АРҠАЛАУ
әйтмәй йөрөгән өсөн минең дә арҡамдан һөймәҫтәр. Б. Бикбай. Арҡаны ныҡҡа терәү ышаныслы таяныс табыу. □ Находить твёрдую опору, защиту. ■ Анау Моратша бай ҡыҙыулата, ти, шуға ла арҡаһын ныҡҡа терәп һөйләшәлер инде ул [Үмәр]. һ. Дәүләтшина.
АРҠАБАҠ и. диал. ҡар. умыртҡалыҡ.
АРҠА БИРЕҮ (арҡа бир-) (Р.: поворачиваться спиной; И.: turn one’s back to; T.: birine arkasını dönmek) ҡ.
1. Арт менән боролоу. □ Поворачиваться спиной к кому-чему, отворачиваться от кого-чего (выражая недовольство). ■ Ә Ниса һаман Камилға арҡаһын биреп ултыра. Ә. Вәли. Аҡйондоҙ иренә арҡа биреп, арбаның ситенә генә, үрәсәһенә генә ултырҙы. М. Кәрим.
2. Артҡа боролоп ҡасыу, кире боролоу. □ Поворачивать назад, убегать. ■ Барырмын һәр ваҡыт алға, һуғышта бирмәмен арҡа. М. Ғафури.
АРҠАҘАШ (Р.: соратник; И.: comrade; T.: silah arkadaşı) и.
Ышаныслы, һыналған дуҫ, иптәш, көрәштәш. □ Соратник, друг. ■ [Хан] Улай ҙа тыйылды, ҡаты бәрелмәне тоғро арҡаҙашына [Аҡъялға], һүҙен уйсаныраҡ аһәңдә дауам итте. Ә. Хәкимов. Эйе, йыр булды уның [Мәҙинәнең] юлдашы, йыр ҡанат ҡуйҙы, серҙәше һәм арҡаҙашы булды. Т. Ғарипова.
АРҠА ЙОЛОНО и. диал. ҡар. арҡа йөлөнө.
АРҠА ЙЫЛЫТЫУ (арҡа йылыт) (Р: бездельничать; И.: idle; T.: aylaklık etmek) ҡ.
Эшләмәй тик ятыу. □ Бездельничать. букв. Греть спину.
АРҠАЛА (Р.: из-за; И.: because of; T.: dolayı) бәйл.
Эш-хәлдең үтәлеү-үтәлмәүенә килтергән сәбәпте белдергәндә ҡулланыла. □ Из-за, поэтому. ■ Тик барыбер иң насары — хәмер эсеү, шул арҡала һәр йәһәттән түбән тө-шөу. М. Ямалетдинов. Шул арҡала [Шәрғиә]
ғүмерендә ишетмәгән кәм-хурын да, ҡарғыш-янауҙарын да байтаҡ ишетте. Ә. Хәкимов. Уның [Миңлекәйҙең] тауышы бөтә ауылға ишетелеп тора. Шул арҡала уларҙың өйөндә һис ваҡытта ла сер ятмай. М. Кәрим.
АРҠАЛАНДЫРЫУ (арҡаландыр-) (Р: излишне опекать; И.: be warden to smb. excessively; T.: birini açın derecede gözetmek) ҡ.
1. Эштә, ҡылыҡта кемгәлер йәки нимәгәлер таяндырыу. □ Излишне опекать, брать под защиту. Кешене арҡаландырыу.
2. Яҡлап, иркәләтеү; буйлатыу. □ Баловать. Баланы арҡаландырыу.
АРҠАЛАНЫУ (арҡалан-) (Р: опираться на кого', И.: rely (on); T.: dayanmak ) ҡ.
1. Эш-ҡылыҡта кемгәлер йәки нимәгәлер таяныу, ярҙамға ышаныу. □ Опираться на кого, надеяться на помощь и поддержку кого, чью. ■ Аҙым һайын арҡаландым тыуған ергә. Н. Иҙелбай. Егеттәр араһында ул ағаһы Мәғәфүр менән энеһе Әбделхаҡты күрҙе. Уларҙың булыуы Фатиманы бер аҙ тынысландырҙы: ул ағаһы менән энеһенә арҡалана ала ине. Ж. Кейекбаев. [Олатаһы] ейәненә ярҙам итеү түгел, үҙ йортон саҡ көскә тәләфләмәй килә. Ҡайҙа уға арҡаланыу. Ә. Хәкимов.
2. Кемдеңдер яҡларына, йәберләтмәҫенә ышаныу, ышанып иркәләнеү. □ Рассчитывать на защиту кого, чью, надеяться на заступничество кого. Атайға арҡаланыу. ■ Әсәһенә арҡаланып өйрәнгән Миҙхәт берәүҙе лә тыңларға теләмәне. К. Мәргән.
АРҠАЛАНЫШЫУ (арҡаланыш-) ҡ. урт. ҡар. арҡаланыу, взамн. от арҡаланыу.
АРҠАЛАТЫУ (арҡалат-) (Р: баловать кого опекой; И.: indulge; T.: yüz vermek) ҡ.
Ҡул, тел тейҙермәй яҡлау; үҙеңә һыйындырыу, иркәләтеү. □ Баловать кого опекой, покровительством. «Шулай арҡалатып яман өйрәтеп бөтәһең!» — тип әсәйем [атайыма] һуҡрана. Ш. Янбаев.
АРҠАЛАУ I (арҡала-) (Р: нагружать; И.: load; T.: yüklemekaklamaya çalışmak) ҡ.
311