АРЗАН
Әнүәр Бикчәнтәев, Нәжиб Асанбаевтарҙың киң билдәле яҙыусылар, атаҡлы шағирҙар менән ижади дуҫлығы ла ыңғай роль уйнаны. «Ағиҙел», № 9, 2010.
АРЕНДА [рус. < пол. arenda ‘урта’ < лат. arendare ‘ҡуртымға биреү’] и. ҡар. ҡуртым. Аренда килешеүе. Аренда мөнәсәбәте.
■ Шуға ла хөкүмәт, алда әйткәнемсә, табышһыҙ эшләгән колхоздарҙы бөтөрөп, ерҙәрен сит ил кешеләренә арендаға бирергә, тигән ҡарар ҡабул итте. Ә. Әминев. Тау аръяғындағы башҡорт ерҙәрен аренда һылтауы менән талайҙар. Н. Мусин.
АРЕНДАҒА АЛЫУ (арендаға ал-) ҡ. ҡар. ҡуртымға алыу. ■ [Марфа әбей:] Мәктәп арендаға алһа, мин уның эсен-тышын һылап, әҙәм рәтле итер инем. Р. Камал. Бәләкәй посёлоктағы был ҡунаҡхана күп ваҡыт буш тора, шуға ла идаралыҡ уны арендаға алып, үҙенеке итте. Н. Мусин.
АРЕНДАҒА БИРЕҮ (арендаға бир ) ҡ. ҡар. ҡуртымға биреү. ■ Ер биләү, уны һәм йылға-күлдәрҙе арендаға биреү, сит кешеләрҙең йылҡыларын тибенгә, һыйырҙарын, хатта ҡаҙҙарын көтөүгә индереү эше көслө һәм ҡоротҡос төркөм ҡулында. М. Өмөтбаев.
АРЕНДАЛАУ (арендала-) ҡ. ҡар. ҡур-тымлау. ■ Ер арендалауға, һатыуға, һатып алыуға сик ҡуйыу... М. Өмөтбаев.
АРЕНДАТОР [рус.] и. ҡар. ҡуртымсы.
■ Күп кенә кандидаттар күрһәтелеп, тауышҡа ҡуйылғандан һуң, идараға Ғәзиз Латипов, Шафиҡ Арсланов, тирмән арендаторы Санька һайланды. Ғ. Хәйри.
АРЕОМЕТР [рус. < гр. araios ‘тығыҙ түгел’ + metreo ‘үлсәйем’] (Р.: ареометр; И.: hydrometer; T.: hidrometre) и.
Шыйыҡ матдәнең ҡуйылығын билдәләй торған ҡорамал. □ Ареометр.
АРЕСТ [рус. < нем. Arrest} (Р: арест; И.: arrest; T.: tutuklama) и. юр.
1. Кешенең иректән мәхрүм ителеп, һаҡ аҫтына алыныуы, ҡулға алыныуы. □ Арест. Ареста тотоу. ■ Кабинетҡа инеү менән
Капҡаев, үҙенең ни өсөн килгәнен белдереп, мандаттарын күрһәтеп, миңә арест иғлан итте. Ш. Хоҙайбирҙин. [Сираев:] Уволь-нениенан һуңлап ҡайтып, уставты боҙған өсөн, биш тәүлеккә ҡаты арест. Н. Мусин.
2. Ниндәйҙер ғәйеп өсөн судтың ҡулдағы мал-мөлкәтте файҙаланыуҙан тыйыуы. □ Арест имущества. Мөлкәткә арест һалыу. Вкладҡа арест һалыу.
АРЕСТАНТ [рус. < лат. arestum ‘туҡтатыу’] и. ҡар. тотҡон. ■ Складтарҙа һаҡланған дарылы мискәләрҙе, он һалынған тоҡтарҙы, башҡа аҙыҡ-түлекте, ҡурғаш һәм баҡыр запастарын урыҫ һалдаттарынан, пугачёвсыларҙан айырым тотолған арестанттарҙан ташыталар. Б. Рафиҡов. Бер нисә ҡатын, балаларын эйәртеп, арестанттар артынан эйәргәйнеләр. Д. Юлтый.
АРЕСТАНТТАРСАр. ҡар. тотҡондарса.
АРЗ [ғәр. сй3 j' ‘ер’] (Р: земля (планета); И.: Earth; T.: Dünya) и. иҫк. кит.
1. Ер, ер шары. □ Земля (планета).
■ Көньяҡ океанда, Кәррә арзының мәғриб тулдарының (Ер шарының көнбайыш оҙонлоҡ һыҙыҡтарында) 160 менән 180 градустары һәм жәнүб ғәрездәренең (көньяҡ киңлектәре) 30 һәм 50 градустары араһында, яңы Зеландия исемле бик ҙур жәзирә барҙыр. М. Өмөтбаев.
2. Ил, дәүләт. □ Страна, государство.
АРЗАН [фарс. Jjjl] (Р.: дешёвый; И.: cheap; T.: ucuz) с.
1. Хаҡы билдәле бер кимәлдән түбән; осһоҙ; киреһе — ҡиммәт. □ Дешёвый, недорогой. Арзан кейем. Арзан магазин.
■ [Егор Николаевич:] Ағас әҙерләүҙе лә тотҡарланылар, утыҙ-ҡырҡ саҡрымдан ташыуға ҡарағанда, ун биш саҡрымдан төшөрөү күпме арзанға тура килә ине.
3. Ураҡсин. [Бикмырҙа] унан үҙенә алмашҡа ярҙамсы ҡуйып, ҡыш буйы арзан хаҡҡа тирә-яҡ ауылдарҙан ҡаты ашлыҡ ташыны. Ә. Хәкимов. Был баҙарҙа барыһынан да арзан әйбер: ит вә ҡан. Д. Юлтый.
307