АРМА-ТОРМА КИЛТЕРЕҮ
АРЛАР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юр-матинцев.
АРЛЫ-БИРЛЕ I (Р: маловажный, незначительный; И.: insignificant; T.:önemsiz ) с.
Мөһим булмаған, ваҡ-төйәк. □ Маловажный, незначительный. Арлы-бирле эш.
АРЛЫ-БИРЛЕ II (Р: кое-как; И.: haphazardly; T.: şöyle-böyle) р.
Ашыҡ-бошоҡ, теләһә ҡалай ғына. □ Кое-как, как попало. Арлы-бирле ашау. Арлы-бирле һөртөү. ■ Ҡулдан арлы-бирле сый-маҡланған ҡағыҙға ҡарау менән уҙе иртән үткән баҫыуҙарҙы таныны. Т. Ғарипова. Мин шулай арлы-бирле иҫемде йыйғыла-ғансы, ала айғыр егеуе-ние менән теҡә ярҙан ҡул ситенә төшөп тә етте. Ф. Иҫәнғолов. Дилбәр был мәхлукте [бесәйҙе] күтәреп алды ла, арлы-бирле йыуындырып, ҡуйынына тыҡты. Г. Ғиззәтуллина. [Ханнан:] Ағай, арлы-бирле мулланы саҡырып, никах уҡытмай, бер төрлө үҙеңдеке итмәй алып китеү әллә нисек була бит әле. М. Буранғолов.
АРЛЫ-БИРЛЕ БУЛЫУ (арлы-бирле бул-) (Р: случиться, произойти; И.: occur; T.: bir şeyler olmak) ҡ.
1. Әҙ генә бер төрлө хәлгә килеү, ниндәй ҙә булһа бер хәл ҡубыу. □ Случиться, произойти. ■ [Яланбикә] Исхаҡ ағайым уны [шымсы Ширәйҙе], арлы-бирле булғансы, бал эсереп иҫертербеҙ, ти. һ. Дәүләтшина.
2. Бер-бер ауыр, насар хәлгә осрау. □ Попасть в трудное положение, һаман юҡсы был ағайың, арлы-бирле булып ҡуймаһын.
АРЛЫ-БИРЛЕ ИТЕҮ (арлы-бирле ит-) (Р: выполнять мелкую работу; И.: perform small work; T.: küçük işler yapmak) ҡ.
Ул-был эште эшләү. □ Выполнять мелкую работу. ■ Улар сусҡаларҙы ашатып, арлы-бирле иткәнсе, кис тә булып китте. Ә. Зәйнуллин. Ул [Сәлиха] арлы-бирле
иткәнсе, Сәмиғулла атын егә торҙо. Ж. Кейекбаев. [Шәһүрә] Ҡайтып, арлы-бирле иткәс, ҡулына эш бармайынса, диванға килеп ултырҙы. Н. Мусин.
АРМАЙ [боронғо монгол албань ‘йыйыусы’] (Р: палач; И.: hangman; T.: cellat) и. иҫк.
1. Яза хөкөмөн еренә еткерә торған кеше; палач. □ Палач. ■ [Тевкелев] биш тапҡыр яуызыраҡ. Армайҙың да армайы. Ғ. Ибраһимов. Суртмаҡ баҫҡаҡ, халыҡтан йыйған бөтә мөлкәтте тейәп, үҙенең әйҙә-үелдәре, армайҙары, һаҡсылары менән Ирәкте иленән сығып киткән. К. Мәргән. [Морат:] Ундай ғәскәр менән Урҙа армайҙарын дөмбәҫләргә булыр ине. Ә. Хәкимов.
2. Ҡамсы язаһы. □ Наказание розгами, плетьми. Армай һуғыу.
АРМАН [фарс. lMJ] (Р.: желание, стремление; И.: desire; T.: arzu) и. иҫк.
Ҙур теләк, ынтылыш. □ Сильное желание, стремление. ■ Бәҙекәй һылыу, һинең арманың юҡ, ағай-эне ятты юлыңа. Халыҡ йырынан.
АРМАНҺЫҘ (Р: измождённый, обессиленный; И.: emaciated; T.: cılızlaşmış) с.
Көс-хәлдән тайҙырғыс, ауыр. □ Измождённый, обессиленный. Арманһыҙ итеү.
■ Ул [Мөбәрәк] һуңғы ваҡытта көн һайын тиерлек арманһыҙ булып һуңлап ҡайта башланы. Н. Мусин. Мәғәфүр менән Әбделхаҡ арманһыҙ булып ҡайтып, аталарына «байтал табылманы» тигән хәбәрҙән башҡа бер нәмә лә әйтә алманылар. Ж. Кейекбаев. [Йәмил] атта улай ҙа, былай ҙа сабып йөрөй торғас, кискә арманһыҙ булып йығылды. Р. Ҡол-Дәүләт. Арманһыҙ булып арыған тотҡондар ҡапыл ғына йоҡоға китә алмай ыҙалана. Ә. Хәкимов.
АРМА-ТОРМА КИЛТЕРЕҮ (арма-торма килтер-) (Р: разнести в пух и прах; И.: defeat decisively; T.: yerden yere vurmak) ҡ. диал.
Пыр туҙҙырыу. □ Разнести в пух и прах.
■ Бер көн Нурғәли иҫереп килеп кергән. Тәртешкә менән арма-торма килтереп сыға
317