ә.Сөләймәнов. Ҡарарҙа ҡыуаҡан һөйләше таралған ареалдың сикләнгән булыуы, уның бары Арғаяш, Тамъян-Ҡатай кантондарында һәм Йылайыр кантонының бер өлөшөндә генә йөрөүе күрһәтелеп, башҡорт халҡының күпселегенең, Бәләбәй.. һәм Бөрө.. кантондарын да индереп, Юрматы һөйләшендә йә уға яҡын телдә һөйләшеүе раҫлана. «Йәшлек», 23 июль 2009.
АРЕАЛЬ ЛИНГВИСТИКА (Р: аре альная лингвистика; И.: areal linguistics; T: bölgesel dilbilim) и. линг.
Лингвистик ареалдарҙы (телдең һәм диалекттарҙың таралыу әлкәһе) һәм тел күренештәренең географик бүленешен өйрәнеүсе лингвистиканың бер бүлеге. □ Ареальная лингвистика.
АРЕНА [рус. < лат. arena ‘ҡом’] (Р: арена; И.: arena; Т: arena) и.
1. Циркта тамаша күрһәтә торған түңәрәк майҙан. □ Арена. Спорт аренаһы. Цирк аренаһы. Аренаға сығыу. ■ Аренаға остом. Ерҙе ҡостом. Ә кемдәрҙер ошо мәлдә ҡыуаныстан күтәрҙеләр тосты. Т. Дәүләтбирҙина.
2. күсм. ҡар. майҙан 2.
3. күсм. Эшмәкәрлек әлкәһе; даирә.
□ Арена. Донъя аренаһы. Сәйәси арена. Халыҡ-ара арена. ■ Рәсәй аренаһына сығыу юлында Мостай Ҡәрим, Назар Нәжми,
306