Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 321


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

APT
2. Ниҙеңдер кире яғындағы урын. □ Задняя сторона. Мейес арты. Ситән арты. Һарай арты. Өй арты.
3. Ҡайһы бер географик атамалар менән килгәндә, шул урындан ары булған ерҙе белдерә. □ В составе географических названий соответствует приставке за-. Урал арты. Кавказ арты.
4. Ниҙең дә булһа йөҙөнә ҡаршы өлөшө. □ Задняя часть чего-л., задок. Дәфтәрҙең арты. ■ Көҙгөнө диуарға арт яғы менән дөрөҫ урынлаштырмаһаң, уның ал яғы йәки йөҙө таплана. С. Поварисов.
5. Нимәнеңдер арҡа терәге өсөн эшләнгән ҡулайламаһы. □ Спинка. Сана арты. Ултырғыстың арты.
6. һөйл. Кәүҙәнең арҡа яғынан билдән түбәнге өлөшө; ултырыш. □ Зад, седалище. ■ Уның [Ишмырҙа кантондың] һуҙе закон, аҙ ғына ҡаршы килә башланыңмы, хәҙер ятҡыра ла, арт иттәрең бейәләй-бейәләй булып ҡубып төшкәнсе, тал сыбыҡ менән һыҙыра торғайны. И. Насыри. Йә, бала, бә-хет-тәуфиғың менән! — Карсыҡ, курәһең, сабыйға теләк теләп, арт һанына бер-ике сәпәп алды... М. Хужин. Аллабирҙе уғын беренсе булып атып ебәрә: уҡ уҙенә ташланған януарҙың арт һанына барып ҡаҙала. «Алдар менән Зөһрә».
7. Бер эш-хәлдең аҙағы, һуңы. □ Исход, последствия. Арты хәйерле булһын. Бер уңмаған эштең артынан ҡыума. • Алдашһаң да артын уйла. Әйтем. Алтын көҙ арты -һалҡын көҙ. Әйтем.
8. кусм. Эш-ҡылыҡҡа көс, ышаныс бирер нигеҙ. □ Опора, поддержка. Арты ныҡ булыу. М Әхтәри ҡарттың арты бик ныҡлы: ул йәш сағында Ырымбурҙа бик оҙаҡ хеҙмәт итеп, һуғышта батырлыҡтар курһәтеп, крест миҙал алып ҡайтҡан. Ж. Кейекбаев. • Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын. Әйтем.
9. 3-сө зат эйл. һәм сығ., у.-в. клш. формаһында килгәндә бәйләүес функцияһында
ҡулланыла (ҡар. артынан, артында). □ Выполняет функцию послелога (см. артынан, артында). Я Көн артынан көн утте, айҙар йылға ялғанды. Ғ. Хисамов.
10. миф. Төрки мифологияһында көнбайыш, ҡурҡыныс, үлем менән бәйле ара.
□ Опасное пространство.
♦ Арт биреү арт менән боролоу; арҡа биреү. □ Поворачиваться спиной к кому-чему, отворачиваться от кого-чего (выражая недовольство). Арт һабағын уҡытыу аҡылға ултыртыу. Кемдеңдер кәрәген биреү. □ Проучить. ■ [Дәуләтов:] Егеттәр, фрицтарҙың арт һабағын уҡытайыҡ әле. Ә. Ихсан. Ояты ҡаса башлағандарҙың арт һабағын уҡытып та ҡуялар ҡай саҡ. Г. Яҡупова. Хәҙер алда бер генә бурыс — Йәнәйҙең арт һабағын уҡытып алыу тора. К. Мәргән. Арты еүеш эше мөшкөл, хәле насар. □ Плохо дело. Судья матур һуҙ һөйләргә бик оҫта, ә уҙе-нең арт яғы еуеш .. Уның уҙ улын да кисә ҡулға алғандар. X. Зарипов. Артынан төшөү 1) Эҙәрләп баҫтырыу. □ Неотступно преследовать. 2) Ҡыҫымға алыу. □ Оказывать давление. ■ Райком арттарынан төшкәс кенә, [ашламаны] ташыта башланылар. Д. Исламов. Артына ҡулы етмәү ишек, ҡапҡаны япмай киткән кешегә әйтелә. □ Рука спину не достаёт (о человеке, который за собой не закрывает двери и недоделывает что-л.). Артыңа көл! «ҡабат килеп күренмә» тигән мәғәнәлә әйтелгән ҡарғыш. □ соотв. Скатертью дорога.
APT II [рус. < фр. art\ (Р.: арт; И.: art; T.: sanat) и.
1. Ҡушма һүҙҙәрҙең «сәнғәт, сәнғәткә бәйле» мәғәнәләрен белдереүсе өлөшө.
□ Составная часть сложных слов, обозначающая отнесённость чего-л. к искусству. Артрок, арттерапия.
2. Ҡушма һүҙҙәрҙең «артиллерия» мәғәнәһен белдереүсе икенсе өлөшө. □ Составная часть сложных слов, обозначающая «артиллерийский». Артбаза, артдивизион.
И - 1.0151.11
321