АРҠАУ
Арт менән, һырт менән. □ Спиной, задом. ■ Янһары, кеткелдәп көлөп, арҡан әйләнеп ята. Б. Бикбай.
АРҠАН АЙ (Р.: начало года; И.: new year; T.: yil başi) и.
Боронғо башҡорт календарында йыл башы. □ Начало Нового года по древнему башкирскому календарю. ■ Буранара айының тәуге аҙнаһы арҡанай исемен алған. Халыҡ ижадынан.
АРҠАНЛАНЫУ (арҡанлан-) ҡ. төш. ҡар. арҡанлау, страд, от арҡанлау. ■ [Факиһа:] Көндөң көнө буйы һөт бешереп, эркет ҡаҙаны тирәһендә уралаһың, арҡанланған быҙау шикелле. Ж. Кейекбаев.
АРҠАНЛАП (Р.: на аркане; И.: tied to a lasso arcanum; T: kementle bağlanan ) р.
Бәйләп, бәйҙә. □ На аркане. ■ Суми-нов арҡанлап ебәрелгән ат янына ашыҡты. Ә. Хәкимов. Бал ҡорто — ҡанатлы ҡош. Уны тышап та, арҡанлап та ҡуйып булмай. Ж. Кейекбаев.
АРҠАНЛАТЫУ (арҡанлат-) ҡ. йөкм. ҡар. арҡанлау, понуд. от арҡанлау.
АРҠАНЛАУ (арҡанла-) (Р: привязывать верёвкой; И.: tie with a rope; T.: kementle bağlamak) ҡ.
Оҙон арҡанға тағыу. □ Привязывать верёвкой. Мал арҡанлау. ■ Шәрәфи болонлоҡҡа атын арҡанланы ла, салғыһын кутәреп, .. бойҙай баҫыуына табан [китте]. И. Насыри. Арҡанлаһалар ҙа тормам, — тине Фатима, уҙенә-уҙе бик ныҡ ышанып. Ж. Кейекбаев.
♦ Шылдырып арҡанлау алдау. □ Обмануть, перехитрить, провести.
АРҠАНЛЫҠ (Р: годный для каната; И.: for a lasso arcanum; T.: kementlik) c.
Арҡан өсөн тәғәйенләнгән. □ Годный, предназначенный для каната. Арҡанлыҡ en.
АРҠАН ФАЛЫ (Р: способ гадания по расположению аркана; И.: method of fortunetelling; T.: kement ile fal açmak) и. миф.
Арҡандың нисек ятыуына ҡарап күрәҙәлек итеү ысулы. □ Способ гадания по расположению аркана.
АРҠАР (Р: архар; И.: wild ram; Т.: argali) и. зоол.
Ҡусҡар мөгөҙлө эре тау һарығы. □ Архар (лат. Ovis аттоп).
АРҠАСАҠ и. диал. ҡар. арҡысаҡ II.
АРҠАСАҠ ЙОНДОҘ и. диал. ҡар. арҡысаҡ II.
АРҠАТАУ (Р: верёвка для подъёма и опускания чего-л:, И.: kind of cord; T.: kement çeşidi) и. этн.
Солоҡ ҡарағанда төрлө кәрәк нәмәне тартып күтәрә һәм төшөрә торған бау. □ Верёвка для подъёма и опускания чего-л. (применяется бортниками). Н Кәрәк-яраҡты арҡатау менән тартып алғас, Бикморат, солоҡтоң ҡапҡасын асып, сөрөгө менән быҫҡыта-быҫҡыта бал ҡарарға тотондо. Н. Мусин.
АРҠА ТАЯНЫСЫ (Р: опора; И.: support; T.: savunma) и.
Ышанырҙай, ярҙам итерҙәй кеше. □ Опора, защита, покровитель. ■ [Рыҫҡол:] Кемгә бараһың да, кемгә баш ора беләһең? .. Куҙ терәп барырҙай бер арҡа таянысым юҡ. Б. Бикбай.
АРҠА ТЕРӘГЕ и. ҡар. арҡа таянысы.
АРҠА ТЕРӘҮ (арҡа терә-) (Р: опираться на кого; И.: rely (on); T.: savunmak) ҡ.
Эш-ҡылыҡта кемгәлер йәки нимәгәлер таяныу, кемдең йәки ниҙеңдер ярҙамына ышаныу. □ Опираться на кого.
АРҠАУ I (арҡа-) [боронғо ҡыпсаҡ аркағ < арка ‘үреү’] (Р: продевать уток; И.: pass a weft; T.: ipliği geçirmek) ҡ. туҡ.
Арҡыры еп һалыу. □ Продевать уток (в основу ткани). Уҡалар менән арҡап, ебәктәр менән ҡайып, .. суҡлы бауҙар тағып, тәмәке янсығы әҙерлә. Б. Ишемғол.
АРҠАУ II (Р: уток; И.: weft; T.: argaç) и.
1. Туҡымалағы арҡыры еп. □ Уток. Арҡау ебе. ■ Арҡауҙары һарылы ла ҡыҙыллы, йәшелле лә зәңгәрле. Куҙ яуын алып торасаҡ! Н. Мусин. Кис ултырып әсәй балаҫ һуға, аҫа итеп йөрәк хәстәрен, арҡауына ҡушып баҫып китә ҡойолоп төшкән ап-аҡ сәстәрен. Р. Назаров.
313