Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 308


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРЗАНАЙТЫЛЫУ
• Арзанлы иттең тоҙлоғо татымай. Мәҡәл. Арзан тауар ярлы кешенең малын бөтөрә. Әйтем.
2. кусм. Баһаһы түбән, ҡәҙерһеҙ. □ Пустой, бессодержательный, бессмысленный. Арзан мәғлумәт. ■ Бар ине арзан заман, сәйран заман, хайран заман. Ш. Бабич.
• Ауылға килгән бәз арзан, ауыҙға килгән һуҙ арзан. Әйтем.
АРЗАНАЙТЫЛЫУ (арзанайтыл ) ҡ. төш. ҡар. арзанайтыу, страд, от арзанайтыу.
АРЗАНАЙТЫУ (арзанайт-) (Р.: удешевлять; И.: make cheaper; T.: ucuzlatmak) ҡ.
Ниҙеңдер хаҡын кәметеү, арзаныраҡ итеү.
□ Удешевлять, уценивать. Емеш-йәшелсәгә хаҡты арзанайтыу.
АРЗАНАЙЫУ (арзанай-, арзаная) (Р.: дешеветь; И.: become cheaper; T.: ucuzlamak) ҡ.
1. Ниҙең дә булһа хаҡы түбәнәйеү, кәмеү, арзанланыу. □ Дешеветь, удешевляться. Тауарҙың арзанайыуы. ■ [Өйрәнсек:] Көршәктәр хәҙер арзанайҙы. Куберәк эшләмәһәң, икмәклек тә аҡса табып булмаясаҡ.
3. Биишева.
2. Ниҙең дә булһа баһаһы, бәҫе кәмеү (ҡиммәте төшөу). □ Дешеветь, утрачивать ценность. ■ Әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге дәрәжәле һәм маҡтаулы исемдәр Риф Мифтахов өсөн уҙмаҡсат тугел. Шул уҡ ваҡытта һуңғы осорҙа был исемдәрҙең бер аҙ ваҡланып, арзанайып китеуенә өнһөҙ ҙә ҡала алмай ул. «Ағиҙел», № 10, 2010.
АРЗАНҒА ТӨШӨҮ (арзанға төш-) (Р: быть дешевле обычного; И.: be cheaper than usual; T: genelden ucuz olmak) ҡ.
Арзан хаҡҡа килеү. □ Быть дешевле обычного. [Газ] утын менән кумергә ҡарағанда арзанға төшә. ■ Ул [Ҡыҙрастың атаһы] быраулауҙа бығаса ҡулланылып килгән балсыҡ эретмәһен таҙа һыу менән алмаштырыу юлын уйлап тапҡан. Шул арҡала быраулау әллә нисә тапҡырға арзанға төшә, йылдам да эшләнә икән. 3. Биишева. Әлегә Ур менән Ер араһын карапта осоп
утәләр, сөнки бындай сағыштырмаса яҡын араға шулай арзанға төшә. Н. Ғәйетбай.
АРЗАНЛАНДЫРЫУ (арзанландыр-) ҡ. ҡар. арзанайтыу.
АРЗАНЛАНЫУ (арзанлан-) ҡ. ҡар. арзанайыу.
АРЗАН Л АТЫУ (арзанлат-) ҡ. ҡар. арзанайтыу.
АРЗАНЛАШТЫРЫУ (арзанлаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. арзанлашыу. понуд. от арзан-лашыу.
АРЗАНЛАШЫУ (арзанлаш-) ҡ. ҡар. арзанайыу.
АРЗАНЛЫ (Р: дешёвый; И.: cheap; T.: ucuz) с.
Арзан хаҡлы; киреһе — ҡиммәтле. □ Дешёвый, недорогой. Арзанлы тауар. М Йылҡы малы арзанлы ит, ҡымыҙ бирә бит. Ни өсөн уны бөтөрөргә? К. Мәргән. [Дилбәр].. тиргә ҡатып, арзанлы тәмәке еҫен һеңдереп, төрмә һаҫығынан ҡаҡашып бөткән тәненән уҙе ытырғанып торған ваҡытта улының сафлыҡ еҫе аңҡып торған йомшаҡ сәстәренә бите менән ҡапланғас, куҙ йәштәренә быуылды. Г. Ғиззәтуллина. Ғәли кеҫәһенән арзанлы папирос сығарып ҡабыҙҙы. Ғ. Хәйри.
АРЗАНЛЫҠ и. ҡар. арзансылыҡ.
АРЗАНСЫЛЫҠ (арзансылығы) (Р: дешевизна ; И.: cheapness; T.: ucuzluk) и.
Һатыу-алыу хаҡтары түбән булған дөйөм хәл, хаҡтарҙың түбәнлеге; киреһе -ҡиммәтселек. □ Дешевизна. Баҙарҙағы арзансылыҡ.
АРЗИ [ғәр. ‘ер’I (Р: связанный с землёй; И.: bound with the earth; T.: toprak ile ilgili) с. иҫк. кит.
Ергә мөнәсәбәтле, ергә бәйләнешле. □ Связанный с землёй.
АРЗУ |фарс. jjj'] (Р.: желание; И.: wish; T.: istek) и. иҫк. кит.
Теләк, ынтылыш. □ Желание, стремление. Арзу белдереу. ■ Бөтә кеше ҡыҙыға, .. балык тотоу арзуһына төшә. М. Ғафури. Ләкин уның [Сәйфелмөлөктөң] арзу-хыялдары көтмәгәндә вайран булды ла ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
308