АРИФМОМЕТР
АРЗУ ИТЕҮ (арзу ит-) (Р.: желать;
И.: wish; T.: istemek) ҡ. иҫк. кит.
Теләү. □ Желать, хотеть. // Желание.
■ Ишетә килдем күптән «диңгеҙ» һүҙен, арзу итә инем күрергә. М. Ғафури. Хатта Йософ бабай ханаһы дәгел, йәмлә иғтибарлы заттар быны сәүәрҙәр (яраталар) вә бала-ларыны бының кеби шәкерт итмәгә арзу (теләк) итерҙәр ине. Р. Фәхретдин.
АРЗУЛАУ (арзула-) (Р: желать; И.: desire; T: arzu etmek) ҡ. иҫк. кит.
Теләү. □ Желать, хотеть. // Желание. Арзулап котоү.
АРИЙ (Р: арийцы; И.: Aryans; Т: Aryan) и. этн.
һинд-европа телдәре ғаиләһенә ҡараған, арий телендә һөйләшкән, боронғо иран һәм һинд тарихи халыҡтарының үҙ-үҙенә биргән исеме. □ Арийцы.
АРИОЗО [рус. < ит. arioso] (Р: ариозо; И.: arioso; Т: arioso) и. муз.
Һүҙ менән ҡатнаш башҡарыла торған бәләкәй лирик ария. □ Ариозо.
АРИСТОКРАТ [рус. < гр. aristokratta, aristos ‘иң яҡшыһы’ + kratos ‘көс’] и. ҡар. аҡһөйәк 1. ■ Фазылетдин аҡһөйәк аристократ ине. Дөрөҫөрәге, аҡһөйәк булып ҡыланды. Р. Камал.
АРИСТОКРАТИЯ [рус. < гр. aristokratta, aristos ‘иң яҡшыһы’ + kratos ‘көс’] (Р: аристократия; И.: aristocracy; T: aristokrasi) и.
1. ҡар. аҡһөйәк 1.
2. Синыфтың йәки ниндәйҙер ижтимағи төркөмдөң юғары ҡатламы. □ Аристократия.
■ [Таня:] һиҙәһеңме, был нахаҡ берәүҙән дә түгел, ә совхоз аристократияһының үҙенән сыға. Р. Камал.
3. тар. Бер төркөм иң юғары ҡатлам кешеләре торған идара формаһы. □ Аристократия. ■ [Индрил:] Бында аристократия! — тип ҡысҡырып ебәрҙе, Новиков уның ауыҙын баҫты. Д. Юлтый.
АРИСТОКРАТЛЫҠ (аристократлығы ) (Р: аристократизм; И.: aristocracy; T.: aristokrasi) и.
Аристократтарға хас күренеш. □ Аристократизм. ■ [Хәмит:] Аяҡ-ҡулдарың иҫән була тороп, ойҙә хужабикә тотоу, минеңсә, аристократлыҡ тип атала, йәғни эксплуатация. Д. Бүләков.
АРИСТОКРАТТАРСА (Р: как аристократ; И.: aristocracy; T.: aristokrasi gibi) р.
Аристократтарға хас; нәзәкәтле, нескә. □ Как аристократ, утончённо. ■ Унда [Мәғәфүр Хисмәтуллинда] ниндәйҙер эске нәзәкәтлек һәм аристократтарса зауыҡ (ябай ауыл егетендә!), күңел юғарылығы һәм тыйнаҡлыҡ һыҙаттары һиҙелеп тора. «Ағиҙел», № 10, 2010.
АРИТМИЯ [рус. < гр. arhytmia ‘тигеҙ түгеллек’] (Р: аритмия; И.: arrhythmia; T.: aritmi) и. мед.
Йөрәк тибешенең нормаль ритмы боҙолоуы. □ Аритмия. Йөрәк аритмияһы.
АРИФМЕТИК I [рус. < гр. arithmos ‘һан’ + tecnh ‘сәнғәт’] (Р: арифметик; И.: arithmetician; T.: arifmetikçi) и.
Арифметика буйынса белгес. □ Арифметик.
АРИФМЕТИК II (Р: арифметический; И.: arithmetic; T.: arifmetik) с.
Арифметикаға мөнәсәбәтле. □ Арифметический. Арифметик ҙурлыҡ.
АРИФМЕТИКА [рус. < гр. arithmos ‘һан’ + tecnh ‘сәнғәт’] и. ҡар. хисап. ■ Минең — бишенсе кластарҙа арифметика дәресе, — тине Зифа. Н. Мусин. Хәтерем барсы минең, — тип, ырыя ғына булһа ла үҙен яҡларға тырышты Ихсанбай. — Бөгөн әле арифметиканан биш алдым. Т. Гарипова.
АРИФМОГРАФ [рус. < гр. arithmos ‘һан’ + grapho ‘яҙам’] (Р: арифмограф; И.: arifmograf; T.: arifmograf) и.
Арифметик ғәмәлдәрҙе ябай юл менән башҡара торған автоматик яҙмалы иҫәпләү машинаһы. □ Арифмограф.
АРИФМОМЕТР [рус. < гр. arithmos ‘һан’ + metron ‘сама’] (Р: арифмометр; И.: arithmometer; T.: hesap makinesi) и.
309