Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 318


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРМАТУРА
рып ебәрҙем. Р. Солтангәрәев. [Нурия:] Ә хәҙер башты ла күтәрмәйем, суп үләндәрен арма-торма итеп ҡыям ғына. Г. Яҡупова.
АРМАТУРА [рус. < лат. armatura] (Р.: арматура; И.: accessories; T.: çelik kafes) и. тех.
1. Ниндәйҙер аппарат, машина, конструкция өсөн тәғәйенләнгән приборҙар, механизмдар. □ Арматура. Һыу үткәргес арматураһы. Машина арматураһы. Электротехник арматура. ■ [Рая:] Хәҙер, ҡайтып, арматура алып килергә лә алмаштырырға кәрәк. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡоролмаларҙың металдан эшләнгән каркасы. □ Арматура. Арматура ныҡ булһа, тимер-бетон нәмәләр ҙә сыҙамлы була. Ф. Абдуллин.
АРМАТУРАЛАУ (арматурала-) (Р: армировать; И.: armor; T.: güçlendirmek) ҡ. тех.
Арматураны индереү юлы менән конструкцияның йәки материалдың ныҡлығын арттырыу. □ Армировать. Армирование. Бетон арматуралау.
АРМ АТУ РАЛ АНЫУ ( арматуралан-) ҡ. төш. ҡар. арматуралау. страд, от арматуралау.
АРМАТУРАСЫ (Р: арматурщик; И.: metalworker for reinforced concrete; T.: demirci) и.
Арматура ҡоролмаларын йыйыусы йәки әҙерләүсе кеше. □ Арматурщик. ■ Арматурасылар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Нәҙек тимерҙән арҡыс-торҡос йәбештереп яһалған бағаналар минут һайын күбәйә барҙы. Ф. Абдуллин.
АРМЕЕЦ [рус.] и. ҡар. һалдат.
АРМИЯ [рус. < фр. armee < агтег ‘ҡоралландырыу’] (Р: армия; И.: army; T.: ordu) и.
1. Дәүләттең барлыҡ ҡораллы көстәре (ҡоро ер, диңгеҙ, һауа)', ғәскәр. □ Армия. ■ Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Әхмәт-солтандың бейеүе айырыуса оҡшай торғайны уға [Сәлимгә]. С. Поварисов. [Әлфиә:] Рөстәмде иртәгә армияға алып китәләр. Ә. Хәкимов. [Нәсимә] Ҡулындағы ике гәзиттең береһенән тәүҙә беҙҙең армияның Мәс
кәү эргәһендә немецтарҙы тар-мар итеүе, байтаҡ ҡала, ауылдарҙың азат ителеүе тураһында уҡыны. Н. Мусин.
2. Хәрби операциялар үткәреү өсөн тәғәйенләнеп, бер нисә корпус йәки дивизиянан төҙөлгән хәрби берәмек. □ Армия. ■ Ғәле Йосопов Ленинград һәм Волхов фронттарының ҡушылыуына шаһит була, һуңынан фашистарҙы 2-се удар армия составында ҡыйрата. «Ағиҙел», № 11, 2010.
3. Ҡоро ер ғәскәре. □ Армия.
4. күсм. Дөйөм эш-маҡсат менән берләшкән кешеләр төркөмө. □ Армия. Йәш төҙөүселәр армияһы. Эшһеҙҙәр армияһы.
АРМЫТ I (Р: отрог; И.: spur; T.: kol) и.
1. Бер урындан башҡа-башҡа киткән тармаҡ. □ Отрог. Тау армыты. ■ Көнбайышта береһенән-береһе бейек булып Урал армыттары күтәрелә. М. Ҡотлоғәлләмов. [Һаб-рауҙың] күҙ алдына Урал армыттары, Яйыҡ, һаҡмар, һайылмыш буйҙары килеп баҫты. Ә. Хәкимов. Беҙҙең ауылдан ҡарағанда, ул Биллеғош һыртының тәүге армыты булып, тау уртаһына һыҙылған бер һыҙат булып ята. Д. Шәрәфетдинов. Урал армыттары яҡынайған һайын, тиҙерәк ҡайтып еткеһе килеп, Кинйәнең йөрәге осар ҡоштай талпынды. Г. Ибраһимов.
2. диал. Сат, айырса, тармаҡ. □ Развилина, развилка, рукав. Йылға армыты. Юл армыты. Мәмерйә армыты.
3. Бер төйөндән айырылған тармаҡ, айырса. □ Ветвь, ответвление. Өс армытлы ҡамсы. ■ Биш армытҡайҙарҙан сәсмәү тағып, күпме йөрөрмөн тиң ҡыҙ булып. Халыҡ йырынан. [Карт] башына керләнеп бөткән сәллә уралып, ялан аяҡтары ҡайыш менән сырмалып бөткән; һул ҡулына оҙон таяҡ, уңына осо армыт ҡамсы тотоп алған. «Зөһрә менән Алдар».
АРМЫТ II (Р: груша; И.: pear; T.: armut) и. бот.
1. Гөлйемеш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған аҡ йәки алһыу сәскәле емеш ағасы; груша. □ Груша. Армыт ағасы. Армыт сәскәһе.
318