Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 310


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРИЯ
Арифметик ғәмәлдәрҙе механик юл менән башҡарыусы бәләкәй иҫәпләү ҡорамалы. □ Арифмометр.
АРИЯ [рус. < ит. aria ‘йыр’] (Р.: ария; И.: aria; T.: arya) и. му з.
Опера, ораторияла бер генә кеше башҡара торған әҫәр; яңғыҙ йыр. □ Ария. Ария төрҙәре. ■ [Фәтхулла — Ғәйшәгә:] Йә сыҡ инде, һылыуым, «Евгений Онегин»дан Ленский арияһын уйна әле беҙгә! Д. Юлтый. [Мәғәфүр Хисмәтуллин] телмәрен арияларҙан, йырҙарҙан өҙөктәр менән аралаштырып, ҡайһы бер урындарҙа һикереп тороп, хәрәкәтләнеп бейеп тә ала. «Ағиҙел», № 10, 2010.
АРКА [рус. < ит. area < лат. arcus ‘дуға, бөгөл’] (Р: арка; И.: arch; T.: kemer) и. архит.
1. Стеналағы уйымдың дуғаланып торған япмаһы йәки таяу араһы. □ Арка. Дуға һымаҡ арка. ■ Башына ғәрәпсә яҙылған һүҙҙәре һаҡланған ҙур аркалы мәҙрәсә ишеге лә шул хан замандарының таш ҡомартҡыһы. Ғ. Хөсәйенов.
2. Башы дуғаландырып яһалған декоратив ҡапҡа. □ Арка. Арка эшләү. ■ Арка эсендә ике таш бина. М. Кәрим.
♦ Триумфаль арка ҙур еңеү хөрмәтенә һалынған аркалы мемориаль ҡапҡа. □ Арка триумфальная.
АРКТИК (Р.: арктический; И.: Arctic; T.: Arktika) с.
Арктикаға мөнәсәбәтле. □ Арктический.
АРКТИКА [рус. < гр. arktikos ‘төньяҡ’] (Р: арктика; И.: the Arctic; T.: Arktika) и.
Ер шарының төньяҡ поляр әлкәһе. □ Арктика. Арктика боҙҙары. Арктиканың геологик төҙөлөшө. Арктиканың фаунаһы һәм флораһы. Арктика антициклондары.
АРҠА [дөйөм төрки арка] (Р: спина; И.: back; T.: sırt) и.
1. Кеше кәүҙәһенең яурындан билгә тиклем булған һәм хайуандарҙың муйындан ҡойроҡҡа тиклем булған һырты. □ Спина (человека), хребет (животного). Арҡаға ятыу. ■ Ат еленә арҡа ҡуйып, юлсы ғәмһеҙ
ҡарап бара. М. Кәрим. Ә әсәйгә һөйләһәң [ҡайғыны], ул арҡанан тыпылдатып һөйә лә иркәләй, йәлләй башлай. 3. Биишева. [Алтынбай ] Малай сағында бер ат ҡарағының шеш тимер менән арҡаһын яндырғандарын күргәне иҫенә төшөп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. 3. Ураҡсин. Сәриә һыпайта күлдәген күтәреп, арҡаһын асты. Тәне әллә нисә урындан күгәреп сыҡҡайны. Ә. Хәкимов. • Көнлөк аҙыҡ ҡорһаҡта, айлыҡ аҙыҡ арҡала. Мәҡәл. Йөрөй белмәгән аттың арҡаһын тишер, саба белмәгән ҡолағын киҫер. Мәҡәл. Яман һыбай аттың арҡаһын боҙор. Әйтем.
2. Тау һырты. □ Хребет, горная цепь. Тау арҡаһы. ■ Арҡаларҙа һомғол ҡарағайҙар ҡыҙҙар йырын һыуһап тыңланы. Р. Бикбаев. Эҙ яҙҙырыр өсөн, Хәйрүш тәүҙә, күл яғалап, һыу эсләп атланы, арҡа ергә сығып, һыҙағайым ағаслыҡҡа ингәс кенә, ике алма-сыбарҙан йыуашыраҡ күренгәненең [аттың] һыртына ырғып менде. Ә. Хәкимов. Әлеге оҙон арҡаны ауышыуға ҡояш офоҡтағы тау түбәһенә төшөп ултырҙы. 3. Ураҡсин. Артабан ҡыйылып ятҡан күк арҡалар һуҙыла, уйым-уйым урмандар һәм үткәүелдәр осрай. Ж. Кейекбаев.
3. Кейемдең артҡы өлөшө. □ Спинка, спина одежды. Күлдәктең арҡаһы.
4. диал. Бысаҡтың, салғының һырты.
□ Тупая сторона (острого орудия).
5. иҫк. Ярҙам. □ Помощь, опора. Арҡаһы ныҡ.
6. 3-сө зат эйл. һәм у.-в. клш. формаһында килгәндә бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. арҡаһында). □ В функции послелога (см. арҡаһында).
7. у.-в. клш. формаһында килгәндә бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. арҡала). □ В функции послелога (см. арҡала).
8. миф. Хәүеф менән бәйле яҡ, арауыҡ.
□ Опасное место, пространство.
♦ Арҡанан һөймәҫтәр берәй эштең яҡшы түгеллеген белдергәндә әйтелә. □ По головке не погладят. ■ [Мырҙағол:] Белгән өҫтөнә
310