Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 323


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРТИЛЛЕРИСТ
Артелгә ойоштороу; берләштереү. □ Объединять в артель. Халыҡты артел-ләштереу.
АРТЕЛСЕ (Р.: артельщик; И.: member of an artel; T.: takım üyesi) и.
Артель ағзаһы. □ Артельщик.
АРТЕЛЬ [рус. < ит. artieri, artiere ‘эшсе’] (Р: артель; И.: team; T.: takım) и.
Уртаҡ эш һәм уртаҡ файҙа нигеҙендә ойошҡан күмәк хужалыҡ. □ Артель. Ирҙәр, ҙурыраҡ артель ойоштороп, иҫке отвалдарҙы ағыҙҙылар. Я. Хамматов. .. Директор дәрәжәһен ул [Аҙнаев] артель рәйесе булыуҙан байтаҡ юғары итеп баһалай. Н. Мусин.
АРТЕРИАЛЬ [рус. < лат. arteriosus} (Р: артериальный; И.: arterial; T.: atardamar) с. мед.
Артерияға мөнәсәбәтле. □ Артериальный. Артериаль канал. Артериаль ҡан. Артериаль пульс.
АРТЕРИАЛЬ БАҪЫМ (Р: артериальное давление; И.: arterial pressure; T: atardamar tansiyonu) и. мед.
Ҡан тамырҙары стенаһына ҡабырғанан яһалған баҫым. □ Артериальное давление. Базаль артериаль баҫым. Диастола артериаль баҫымы. Ҡалдыҡ артериаль баҫым. Пульс артериаль баҫымы.
АРТЕРИЯ [рус. < лат. arteria} (Р: артерия; И.: artery; T.: atardamar) и. анат.
1. Йөрәктән сыҡҡан ҡанды ағза-туҡымаларға таратыусы ҡан тамыры. □ Артерия. Үпкә артерияһы. ■ Бар Ер шарын шатлыҡ тулҡындары солғаны, артерияларҙан урғыған ҡан хәтерләтте ташыу йылғаны. Р. Назаров.
2. кусм. Бәйләнеш юлы, аралашыу юлы (ғәҙәттә йылғаға ҡарата).
АРТЕФАКТ [рус. < лат. arte factum} (Р: артефакт; И.: artifact; T.: artefakt) и.
Эшләнгән, тәбиғәттә булмаған әйбер, күренеш. □ Артефакт.
АРТИКЛЬ [рус. < фр. article < лат. articulus} (Р: артикль; И.: article; T.: tanımhk) и. грам.
Ҡайһы бер телдәрҙәге исемдең билдә-лелек-билдәһеҙлек, енес һәм һан категорияларын белдерә торған киҫәксә. □ Артикль.
АРТИКУЛ [рус. < лат. articulus ‘мәҡәлә’] (Р: артикул; И.: nomenclature article; T.: madde) и.
1. иҫк. Законда (ҡанунда), бойороҡта, килешеүҙә һ. б. рәсми акттарҙа айырым мәҡәлә, бүлек йәки параграф. □ Артикул. ■ «Судҡа биреу кәрәк уны [Ғилажды]. Шулайтып әҙерәк әрткөлгә (артикулға) өйрәтмәйенсә булмаҫ байҙарҙы», — тинеләр Ваһап менән Әҙһәм. Ж. Кейекбаев.
2. иҡт. Тауар тибын билдәләүсе күрһәткес. □ Артикул.
АРТИКУЛЯЦИОН (Р: артикуляционный; И.: articulation; T.: telâffuz) с. лингв.
Артикуляцияға мөнәсәбәтле. □ Артикуляционный. Өндәрҙең артикуляцион уҙгә-реше.
АРТИКУЛЯЦИОН БАЗА (Р: артикуляционная база; И.: articulatory base; T: konuşma organları) и. лингв.
Билдәле бер телдәге өндәрҙе әйткәндә телмәр ағзаларының ғәҙәткә ингән һәм шул телдә һөйләшеүселәр өсөн тәбиғи булған торошо. □ Артикуляционная база.
АРТИКУЛЯЦИЯ [рус. < лат. articulatio < articulare ‘аныҡ әйтеү’] (Р: артикуляция; И.: articulation; T: eklem) и. лингв.
Телмәр ағзаларының теге йәки был өндө әйткән ваҡыттағы хәрәкәте һәм торошо; әйтелеш. □ Артикуляция. ■ Тартынҡы өндәрҙең артикуляцияһында телмәр ағзаларының бөтәһе лә актив ҡатнаша. Ж. Кейекбаев.
АРТИЛЛЕРИСТ (Р: артиллерист; И.: gunner; T: topçu) и.
Артиллерияла хеҙмәт иткән хәрби кеше. □ Артиллерист. ■ [Сәлимә:]Хәмит һап-һау ҡайтыр... Иҫән-Һау йөрөгән кешеләр әҙме ни? Ана, әсәйемдең ҡустыһы, артиллерист Талип, һуғыштың башынан бирле фронтта, бер ҙә яраланғаны юҡ .. 3. Биишева. Яңғыҙ ҡалған Томин артиллеристар яғына китеп
11*
323