АРПА ЭЙӘҺЕ
2. Шул ағастың емеше. □ Груша. Армыт һуты. Армыт ашау.
АРМЫТ III (Р: кисть; И.: brush; T.: püskül) и. этн.
Ышлыяның арҡыры төшөрөлгән ҡайыштары. □ Наборная кисть шлеи.
АРМЫТЛЫ (Р: с отрогами; И.: with spurs; T.: kollu) с.
1. Армыты, тармағы булған. □ С отрогами. Армытлы тауҙар.
2. Саты, айырсаһы, тармағы булған.
□ Развилистый, разветвлённый. Армытлы юл.
3. Бер нисә тармағы, айырсаһы булған.
□ Имеющий несколько концов, хвостов. Армытлы ҡамсы.
АРНАЛЫУ (арнал-) ҡ. төш. ҡар. арнау. страд, от арнау.
АРНАТЫУ (арнат-) ҡ. йөкм. ҡар. арнау. понуд. от арнау.
АРНАУ (арна-) (Р: посвящать; И.: devote; T.: adamak) ҡ.
1. Берәй нәмәне кемдер йәки ниҙер хөрмәтенә тәғәйенләү, бағышлау. □ Посвящать. һөйгәнеңә шиғыр арнау. Ғүмерҙе сәнғәткә арнау. ■ Әллә айға арнағанмы һандуғас йырын? С. Юлаев. Арнап өҙҙөм тик һиңә тип наҙлы, саф ҡыр гөлдәрен. Р. Янбулатова. Ҡыйралыштан иҫән-һау ҡотолоп сыҡһам, ғүмеремде фәнгә, тыныс хеҙмәткә арнау ине ниәтем. Ә. Хәкимов. Тормоштоң киң юлы, оло маҡсат бына шул — үҙеңдең бөтә эшеңде кешеләр бәхетенә арнау түгелме икән? Н. Мусин.
2. Берәй нәмәне кемгәлер биреү өсөн билдәләү, алдан тәғәйенләү. □ Предназначать. Арнап ҡуйыу. ■ Аҙнағол ҡайтып китә. Зөлхизә .. һөйгәненә арнап йыр сығара. 3. Биишева.
АРНЫУ (арны-) ҡ. ҡар. арыныу.
АРПА I [дөйөм төрки арпа] (Р: ячмень; И.: barley; T.: arpa) и.
Орлоғо ярма, һыра һәм фураж әҙерләүҙә файҙаланыла торған оҙон ҡылсыҡлы ашлыҡ. □ Ячмень (лат. Hordeum). Арпа баҫыуы. Арпа сәсеү. Арпа ярмаһы. Ҡырлы
арпа. Ҡырағай арпа. Тыу арпа. ■ Ҡурмас бары .. аҫаба башҡорттар тарафынан яһала. Арпаны, ҡоро ҡаҙанға һалып, ҡыҙҙыралар. М. Өмөтбаев. [Берта] ике алашаның береһен арбаға егеп, уға бер тоҡ арпа, ҡаҡлаған сусҡа түшкәһе һалып, фольксш-турм отрядына тапшырып ҡайтты. Ә. Хәкимов. [Мәрзиә] Өлгөргән арпаны урҙы, аҙ-маҙ бесән әҙерләп, утын ташып ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов. • Арпа сәскән бойҙай урмаҫ. Әйтем.
АРПА II (Р: ячмень (на глазу)', И.: sty(e); T.: arpacık) и. мед.
Керпек төбөнә сыға торған эренле шешек. □ Ячмень (на глазу). Арпа сығыу.
АРПА ИМЛӘҮ (арпа имлә-) (Р: заговаривание ячменя; И.: exhorsize the sty; T.: arpacığı büyü etmek) ҡ.
Төрлө ырым, һүҙ менән керпек төбөнә сыҡҡан шешекте дауалау. □ Заговаривание ячменя. ■ Арпаны өс, ете, туғыҙ бөртөк арпа, итәк, иҙеү осо, урта бармаҡ менән төртөп имләйҙәр. Ф. Хисамитдинова.
АРПА-КӨРПӘ (Р: собственное название духа болезней глаз; И.: name of an evil spirit; T: göz hastalıkların ervahı) и. миф.
Күҙ ауырыуҙарын булдырыусының исеме. □ Собственное название духа болезней глаз. Арпа-көрпә, мә күкеш.
АРПАЛАУ и. диал. ҡар. арпа имләү.
АРПА ТЕЛЕ (Р: заговор ячменя; И.: sty exorcism; T: arpacık büyüsü) и.
Күҙ ауырыуҙарын имләгәндә ҡулланылған һамаҡтар. □ Заговор ячменя.
АРПА ТӨРТӨҮ (Р: способ лечения ячменя; И.: way to treat a sty; T.: arpacığı tedavi etmek uslü) ҡ.
Арпаны имләү ысулы. □ Способ лечения ячменя. Арпа орлоғо, йылы икмәк, бармаҡ һ. б. менән арпа төртәләр.
АРПА ЭЙӘҺЕ (Р: дух ячменя; И.: spirit of the barley; T: arpacık ervahı) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, керпек төбөнә сыға торған ауырыуҙың башлаусыһы, мифик зат. □ Дух ячменя. ■ Арпа эйәһен башҡорттар һары сәсле бәләкәй генә һуҡыр
319