Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 315


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРҠЫРЫ-БУЙ
1. Буйға киҫә ятҡан, буйҙы тура киҫеп үткән. □ Поперечный.
2. кусм. Тиҫкәре. □ Упрямый. ■ Ә беҙҙең лесничий Йомағол ағай унан да яман арҡыры. Шуға ла һыйыша алманы инде улар. Н. Мусин. Оло урыҫ турәләр арҡыры һуҙлене ярата буламы. Б. Рафиҡов.
3. мат. Буйға ҡаршы йүнәлештәге. □ Поперечный, накрест. Арҡыры киҫелеш. Арҡыры масштаб. Арҡыры ятыусы мөйөштәр. Арҡыры ятыусы эске мөйөштәр.
АРҠЫРЫ III (Р.: ширина; И.: width; T.: genişlik) и.
Нәмәнең оҙонлоҡҡа киҫә йүнәлештәге яғы. □ Ширина. Арҡырыға бер метр. Йылғаның арҡырыһы киң генә.
♦ Арҡыры ятҡанды буй алып һалмау бер ни ҙә эшләмәү; ҡыл да ҡыбырлатмау.
□ Ничего не делать, палец о палец не ударить. К Беҙҙең Гузәл арҡыры ятҡанды буй алып һалмай. Болалыҡҡа уның эсе бошмай.
3. Биишева. [Ғариф:] Ҡара ялҡау өйөрлө. Арҡыры ағасты буй ҙа бороп һала белмәйҙәр, өгөп тормаһаң! Ж. Кейекбаев. Тамағыңа арҡыры торғоро (йәки торһон) ҡарғағанда әйтелә. □ Пусть поперёк горла встанет (проклятие).
АРҠЫРЫ IV (Р: через; И.: across; T: ...dan) бәйл. (төп. клш. менән)
1. Ниҙеңдер бер яғынан икенсе яғына табан булған йүнәлеште белдергәндә ҡулланыла; аша. □ Через (послелог с исх.п.). Диңгеҙ арҡыры. Соҡор арҡыры. ■ Мин, тимер юл арҡыры сығып, юлдың канауына яттым. Д. Юлтый. Иглин станцияһы арҡыры вагондарының тубәһенә тиклем юлсылар менән тулған поезд утеп китте. И. Насы-ри. Зал арҡыры утеп барған Сәхибә быларға [Камали менән Ғарифҡа] куҙен төшөрҙө. Ғ. Хәйри.
2. Ниҙеңдер үтәһенән сыҡҡан йүнәлеште белдергәндә ҡулланыла; үтә, аша.
□ Сквозь, через. Торба стена арҡыры утә. Урман арҡыры уткән юл. ■ һыуһылыу әбей .. туҡтауһыҙ аҡҡан куҙ йәштәре ар
ҡыры .. улының йәшкәҙәгән куҙҙәренә ҡараны. Ғ. Дәүләтшин.
3. Тар юл йәки тишектән үткән йүнәлеште белдергәндә ҡулланыла; үтә. □ Через, сквозь. Ишек арҡыры. Тәҙрә арҡыры. Тыҡрыҡ арҡыры ауыл ситенә сыҡтыҡ.
4. Эш-хәрәкәттең берәй кеше йәки сара ярҙамында башҡарылғанын белдерә. □ Посредством, путём чего, через что. Кеше арҡыры. Танышлыҡ арҡыры. ■ Бер шулай хат арҡыры ҡыҙҙар саҡырған, кил, тиеп. Ш. Бабич. [Ниғмәтйән:] Уның [Карабаш] арҡыры әллә ни тиклем ағас тауарҙар оҙатты. И. Насыри. [Ғәли менән Шәмси:] Кайғырма, еңгә, хәҙергә ҡайтып тор, кисен Рәфиҡ арҡыры он илттерербеҙ. F. Хәйри.
АРҠЫРЫ АҒАС (Р: перекладина; И.: crossbeam; T: lento) и.
1. Нимәгәлер арҡыры ҡуйылған ағас.
□ Перекладина, поперечина.
2. диал. ҡар. урҙа 1,1.
3. диал. ҡар. бик I.
АРҠЫРЫ АЯҠ (Р: кривоногий; И.: bow-legged; T: paytak) и.
1. Аяғын арҡыры баҫып йөрөгән кеше.
□ Кривоногий, кривоножка.
2. Әрләү һүҙе. □ Ругательное слово. [Сәхибә:] Карт мулла, оятһыҙ мулла.. көмрө, арҡыры аяҡ. Ғ. Хәйри.
АРҠЫРЫ-БУЙ I (Р.: крест-накрест; И.: crisscross; T: çaprazlama) р.
1. Киҫешеп үткән ике йүнәлештә.
□ Крест-накрест, вдоль и поперёк. ■ Төбөнә йомро, шыма беләу таштар тушәлгәнлек-тән, ул [Кыҙылташ йылғаһы], купме кеше һыу инһә лә, һис ҡасан буйрамай, ағымы ла ҡаты ту гел, өҫкә ҡарай ҙа, арҡыры-буйға ла рәхәтләнеп йөҙөп йөрөйһөң. Н. Мусин. [Кыҙрас:] Хатта ул кулде әллә нисәмә тапҡыр арҡыры-буй йөҙөп, дегет кеуек ҡап-ҡара булып сыҡҡаным бар минең... 3. Биишева.
2. кусм. Бөтә йүнәлештә; иңләп-буйлап. □ Вдоль и поперёк. ■ Әле мин уҙемдең Башҡортостан ерен дә арҡыры-буй әйлә
315