Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 314


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРҠАУЛЫҠ
2. диал. Мурҙа талы. □ Ивовые прутья для сплетения морды, һығылмалы таҫмалар менән арҡауҙы осона саҡлы уратып сығалар. М. Муллағолов.
3. диал. Иҙән өрлөгө. □ Матица половая.
АРҠАУЛЫҠ (арҡаулығы) (Р.: уток; И.: weft,; T.: argaç) и. туҡ.
Туҡыманың арҡыры ебе; арҡау. □ Уток. ■ Әсәйем матур итеп аҫалы балаҫ һуға торғайны. Буйлыҡ епте һанай ҙа, төрлө-төрлө төҫкә буялған арҡаулыҡты уның аша уткәреп ала. И. Ғиззәтуллин. Сулпан йондоҙо ҡалҡҡанда, сабаталар әҙер ине инде. Һәйбәт килеп сыҡты: ҡупшылар, икәуһе лә типә-тиң, башындағы арҡаулыҡтар, һылыу ҡыҙҙың ҡашы кеуек, һыҙылып тора, бауҙары сираҡ итеп, һырландырып ишелгән. Н. Мусин.
АРҠА ҮҘӘГЕ и. ҡар. арҡа һабағы.
АРҠА ҺАБАҒЫ (Р.: часть спины между лопатками; И.: part of back between shoulder-blades; T: iki kürekkemiği arasındaki yer) и.
1. Арҡаның урта буйы. □ Часть спины между лопатками. ■ Йылы өйҙән тышҡа сығыу менән, арҡа һабағы семерләп, ҡалтыратып алды. Ф. Иҫәнғолов. Йәнтурә быға ҡыуанып бөтә алманы, сөнки, берҙән, ул, егет кеше арҡа һабағын эш менән сыныҡтырырға тейеш, тип ҡарай, икенсенән, урмансы — уның өсөн донъялағы иң шәп һәнәр. Н. Мусин.
2. диал. ҡар. арҡа һөйәге.
АРҠА ҺӨЙӘГЕ (Р.: позвоночник; И.: spine; T.: omurga) и. анат.
Айырым умыртҡаларҙан төҙөлөп, арҡа буйынан үткән оҙон һөйәк; умыртҡалыҡ. □ Позвоночник. ■ Арҡа һөйәген һындырыу. [Насиров:] Минең эргәләге егеттең арҡа һөйәгенә пуля ултыртты бит, ҡәһәрең.
3. Ураҡсин.
♦ Арҡа һөйәкһеҙ икеләнеп, төрлөсә уйлаған, ышанысһыҙ, ихтыярһыҙ. □ Безвольный, ненадёжный. Арҡа һөйәкһеҙ кеше.
АРҠАҺЫНДА (Р.: из-за, вследствие, благодаря; И.: because of; T: yüzünden) бәйл.
Эш-хәлдең үтәлеү-үтәлмәүенә килтергән сәбәпте белдергәндә ҡулланыла; арҡала. □ Из-за, вследствие, благодаря. ■ Ҡайһы ваҡытта ҡабаланыу йә иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ситса төргәктәре эсендәге талондар төшөп ҡала. С. Агиш. Әлеге лә баяғы урын арҡаһында талаштыҡ. М. Бураҡаева. Ғәҙелһеҙлек арҡаһында инде... 3. Ураҡсин. Балалыҡтан атаһыҙ ҡалып, әсәһе ҡабат тормошҡа сыҡҡас, Нурислам Вәлишиндар йортонда уҫте, уҡыуҙа отҡорлоғо, тырышлығы, тыңлаусан һил холҡо арҡаһында еҙнәһенең яратҡан ҡәйнешенә әйләнде. Ә. Хәкимов. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында ғына өлкән йәшкә еткән һуғыш ветерандары тормоштан туҙып, ерҙә эшләуҙән бөгөлөп улә... Т. Ғиниәтуллин. • Бер ҡуй арҡаһында мең ҡуй һыу эскән. Мәҡәл.
АРҠЫЛЫ с. диал. ҡар. арҡыры. ■ Ауылға етәрәк, юлдан арҡылы аҡҡан йылға ярында Петр туҡтап ҡалды. Н. Мусин.
АРҠЫЛЫУ (арҡыл-) ҡ. диал. ҡар. артылыу I. ■ [Иҙеукәй — Мораҙымға:] Ғәйрәт ҡунған һының бар, бәхетең китер арҡылып. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
АРҠЫРАЙЫУ (аркырай-, арҡырая) ҡ. диал. ҡар. киреләнеү.
АРҠЫРЫ I [боронғо төрки арҡуру] (Р.: поперёк; И.: across; T.: enlemesine)р.
Буйға киҫә йүнәлештә. □ Поперёк. ■ Шәрғиә сығып китергә уҡталғас, Фазыл уның юлына арҡыры төштө. Ә. Хәкимов. Эйе, Фазылетдин ҡыҙға битараф та кеуек ине, хатта ауылдашы Әхмәтхан юлына арҡырыла сыҡманы, Рәшиҙә уны уҙе һайланы. Р. Камал. Йыртҡыс телен арҡыры тешләгән, уның башы бер яҡҡа әҙерәк кәкрәйгән, ҡулдары һалынып төшкән, аяҡтары ергә тейә яҙып тора, куҙҙәре ярым асыҡ, муйыны арҡандың тоҡонона һығылған. Ж. Кейекбаев.
АРҠЫРЫ II (Р: поперечный; И.: crosscut; T.: enine) с.
314