АРТА
АРТА р. диал. ҡар. артабан.
АРТАБАр. диал ҡар. артабан.
АРТАБАН (Р.: дальше; И.: further; T.: sonra) р.
1. Билдәле бер тәңгәлдән ары; арыға табан. □ Дальше. ■ Былар [егет менән һалдат] хәҙер ике атҡа икәуләп менеп, артабан китә. Әкиәттән. [Сафия] Артабан йәйәу китте, сөнки ул йылдарҙа Миәскә автобустар йөрөмәй ине әле. Т. Ғиниәтуллин. Ҡыу ҡамғаҡ ысҡына һәм артабан тәгәрләп китә, ҡылған төбөндә уның һорғолт орлоҡтары ғына ҡойолоп ҡала. 3. Ураҡсин.
2. Билдәле бер мәлдән ары. □ Далее, дальше. ■ Артабан юл бөтә. Үткән-бөткән. Тик артабан нисек йәшәргә һуң? М. Ямалетдинов. Ни тиклем әрнеткес булмаһын, артабан йәшәр өсөн ысынбарлыҡты ҡабул итергә кәрәклеген белә ул [Дилбәр]. Г. Ғиззәтуллина. [Ғәбдеян:] Быға тиклем нисек гөрләшеп йәшәгәнбеҙ, артабан да пар кугәр-сендәр һымаҡ теттереп торорбоҙ. Н. Мусин.
3. Шунан һуң, шунан ары. □ Дальше. ■ Артабан да белмәмешкә һалышып, сыуалсыҡ төйөндөң тағы ла нығыраҡ типселеуен көтөргә тәҡәте ҡалмағайны уның. Ә. Хәкимов. Артабан ул [Нажар бабай] кубәне кәбән ҡойоласаҡ ергә еткәнсе һәнәге менән тотоп килде. Н. Мусин.
♦ Кит артабан! ҡар. кит II.
АРТАБАНҒЫ (Р: тот; И.: that; T.: daha sonraki) с.
1. Артабан да торған, ары торған. □ Тот (расположенный дальше). Артабанғы урам. U Һин уларға яҡынлау өсөн артабанғыраҡ урҙаға кусәһең, ә балыҡтар, ялт итеп, тәу-ге урынына барып ята. Н. Мусин. Ҡатын артабанғы вагонда ла куренмәгәс, ул [Сафия I борсола, ҡурҡа башланы. Т. Ғиниәтуллин.
2. Киләсәктәге. □ Дальнейший, последующий. ■ Серҙең нисек фашланыуын да, Ольганың артабанғы яҙмышын да егет белә алманы. Ә. Хәкимов.
АРТА БАРЫУ (арта бар-) (Р: прибавляться; И.: add up; T: çoğalmak) ҡ.
Нимәнеңдер күләм, һан яғынан үҫеүе.
□ Прибавляться, приумножаться.
АРТА БАШЛАУ (арта башла-) (Р: пойти на прибыль; И.: add up; T: çoğalmaya başlamak) ҡ.
1. Күбәйеүгә, артыуға табан барыу.
□ Пойти на прибыль.
2. Артып ҡалыу. □ Оставаться в излишке.
АРТАҠ (артағы) [төрки artag\ (Р: по поверьям, страшное мифическое существо; И.: monster; T: ervah) и. миф.
1. Ышаныуҙар буйынса, балаларҙы ҡурҡыта торған яман мифик зат. □ Бука (страшное мифическое существо). ■ Артак уҙе йөнлө, уҙе имәнес ҙур, ә куҙҙәре арҡыры, аяҡтары артҡа ҡарап торған зат тиҙәр. Артаҡ һуҙе боронғо төрки ҡомартҡыларҙа яуыз, боҙоҡ, уҫал, тын ҡыҫыусы мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Ф. Хисамитдинова.
2. ҡар. йыртҡыс.
АРТАУ (арта-) (Р: перекисать, перестаивать; И.: turn too sour; T.: fazla kesilmek) ҡ.
Үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу. □ Перекисать, перестаивать. Артаған ҡайнатма. ■ Икмәгем артап бара, мейес яға һалырға кәрәк. М. Тажи.
АРТЕЗИАН ҠОҘОҒО (Р: артезиан ский колодец; И.: artesian well; T.: artezyen kuyusu) и.
Бырауланған ерҙән һыуы бәреп сыҡҡан ҡоҙоҡ. □ Артезианский колодец.
АРТЕЛЛӘШЕҮ (артелләш-) (Р: объединяться в артель; И.: join the co-operativemember of an artel; T: takım oluşturmak) ҡ.
Артелгә ойошоу; берләшеү. □ Объединяться в артель.
АРТЕЛЛӘШТЕРЕҮ (артелләштер-) (Р: объединять в артель; И.: join the со-оре-rativemember of an artel; T: takım oluşturmak) ҡ.
322