Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 312


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРҠАЛАУ
Арҡаға аҫыу; йөкмәү. □ Нагружать, навьючивать. Тоҡ арҡалау. ■ Ауыр йөктө арҡалаһаң, юл ҡыйын, оҙаҡ була. С. Кулибай.
АРҠАЛАУ II (арҡала-) (Р.: выгораживать; И.: shield; T.: aklamaya çalışmak) ҡ.
Берәй кешене яҡлау, аралау. □ Выгораживать кого, заступаться за кого. Арҡалап ҡалыу. ■ Батырҙың асыуы инде тарҡалан-ды, баланы ерҙән алып арҡаланы. «Бабсаҡ менән Күсәк».
АРҠАЛАШ и. ҡар. арҡаҙаш.
АРҠАЛЫ (Р.: имеющий опору; И.: having support; T.: dayanaklı) c.
Таяныслы, яҡлаусылы. □ Имеющий опору, защиту, поддержку. Арҡалы бала. • Аталы бала арҡалы, инәле бала — иркәле. Әйтем. Ирле ҡатын — арҡалы ҡатын. Әйтем.
АРҠАЛЫҠ I (арҡалығы) (Р: чересседельник.; И.: saddle girth; T: kolan) и.
Ҡамыт, дуғаны күтәртеү өсөн ыңғырсаҡ аша тәртәнән тәртәгә тарттырыла торған бау. □ Чересседельник. Ул [Мәғәфүр] үҙенең арбаһынан балтаһын бара һалып алды ла Талха арбаһының икенсе тәзеһен, ҡолаҡ бауын, арҡалығын сапҡылай башланы. Ж. Кейекбаев. [Айғыр] Һыуға үрелде, ләкин ныҡ күтәрелгән арҡалыҡ уға ирек бирмәне. Ф. Иҫәнғолов. Ауыҙлыҡты ул үҙ ғүмерендә күргәне юҡ. Арҡалыҡ һәр ваҡыт төшөнкө була. Шуға күрә ул оҙонораҡ үләндәрҙең баштарынан эләктерә лә сәйнәй бирә. С. Агиш.
АРҠАЛЫҠ II (арҡалығы) (Р: накос-ник; И.: plait appliance; T: saç örgüsü süsü) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүе; сәсҡап. □ Накосник (украшение для косы — узкая и длинная полоса цветной ткани, в два ряда расшитая кораллами и серебряными монетами).
АРҠАЛЫҠ БУЙЫ (Р: небольшое, незначительное расстояние; И.: short distance; T: kısa bir mesafe) u.
Сама менән оҙонлоҡто билдәләү берәмеге. □ Небольшое, незначительное рас
стояние. ■ Бикмырҙа эй киткән, эй киткән, ти, артына әйләнеп ҡараһа, арҡалыҡ буйы ер киткән, ти. Әкиәттән. Ғәшүрә, .. ян-яғына ҡарана-ҡарана, күршеһенең тупһаһына баҫҡанда, икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр күктә уйнап туймаған йәйге ҡояштың байыу ына арҡалыҡ буйы ара ҡалғайны. Р. Ҡол-Дәүләт.
АРҠА МЕЙЕҺЕ и. анат. ҡар. йөлөн.
АРҠАН I [дөйөм төрки арҡан ‘ҡылдан үрелгән бау’] (Р: толстая верёвка; И.: rope; T: kement) и.
Йыуан итеп ишелгән оҙон бау. □ Толстая верёвка. Ырғаҡлы арҡан. И Салауат менән икеһен [Юлай] ауыл һайын сыбыртҡылап йөрөткәндә, күрҙеләр бит инде караттарҙың утты ла, арҡанды ла, ҡурғашты ла йәлләмәгәнен. Б. Рафиҡов. Атайым йәһәт кенә арҡан буйлап барып, тегене сырмап ташлай, шунан колхоз идараһына йөкмәп алып барып һала. 3. Ураҡсин. Башҡорттар элек-электән ат ҡылынан төрлө арҡан һәм бауҙар ишкәндәр. М. Муллағолов. Төшөңдә арҡан күрһәң, сәс үргәндә сәсең ҡалһа, юлға сығаһың. Халыҡ ижадынан. • Бер ҡылдан арҡан ишеп булмай. Мәҡәл. Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, арҡандың оҙоно яҡшы. Әйтем.
♦ Ҡомдан арҡан ишеү мәғәнәһеҙ эште эшләп юҡҡа ваҡыт әрәм итеү. □ Вить верёвку из песка, соотв. Переливать из пустого в порожнее. ■ Илкәйемде бөлгөнлөккә, ҡытлыҡҡа дусар итеп, яңы власть ҡомдан арҡан ишмәксе. Ә. Хәкимов.
АРҠАН II (Р: сравнительно небольшое расстояние; И.: comparatively a short distance; T: kısa bir mesafe) u.
Сама менән оҙонлоҡто билдәләү берәмеге. □ Сравнительно небольшое расстояние. й Ҡояш өс арҡан самаһы күтәрелгәс, тыу бәйләнгән оҙон ҡолғаны майҙан уртаһына ҡаҙап ҡуйғандар. Ғ. Сөләймәнов. Ҡояш Ямаш тауы артына йәшенергә арҡан буйы ғына ер ҡалғас, бер автомашина оло юлдан боролоп, Ғибадулла йорто янына йүнәлде. Н. Мусин.
АРҠАН III (Р: спиной, задом; И.: with one’s back; T: arkasıyla)/?, диал.
312