АРҠЫРЫ-БУЙ
неп сыға алғаным юҡ. С. Кулибай. Ялан-туғайҙарҙы арҡыры-буй иңләйһе ине. Р. Сол-тангәрәев.
АРҠЫРЫ-БУЙ II (Р.: перекрёстный; И.: cross; T.: çaprazlı) с.
Киҫешеп үткән ике йүнәлештәге; арҡыс-торҡос. □ Перекрёстный. Япраҡтарҙың арҡыры-буй теҙелеше.
АРҠЫРЫҒА р. ҡар. аркыры I. Арҡырыға бысыу. ■ Малайҙар, уны [утрауҙы] бер нисә ҡат уратып, арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡас, уның урындыҡ һымаҡ йәйелеп ятҡан киң, яҫы ташына баҫып, кул өҫтөнә ҡарап торҙолар. 3. Биишева.
АРҠЫРЫЛАЙ (Р.: поперёк; И.: crosswise; T.: enine) р.
Арҡырыға табан. □ Поперёк. Бурәнәне арҡырылай һалыу. ■ [Сурағол] билғауын, сисеп, сыуал алдына арҡырылай ҡуйылған ағас урҙаға эл[де]. Т. Хәйбуллин.
АРҠЫРЫЛАНЫУ (арҡырылан ) (Р: упрямствовать; И.: persist; T.: inat etmek) ҡ.
Ыңғайға килмәй тиҫкәреләнеү, киреләнеү. □ Упрямствовать, упрямиться. Малай арҡырылана башланы.
АРҠЫРЫ-ТОРҠОРО (Р: беспорядоч ный; И.: disorderly; T.: dağınık) с. диал.
Арҡыс-торҡос. □ Беспорядочный, вдоль и поперёк. ■ Ҡайһы берәуҙәр уның итәгенән ҡара йөндәре һалынып куренеп торған һары тунына, карталар һала торған һары сумкаһына, тубәһендәге ҡара буҫтау өҫтөнән арҡыры-торҡоро һары уҡа йугертелгән ҡараҡул буркенә, киң башлы һалдат итегенә, билендәге наганына ҡарап, «был хәрби кешелер», тинеләр. И. Насыри.
АРҠЫРЫ ТӨШӨҮ (арҡыры төш-) (Р: преграждать путь; И.: bar; T.: bölme ile ikiye ayırmak) ҡ.
1. Юлға кире, киҫә төшөү. □ Преграждать путь, стать поперёк пути. ■ Бригадир сығып китәм тигәндә, Фәхри уның юлына арҡыры төштө. Б. Бикбай.
2. кусм. Риза булмау; ҡаршы төшөү. □ Возражать, препятствовать кому-чему. ■ Сепаратор алайыҡ тигәс, ата-бабай
тотмаған нәмәне, тип арҡыры төштөң. Т. Йәнәби. Уны [Ишмырҙаны] ауыр шарттар ҙа, эш тә бөгә алмаҫ ине; енәйәт эшләргә йөрөуселәрҙең юлына арҡыры төшкән, береһе осраҡлы рәуештә улгән өсөн ошо хәлгә тарыу ы йөрәген туҡтауһыҙ игәп тора. Н. Мусин.
АРҠЫРЫ ТҮШӘК и. диал. ҡар. түр юрған.
АРҠЫРЫ ҺУҘМА и. диал. ҡар. түр юрған.
АРҠЫСАҠ I (арҡысағы) (Р: крестовина; И.: crosspiece; T.: çift çatal) и.
Бер-береһенә арҡыры беркетелгән ике ағас йәки башҡа нәмә. □ Крестовина (из различного материала). Шыршы өсөн арҡысаҡ. Арҡысаҡ ҡуйыу.
АРҠЫСАҠ II (арҡысағы) (Р: Орион;
И.: Orion; Т.: Orion) и. астр.
Арҡыс-торҡос өсәр йондоҙҙан торған йондоҙлоҡ (ҡыш көнө генә куренә). □ Крест (созвездие Ориона). ■ Ишмырҙа Өлкәр, Етегән, Сулпан, Арҡысаҡ йондоҙҙарын таный, ләкин быныһының исемен белмәй. Н. Мусин.
АРҠЫС-ТОРҠОС (Р: беспорядочный; И.: disorderly; T.: dağınık) с.
1. Бер арҡыры, бер буй; бер-береһенә ар-ҡырылаш. □ Беспорядочный. Арҡыс-торҡос һалыу. Арҡыс-торҡос ятыу. ■ [Аҡтырнаҡ] арҡыс-торҡос баҫып, лапаҫ аҫтынан килеп сыҡты. X. Ғиләжев. [Ғариф] тиҙәктәрҙе кәртә артына сығара һалып ташларға ҡушты; ҡапҡа тирәһендә арҡыс-торҡос ятҡан бурәнәләрҙе бер урынға өйҙөрҙө. Ж. Кейекбаев.
2. Киҫешеп үткән ике йүнәлештә. □ Крест-накрест. ■ [Рамазан] барһа, өйҙөң тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған, ишеге бикле. Ә. Хәкимов.
АРҠЫСАҠ-ТОРҠОСАҠ с. ҡар. арҡыс-торҡос.
АРЛАН (Р: кобель, пёс; И.: male dog; T.: erkek köpek) и.
1. Ата енесле эт. □ Кобель, пёс.
2. диал. Ата, иркәк. □ Самец (зверя).
316